– Беҙҙә кеше шәхси хужалығы менән ныҡлы шөғөлләнә башланы: мал аҫрайҙар, ҡорт тоталар. Бына Сергей Тужилкинды алайыҡ. Хәҙер ул аяғында ныҡлы баҫып торған фермер. Башлаған сағында өс баш ҡына һыйыры бар ине, бөгөн эре малы 500-ҙән ашыу! — тигәйне район хакимиәте башлығы. Беҙ мал һанын ошо өс һыйырҙан башлап өс көтөүлеккә тиклем еткергән “тылсымсы” биләмәһенә килеп индек. Тәү ҡарашҡа күҙ ышанмай тора: ике яҡлап ферма биналары, ялан кәртәләр теҙелгән, арыраҡ — баҫыуҙарҙың ҡарҙан әрселгәнен көткән техника. Ысынлап та, өс һыйырҙан ғына шундай “фазенда” төҙөп буламы икән тигән уй үтте баштан. Шикте шунда уҡ башҡаһы юйып ташланы: баҡһаң, эшеңде күрһәтһәң, районда ярҙам итергә генә торалар икән. Бына бит ғиллә ҡайҙа!
– Тәүҙә өс һауын һыйыры бар ине, йәнә тана, үгеҙ. Һатаһы әйберҙе һатып, аҡса туплай торҙоҡ, халыҡтан һыйырҙар ала барҙыҡ, — ти Сергей Иванович. – Ҡатыным Елена менән икәү генә эшләп, хужалыҡты киңәйттек. Лизингка шәхси хужалыҡ программаһы буйынса тәүге “МТЗ” тракторын алдыҡ…
Тужилкиндар 2008 йылдан крәҫтиән (фермер) хужалығын рәсми теркәгән. Шөғөлдәренең төп йүнәлеше итеп һөтсөлөк тармағын билдәләгәндәр, тоҡомло мал алыуға, көтөүҙең сифатын яҡшыртыуға күскәндәр.
– Ауыл хужалығында кредитһыҙ булмай. Башлыса биш йылға алабыҙ. Күпселек килем шуны ҡаплауға китә. Техника кредитҡа алынған, шунһыҙ мөмкин дә түгел. Бына уйлап ҡарағыҙ: бар нәмәгә хаҡ арта, ә һөттөкө һаман 17 һумдан үтмәй…
Фермерҙың һүҙҙәре зарланыу түгел, ә сәнәғәт өлкәһе менән ауыл хужалығы тауары араһындағы айырманы күрһәтә. Йәғни дәүләт ярҙамынан тыш тармаҡ үҫеш алмаясаҡ. Ауыл хужалығы иһә ошо уҡ дәүләттең тылдағы ҡалҡаны булып тора. Ярай әле эш башлаусылар өсөн федераль, республика кимәлендә программалар сығып тора: һәр ҡайһыһын өйрәнеп, ҡаушап ҡалмайынса ҡушылыу кәрәк. Алда әйткәнемсә, район етәкселегенең аңлауы, ярҙам ҡулы һуҙыуы ла бик мөһим. Тужилкин миҫалында ана шуныһы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Бөгөн уға ышаныс белдереп, тағы 130 баш мал, ферма бинаһын тапшырғандар. Әйткәндәй, Сергей Иванович йылҡысылыҡ эшен дә алып бара — 60 баш аты тибендә йөрөй. Фермерҙың һөрөнтө ерҙәре 700 гектар булһа, әле уны арттырыу буйынса документтар юллай. Ауыл халҡына ла техника, мал аҙығы менән ярҙам итә.
Хужалыҡта тырышып эшләгән кешеләрҙең бер нисәһен атауын һорағайныҡ, ул ағаһы Александрҙы, механизаторҙар Шамил Сәлиховтың, Виктор Харламовтың, һауынсылар Николай Николаев менән Николай Петровтың исемдәрен билдәләне. Баҡһаң, улар барыһы ла механизатор ҙа, малсы ла икән. Теге йырҙағыса: “бригадир ҙа мин үҙем, комбайнер һәм тракторист” тигән шикелле. Тужилкин үҙе лә миҙгел ваҡытында техниканан төшмәй. Бына шулай. Сергей әйтмешләй, тәгәрмәс эсендәге тейен һымаҡ әйләнһәң генә ниҙер эшләп була был донъяла…