Бүребай таусылары өсөн күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды: ниһайәт, “Көньяҡ” шахта үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.Төбәктең сәнәғәт флагманы булған Шахта төҙөү идаралығы предприятиеһы һуңғы йылдарҙа комбинаттың сеймал базаһын киңәйтеү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара. Тап ошо маҡсатта 2007 йылда “Көньяҡ” шахта үҙәге төҙөлә башлағайны, әммә тиҙҙән ул туҡтап ҡалды. 2010 йылдан төҙөлөш ҡайтанан йәнләнде: төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов шәхсән килеп, эш барышы менән ҡыҙыҡһынып, тиҙ арала шахта үҙәген төҙөп бөтөрөү маҡсатын ҡуйҙы.
Төҙөлөштөң подрядсыһы булған “Гай тау-байыҡтырыу комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Шахта төҙөү идаралығы эшселәре тәүҙәрәк айына 5 метр ара үтһә, 2012 – 2013 йылдарҙа тиҙлек айына 35 метрға барып етте.
2013 йылда 492 метр тәрәнлектәге, бетон нығытмалы һәм руда индергес биш урыны булған шахта үҙәген ҡаҙыу тамамланды. Үткән йыл эшселәр арматурлау эшен, күтәрмәле машиналар бинаһы төҙөлөшөн тулыһынса теүәлләне. Шулай уҡ майҙансыҡты төҙөкләндереү, шахта өҫтө бинаһын, ваҡытлыса бушатыу урынын монтажлау, янғынға ҡаршы насос станцияһын төҙөү ваҡытында башҡарылды. Тиҙҙән сафҡа инәсәк үҙәккә яңы ҡорамалдар һатып алыу өсөн генә лә 17 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
— Киләсәктә “Көньяҡ” шахта үҙәге бүребайҙар өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ, ул комбинаттың ғүмерен тағы ла 20—30 йылға оҙайтасаҡ. Шулай уҡ 150 тирәһе өҫтәмә эш урыны асыла. Тиҙҙән тәүге мәғдән сығарыуҙы һәм тау ҡатламдары тейәлгән беренсе вагонды күрербеҙ, тигән ышаныстабыҙ, — ти “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев.