Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡуласа”ны әйләндерә белһәң генә әйләнә
“Ҡуласа”ны әйләндерә белһәң генә әйләнә – Беҙҙә кеше шәхси хужалығы менән ныҡлы шөғөлләнә башланы: мал аҫрайҙар, ҡорт тоталар. Бына Сергей Тужилкинды алайыҡ. Хәҙер ул аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Башлаған сағында өс баш ҡына һыйыры бар ине, бөгөн эре малы 500-ҙән ашыу! — тигәйне район хакимиәте башлығы.

Беҙ мал һанын ошо өс һыйырҙан башлап өс көтөүлеккә тиклем еткергән “тылсымсы” биләмәһенә килеп индек. Тәү ҡарашҡа күҙ ышанмай тора: ике яҡлап ферма биналары, ялан кәртәләр теҙелгән, арыраҡ — баҫыуҙарҙың ҡарҙан әрселгәнен көткән техника. Ысынлап та, өс һыйырҙан ғына шундай “фазенда” төҙөп буламы икән тигән уй үтте баштан. Шикте шунда уҡ башҡаһы юйып ташланы: баҡһаң, эшеңде күрһәтһәң, районда ярҙам итергә генә торалар икән. Бына бит ғиллә ҡайҙа!
– Тәүҙә өс һауын һыйыры бар ине, йә­нә тана, үгеҙ. Һатаһы әйберҙе һатып, аҡса туплай торҙоҡ, халыҡтан һыйырҙар ала барҙыҡ, — ти Сергей Иванович. – Ҡа­тыным Елена менән икәү генә эшләп, хужалыҡты киңәйттек. Лизингка шәхси хужалыҡ программаһы буйынса тәүге “МТЗ” тракторын алдыҡ…
Тужилкиндар 2008 йылдан крәҫтиән (фермер) хужалығын рәсми теркәгән. Шөғөлдәренең төп йүнәлеше итеп һөтсөлөк тармағын билдәләгәндәр, тоҡомло мал алыуға, көтөүҙең сифатын яҡшыртыуға күскәндәр.
“Ҡуласа”ны әйләндерә белһәң генә әйләнә– Ауыл хужалығында кредитһыҙ булмай. Башлыса биш йылға алабыҙ. Күпселек килем шуны ҡаплауға китә. Техника кредитҡа алынған, шунһыҙ мөмкин дә түгел. Бына уйлап ҡарағыҙ: бар нәмәгә хаҡ арта, ә һөттөкө һаман 17 һумдан үтмәй…
Фермерҙың һүҙҙәре зарланыу түгел, ә сәнәғәт өлкәһе менән ауыл хужалығы тауары араһындағы айырманы күрһәтә. Йәғни дәүләт ярҙамынан тыш тармаҡ үҫеш алмаясаҡ. Ауыл хужалығы иһә ошо уҡ дәүләттең тылдағы ҡалҡаны булып тора. Ярай әле эш башлаусылар өсөн федераль, республика кимәлендә программалар сығып тора: һәр ҡайһыһын өйрәнеп, ҡаушап ҡалмайынса ҡушылыу кәрәк. Алда әйткәнемсә, район етәксе­легенең аңлауы, ярҙам ҡулы һуҙыуы ла бик мөһим. Тужилкин миҫа­лында ана шуныһы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Бөгөн уға ышаныс белдереп, тағы 130 баш мал, ферма бинаһын тапшырғандар. Әйт­кәндәй, Сергей Иванович йылҡысылыҡ эшен дә алып бара — 60 баш аты тибендә йөрөй. Фермерҙың һөрөнтө ерҙәре 700 гектар булһа, әле уны арттырыу буйынса документтар юллай. Ауыл халҡына ла техника, мал аҙығы менән ярҙам итә.
Хужалыҡта тырышып эшләгән кеше­ләрҙең бер нисәһен атауын һорағайныҡ, ул ағаһы Александрҙы, механизаторҙар Шамил Сәлиховтың, Виктор Харла­мовтың, һауынсылар Николай Николаев менән Николай Петровтың исемдәрен билдәләне. Баҡһаң, улар барыһы ла механизатор ҙа, малсы ла икән. Теге йырҙағыса: “бригадир ҙа мин үҙем, комбайнер һәм тракторист” тигән шикелле. Тужилкин үҙе лә миҙгел ваҡытында техниканан төшмәй. Бына шулай. Сергей әйтмешләй, тәгәрмәс эсендәге тейен һымаҡ әйләнһәң генә ниҙер эшләп була был донъяла…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә