Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хазиналар утрауы ҡайҙа?
Хазиналар утрауы ҡайҙа? Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирер: матди яҡты өҫтөн күреүселәр алтын-көмөш ятҡан ерҙе, нефть вышкаларын, газ торбаларын атар, рухи яҡты уйлаусылар китапханаларҙы күҙаллар. Беҙгә ҡалһа, күңелдәрҙе арбарлыҡ итеп әйтелгән, ташҡа баҫылған һүҙ ҡәҙерлерәк. Нисек кенә сәйер булмаһын, хатта сереп байығандар ҙа күңел тыныслығын әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә эҙләүсән.


Ысын мәғәнәһендә оло хазина утрауы, улай ғына түгел, тотош бер илаһи донъя был. Береһенең дә ишеген тулҡынлан­майынса асыу мөмкин түгел.
Райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренә мөрәжәғәт итәбеҙ.
– Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, — тип ихлас ҡаршыланы уның директоры Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы Хәкимова. Үтенесебеҙҙе әйткәс, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырыу өсөн “хазина һандығы” ҡапҡасын асты.
Тәү ҡарашҡа эш бигүк күҙгә салынып бармаған төҫлө, ләкин бик мөһим. Беҙ киләсәк быуынға әлеге заман тураһында баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт йыябыҙ, ғилми эштәр атҡарабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта ғына “Яҡташтарыбыҙ — тыл геройҙары” тип аталған конкурс үткәреп, бик күп материал тупланыҡ. Барлыҡ 32 ауыл филиалында, тағы Мораҡтағы ике китапханала хеҙмәткәрҙәр ҙур эш башҡарҙы.
Улар һәр йортҡа тигәндәй инеп мәғлү­мәт йыйҙы, ололарҙы видеоға, фотоға төшөрҙө, иҫкеләренең күсермәһен яһат­ты. Туплағас, мәктәп балаларына асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Шулай уҡ “Еңеү байрағы”, “Үлемһеҙ полк” һымаҡ акция­ларға ҡушылдыҡ.
Хазиналар утрауы ҡайҙа?Төп йүнәлештәребеҙҙең береһе – йәш­тәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Әҙәбиәткә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Бер-ике генә бала, үҫмер китапханаға йөрөй башлаһа ла ҡыуанабыҙ. Компьютер заманы булһа ла, китап һис ҡасан бәҫен юғалтмай. Әйткәндәй, һуңғы осорҙа урта һәм оло йәштәгеләр күпләп килә. Бында улар гәзит уҡып, китап алып ҡына ҡалмай, аралаша ла бит. Һәр береһе менән һөйләшеп ултырабыҙ, төрлө кисә­ләр үткәрәбеҙ. Шуныһы, күпселеге элекке һуғыш, ауыл тураһында китаптарҙы ала башланы. Киноларға килгәндә лә бит ошо темаларға арналғандары, элек төшөрөл­гәндәре ҡарала.
Фонд тулыландырылып тора. Бигерәк тә “Китап” нәшриәте дәүләт програм­маһына ярашлы күпләп баҫмалар ебәрә. Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә. Хәҙер баҫмалар бик матур сыға, халыҡ яратып ала. Беҙҙең төбәк яҙыусыларға бай. Алдағы көндәрҙә райондың әҙәбиәт карта­һын эшләйәсәкбеҙ. Фондҡа кил­гәндә инде, барлығы 400 мең дана китап иҫәпләнә, район китапханаһында ғына ла 80 меңгә яҡыны тупланған. Мораҡта өс меңгә яҡын уҡыусы йөрөһә, район буйынса 19 мең 500-ҙән ашыу. Тағы бер нәмәне әйтке килә: һәр кесе йома һайын ферма, трактор парктарына сығабыҙ. Һаман элеккесә “ҡыҙыл мөйөш”тәр, ял бүлмәләре эшләй, “Молния”лар, “Боевой листок”тар сығарыла, гәзит-журналдар менән таныштырабыҙ.
Проблемалар тураһында һөйләге килмәй, сөнки улар бар ергә лә хас. Ә бына ҡыуаныслыһы — компьютер систе­маһына тоташтырылыу эште еңеләйтте. Ауыл китапханаларының матди-техник базаһы нығытылды. Һуңғы йылдарҙа ғына ла яртыһы тигәндәй яңы биналарға күсте, ҡалғандарында капиталь ремонт яһалды. Хәҙер бит социаль-мәҙәни үҙәктәр булдырыла. Был йәһәттән район етәкселеге ныҡлы шөғөлләнә.
Ҡыҫҡаһы, китапхана системаһында үҙ эшен яратҡан, белгән, энтузиастар ғына эшләй. Шунһыҙ булмай ҙа, улар бит — халыҡ күңеленә асҡыс табыусылар…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә