Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Минзәлә башҡорттары
Хөрмәтле “Башҡортостан” гәзите! Беҙ – Татарстанда йәшәгән башҡорттар. Тарихыбыҙ хаҡында ҡайҙан мәғлүмәт алырға белмәйбеҙ. Р. Янғужиндың башҡорт ырыуҙары хаҡында китабын нисек табырға икән?

Зәлифә.
Минзәлә ҡалаһы.


Һуңғы ваҡытта матбуғатта һәм йыйылыштарҙа йыш ҡына төрлө төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың этносы һәм теле тураһында фекерҙәр ишетергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай һүҙҙе Башҡортостандың тарихын һәм этнографияһын белмәгән, теләкте ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә тырышҡан кешеләр һөйләй.
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәрҙә, бигерәк тә Ҡазанда сыҡҡандарҙа, Минзәлә һәм Ыҡ йылғалары буйынан алып Өфөгә тиклем арала татарҙар йәшәгән тигән фекер үткәрелә. Тимәк, йәнәһе, XVI—XVIII быуаттарҙағы яҙма ҡомартҡыларҙа осраған «башҡорт» тигән терминды, төрки телендә һөйләшкән халыҡты Өфө татарҙары тип атарға мөмкин тигән уйҙырма йәшәй. Әммә был көнбайыш башҡорттарының һөйләү теле үҙенсәлектәренә генә нигеҙләнеп шулай әйтелә. Башҡорттарҙың төп өлөшөнән көнбайыш башҡорттарын айырырға теләүселәр йыш ҡына уларҙың телен татар теле тип нигеҙһеҙ раҫлай. Ғилми һәм башҡа әҙәбиәтте уҡығандар асыҡ белә: көнбайыш башҡорттарының теле — башҡорт теленең диалекты.


Һәр халыҡ үҙенең туған телендә һәм диалектында уҡырға һәм яҙырға ынтыла. Көнбайыш башҡорттарын алайыҡ. Улар хәҙерге башҡорт әҙәби телен дә, татар­ҙы­ҡын да ҡабул итмәй. “Ағиҙел” журналы, ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып, көнбайыш башҡорттары диалектында әҫәр баҫып сығарыуҙы планлаштыра. Был, ысынлап та, кәрәк. Ошо диалектта уҡы­тыуҙы ойоштороу ҙа мотлаҡ. Ә бының өсөн дәреслектәр һәм әсбаптар булһын. Бында инде ғалимдар һәм уҡытыусылар үҙ һүҙен әйтергә тейеш.
Ҡайһы бер осраҡта XVIII – XIX быуаттарҙағы тарихи мәғлүмәттәргә дөрөҫ аңлатма бирелмәй һәм был тө­бәк­тәге этнодемографик хәл аныҡ яҡтыртылмай, һөҙөмтәлә Урал алдында татарҙар йәшәгән тигән концепция сәйәси маҡсаттан сығып эшләнә.
Элекке Өфө губернаһындағы Минзәлә өйәҙенең баш­ҡорттары хаҡында тарихи мәғлүмәттәргә мөрәжәғәт итәйек. Был хаҡта Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфө архивтарында байтаҡ документ һаҡланған. Ыҡ йылғаһы буйында борон-борондан төрлө халыҡтар йәшәгән. Археологик һәм этнографик мәғлүмәттәр буйынса, беҙҙең эраның тәүге бер меңенсе йылдары уртаһында Ыҡ йыл­ғаһының урта һәм түбәнге ағымында фин-уғыр ҡәби­лә­ләре көн иткән. Сама менән ошо осорҙа көньяҡтан күс­кән халыҡтар инеп ултыра башлаған. Беҙҙең меңенсе йылдың икенсе яртыһында бында Волга болғарҙары һәм уғыр-мадъярҙар күсеп килгән дәүер. Күсмә төркиҙәр һәм болғар-уғыр-мадъяр ҡәбиләләре боронғо башҡорт халҡының нигеҙен тәшкил иткән дә инде.
XVI– XIX быуаттарҙа Ыҡ буйында бүләрҙәр, байлар, юрмыйҙар һәм иректеләр йәшәгән. Этнографик, тарихи, лингвистик һәм башҡа сығанаҡтарҙы ентекләп өйрәнеү һөҙөмтәһендә Ыҡ башҡорттарының этник составын һәм тарихын профессор Р. Кузеев ентекләп өйрәнде. Уның фекеренсә, бүләр нәҫеленә – мышыға һәм ҡа­ир ырыу­ҙары, байлар нәҫеленә сураш, һалағош һәм ҡалмаш ырыуҙары ингән. Был нәҫелдәр Ыҡ буйында күрше йәшәгән. Байларҙың үҙәге Минзәлә йылғаһы буйында булған. Юрмый нәҫеле ырыуҙарға бүленмәгән. Ул Ыҡ йылғаһының урта ағымында йәшәгән һәм уларҙың ырыу-нәҫел биләмәләре йылғаның уң яғында булған. Иректе нәҫеле башҡорттары ҡара табын һәм көнбайыш табындарҙың вариҫы булып тора. Улар XV быуат аҙа­ғын­да һәм XVI быуат башында Ҡазан ханлығы сигенә күсеп ултырған һәм ханға хеҙмәт иткән. Иван Грозный Ҡазанды алғас һәм Башҡортостан үҙ теләге менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, иректеләр XVI быуат аҙағында Танып йылғаһының уң яғына күсеп килгән һәм шунда мәңгегә урынлашҡан.
Ыҡ башҡорттарының XVII быуатта күпме булыуы ха­ҡында мәғлүмәттәр юҡ. XVIII быуат башында, Р. Кузе­ев­тың мәғлүмәтенсә, юрмыйҙар – 6, байлар 9 мең булған.
XVIII быуат аҙағына Минзәлә өйәҙенең этник картаһы урыҫтарҙың колониаль сәйәсәте арҡаһында бик ныҡ үҙгәрә. Мәскәүҙә үҙәк архивта “Иҡтисади иҫкәрмәләр” һаҡлана. Был иҫкәрмәләр XVIII быуаттың икенсе, XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәйҙең бөтә губерналары һәм өйәҙҙәре буйынса ерҙәрҙең бүленешенә бәйле мәғлүмәт бирә. Уларҙа ошо осорҙа илебеҙҙең халыҡ һаны, уларҙың йәшәгән биләмәһе, хужалыҡ эшмәкәр­ле­ге хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр ҙә бар. Ошо “Иҡти­сади иҫкәрмәләр”ҙә Минзәлә өйәҙенең этно-демографик хәле хаҡында ентекле мәғлүмәттәре айы­рыуса ҡиммәт­ле. Бишенсе ревизия (1795 йыл) мәғлүмәттәре буйынса өйәҙҙә 83911 мең кеше йәшәгән, шуларҙың 16015-е баш­ҡорт (бөтә халыҡтың 19,2 проценты). Башҡорттар нигеҙҙә Байлар, Бүләр, Гәрәй, Йәнәй, Иректе, Ҡырғыҙ һәм Һарайлы-Мең улыстарында төпләнгән.
Саф башҡорт ауылдары айырыуса Гәрәй улысында күп булған. 1801 йылда Лисицын тарафынан Таҡта­ла­сыҡ һәм Аҙакүл түбәләрендә йыйылған мәғлүмәттәр һаҡланған. Таҡталасыҡ түбәһенең Үрге Таҡталасыҡ, Иҫке Гәрәй, Тамурҙа, Балтас, Теләкәй, Йымалы, Бурһыҡ ауылдарында гел башҡорттар булған. Типтәрҙәр тик Түбәнге Таҡталасыҡ, Түбәнге Мерәҫ ауылдарында ғына йәшәгән. Аҙакүл түбәһенең Аҙакүл, Ҡуян, Аҡтанышбаш, Ураҙай, Шәрип, Мерәҫ, Тимкәй, Балтас, Демәш һәм Зиәш ауылдарында башҡорттар көн иткән. Тик Аҙакүл ауылында – бер, Зиәштә ике типтәр ғаиләһе булған.
Башҡа волостарҙа башҡорттар һәм уларға һыйынған татарҙар, типтәрҙәр бергә донъя көткән. Был халыҡтар­ҙың әкренләп бер-береһенә үтеп инеүенә һәм аралашыуына телдәрҙең һәм мәҙәниәттең яҡын булыуы, бер үк динде тотоуы булышлыҡ иткән. Бында инде башҡорт­тар тамам ултыраҡ тормошҡа күсә, игенселек менән шө­ғөл­ләнә. Байлар улысының Һалағош түбәһендәге 13 ауыл­да бөтәһе 284 йорт (1984 кеше) булған, шуларҙың 173 йорто (1251 кеше) башҡорт, 103 йорто (688 кеше) типтәр һәм ни бары һигеҙ йорт (45 кеше) татар.
1800 йылда Байлар улысының Турай түбәһендә ҡат­наш ауылдарҙа 93 башҡорт ихатаһы, Ирекле улы­сының Әбделбә түбәһендә 20 ауылда 56 башҡорт йорто булған. Ә бына Һарайлы-Мең һәм Байлар улысының 75 ауы­лын­дағы 1721 ихатаның 433-ө – башҡорттарҙыҡы. Башҡа йорттарҙа типтәрҙәр, татарҙар, яһаҡ түләгән башҡа халыҡтар йәшәгән.
XIX быуаттың тәүге яртыһында башҡорттарҙың һа­ны артҡан. Мәҫәлән, Санкт-Петербургтың География йәм­ғиә­те архивында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Мин­зә­лә өйәҙендә башҡорттар 23492 кеше иҫәпләнгән. 1862 йыл­да был өйәҙҙә башҡорт ғәскәрҙәре сиктәрендә баш­ҡорт­тар һаны 60435-кә етә. Статистика мәғлүмәттәре буйын­са бында йәшәгән һәр йөҙ кешенең 39-ы башҡорт була.
XX быуат башына халыҡтың күпме булыуын аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, сөнки мәғлүмәттәр юҡ. 1912-1913 йылдарҙа үткәрелгән ихаталар буйынса иҫәпкә алыуҙа Минзәлә өйәҙендә 31 улыс булған, һәр улыста күпме башҡорт йәшәгәне билдәле. Дөйөм алғанда, был осорға бында 154 мең 324 башҡорт йәшәгән. Әгәр ҙә өйәҙҙә бөтә халыҡтың 458 мең 239 кеше булыуын иҫәпкә алһаҡ, башҡорттарҙың һаны ярайһы уҡ тос булған. Башҡорт­тар­ҙан тыш өйәҙҙә 135150 урыҫ, 93403 татар, 36783 тип­тәр, 26058 суҡындырылған татар, 6151 мордва, 3922 сы­уаш, 2448 мари иҫәпләнгән. Мәғлүмәттәрҙән күре­неүенсә, халыҡ һаны буйынса өйәҙҙә XX быуат башына баш­ҡорттар беренсе урында торған. Ошо уҡ нисбәт 1920 йылға тиклем һаҡланған. Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙендә башҡорттар – 156789, урыҫтар – 135120, та­тарҙар, – 122927, типтәрҙәр 36783 кеше булған.
Шулай итеп, Минзәлә өйәҙендә башҡорттарҙың үҫеш динамикаһына күҙ һалайыҡ: 1795 йыл – 6015, 1822 йыл – 23492, 1862 йыл – 60435, 1912-1913 йылдар – 154234, 1920 йыл – 156789 кеше. Был мәғлүмәттәр демографик үҫеш закондарына тап килә. Ләкин 1920 йыл­да тығыҙ төркөм булып йәшәгән башҡорт ауылдары Татар АССР-ына бирелә. Был инде артабан Минзәлә башҡорттарының этник төркөм күрһәткестәренә кире йоғонто яһай. Ошонда инде дәүләт-административ факторҙың кире йоғонтоһо күренде: ул бер халыҡтың икенсеһен йотоуына килтерҙе. Әлеге ваҡытта Минзәлә башҡорт­та­рының күбеһе татар булып иҫәпләнә. Ғәмәлдә иһә ул былай түгел. Бик күптәр һаман да милли үҙаңын юғалтмаған, үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй. Үҙҙәренең көнкүреше, мәҙәниәте, теле буйынса төньяҡ-көнбайыш башҡорттары татарҙарға ҡарағанда беҙгә яҡыныраҡ.


(Мәҡәлә “Башҡорт ҡәбиләләре тарихы”
китабынан алынды).


Автор: Рим ЯНҒУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә