Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирер: матди яҡты өҫтөн күреүселәр алтын-көмөш ятҡан ерҙе, нефть вышкаларын, газ торбаларын атар, рухи яҡты уйлаусылар китапханаларҙы күҙаллар. Беҙгә ҡалһа, күңелдәрҙе арбарлыҡ итеп әйтелгән, ташҡа баҫылған һүҙ ҡәҙерлерәк. Нисек кенә сәйер булмаһын, хатта сереп байығандар ҙа күңел тыныслығын әҙәбиәттә, мәҙәниәттә, сәнғәттә эҙләүсән. Ысын мәғәнәһендә оло хазина утрауы, улай ғына түгел, тотош бер илаһи донъя был. Береһенең дә ишеген тулҡынланмайынса асыу мөмкин түгел.
Райондың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренә мөрәжәғәт итәбеҙ.
– Әйҙүк, түрҙән уҙығыҙ, — тип ихлас ҡаршыланы уның директоры Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы Хәкимова. Үтенесебеҙҙе әйткәс, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырыу өсөн “хазина һандығы” ҡапҡасын асты.
Тәү ҡарашҡа эш бигүк күҙгә салынып бармаған төҫлө, ләкин бик мөһим. Беҙ киләсәк быуынға әлеге заман тураһында баһалап бөткөһөҙ мәғлүмәт йыябыҙ, ғилми эштәр атҡарабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта ғына “Яҡташтарыбыҙ — тыл геройҙары” тип аталған конкурс үткәреп, бик күп материал тупланыҡ. Барлыҡ 32 ауыл филиалында, тағы Мораҡтағы ике китапханала хеҙмәткәрҙәр ҙур эш башҡарҙы.
Улар һәр йортҡа тигәндәй инеп мәғлүмәт йыйҙы, ололарҙы видеоға, фотоға төшөрҙө, иҫкеләренең күсермәһен яһатты. Туплағас, мәктәп балаларына асыҡ дәрестәр күрһәтелде. Шулай уҡ “Еңеү байрағы”, “Үлемһеҙ полк” һымаҡ акцияларға ҡушылдыҡ.
Төп йүнәлештәребеҙҙең береһе – йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Әҙәбиәткә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Бер-ике генә бала, үҫмер китапханаға йөрөй башлаһа ла ҡыуанабыҙ. Компьютер заманы булһа ла, китап һис ҡасан бәҫен юғалтмай. Әйткәндәй, һуңғы осорҙа урта һәм оло йәштәгеләр күпләп килә. Бында улар гәзит уҡып, китап алып ҡына ҡалмай, аралаша ла бит. Һәр береһе менән һөйләшеп ултырабыҙ, төрлө кисәләр үткәрәбеҙ. Шуныһы, күпселеге элекке һуғыш, ауыл тураһында китаптарҙы ала башланы. Киноларға килгәндә лә бит ошо темаларға арналғандары, элек төшөрөлгәндәре ҡарала.
Фонд тулыландырылып тора. Бигерәк тә “Китап” нәшриәте дәүләт программаһына ярашлы күпләп баҫмалар ебәрә. Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә. Хәҙер баҫмалар бик матур сыға, халыҡ яратып ала. Беҙҙең төбәк яҙыусыларға бай. Алдағы көндәрҙә райондың әҙәбиәт картаһын эшләйәсәкбеҙ. Фондҡа килгәндә инде, барлығы 400 мең дана китап иҫәпләнә, район китапханаһында ғына ла 80 меңгә яҡыны тупланған. Мораҡта өс меңгә яҡын уҡыусы йөрөһә, район буйынса 19 мең 500-ҙән ашыу. Тағы бер нәмәне әйтке килә: һәр кесе йома һайын ферма, трактор парктарына сығабыҙ. Һаман элеккесә “ҡыҙыл мөйөш”тәр, ял бүлмәләре эшләй, “Молния”лар, “Боевой листок”тар сығарыла, гәзит-журналдар менән таныштырабыҙ.
Проблемалар тураһында һөйләге килмәй, сөнки улар бар ергә лә хас. Ә бына ҡыуаныслыһы — компьютер системаһына тоташтырылыу эште еңеләйтте. Ауыл китапханаларының матди-техник базаһы нығытылды. Һуңғы йылдарҙа ғына ла яртыһы тигәндәй яңы биналарға күсте, ҡалғандарында капиталь ремонт яһалды. Хәҙер бит социаль-мәҙәни үҙәктәр булдырыла. Был йәһәттән район етәкселеге ныҡлы шөғөлләнә.
Ҡыҫҡаһы, китапхана системаһында үҙ эшен яратҡан, белгән, энтузиастар ғына эшләй. Шунһыҙ булмай ҙа, улар бит — халыҡ күңеленә асҡыс табыусылар…