Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бүребайҙың киләсәге ышаныслы
Бүребайҙың киләсәге ышаныслы Бүребай таусылары өсөн күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды: ниһайәт, “Көньяҡ” шахта үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.
Төбәктең сәнәғәт флагманы булған Шахта төҙөү идаралығы предприятиеһы һуңғы йылдарҙа комбинаттың сеймал базаһын киңәйтеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Тап ошо маҡсатта 2007 йылда “Көньяҡ” шахта үҙәге төҙөлә башлағайны, әммә тиҙҙән ул туҡтап ҡалды. 2010 йылдан төҙөлөш ҡайтанан йәнләнде: төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов шәхсән килеп, эш барышы менән ҡыҙыҡһынып, тиҙ арала шахта үҙәген төҙөп бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙы.
Төҙөлөштөң подрядсыһы булған “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Шахта төҙөү идаралығы эшселәре тәүҙәрәк айына 5 метр ара үтһә, 2012 – 2013 йылдарҙа тиҙлек айына 35 метрға барып етте.
Бүребайҙың киләсәге ышаныслы2013 йылда 492 метр тәрәнлектәге, бетон нығытмалы һәм руда индергес биш урыны булған шахта үҙәген ҡаҙыу тамамланды. Үткән йыл эшселәр арматурлау эшен, күтәрмәле машиналар бинаһы төҙөлөшөн тулыһынса теүәлләне. Шулай уҡ майҙансыҡты төҙөкләндереү, шахта өҫтө бинаһын, ваҡытлыса бушатыу урынын монтажлау, янғынға ҡаршы насос станцияһын төҙөү ваҡытында башҡарылды. Тиҙҙән сафҡа инәсәк үҙәккә яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн генә лә 17 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
— Киләсәктә “Көньяҡ” шахта үҙәге бүребайҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, ул комбинаттың ғүмерен тағы ла 20—30 йылға оҙайтасаҡ. Шулай уҡ 150 тирәһе өҫтәмә эш урыны асыла. Тиҙҙән тәүге мәғдән сығарыуҙы һәм тау ҡатламдары тейәлгән беренсе вагонды күрербеҙ, тигән ышаныстабыҙ, — ти “Бүребай” тау-байыҡтырыу комби­натының генераль директоры Рөстәм Аблаев.


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә