Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъяла ниҙәр бар?
Иң йәш водителдәр — Францияла

Донъяла ниҙәр бар?Кем дә кем 18 йәштән дә иртәрәк водитель таныҡлығын алырға теләй — Францияға рәхим итегеҙ. Ундағы ҡануниәткә ярашлы, хәүефһеҙлек һәм юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса махсус курс үткән, имтихандарын уңышлы тамамлаған 14 йәшлек үҫмер ҙә “еңел моторлы квадроцикл”ға идара итеү хоҡуғына эйә. Ғәмәлдә иһә әлеге категорияға әллә ни ҙур булмаған автомобилдәр ҙә ҡарай. Мәҫәлән, “Renault Twizy” электромобилендә сәғәтенә 45 километр тиҙлектә елдерергә мөмкин. Әйткәндәй, ошоғаса иң йәш водителдәр төйәге исемлеген Америка Ҡушма Штаттары тотоп килде. Бында водитель таныҡлығы 16 йәштән бирелә. Тик бөгөн американдар рекордтан ҡолаҡ ҡаҡты — хәҙер иң йәш автоһәүәҫкәрҙәрҙе француздар әҙерләй.

“Мин эстем, машинамды туҡтатығыҙ...”

Донъяла ниҙәр бар?Канадаларға зыялы халыҡ тигән ярлыҡ ныҡлы йәбешкән. Әммә ҡайһы саҡта уларҙың иғтибарлылығы иҫ китмәле. Мәҫәлән, күптән түгел Онтарио провинцияһының полицейскийҙары рулдә иҫерек килеш ултырған ирҙе туҡтата. Эскән булыуы хаҡында ҡайҙан белгәндәр, тиһегеҙме? Теге ир ...үҙе хәбәр иткән. “Ғүмерем буйы полиция хеҙмәтендә эшләйем, әммә бындай хәлде тәүге күреүем. Эскән кешенең ни тиклем аҡылһыҙ булыуына асыҡ дәлил был. Ярай әле ошондай юл менән булһа ла уны туҡтатып ҡалдыҡ, юҡһа, нимә менән барып бөтөр ине — билдәһеҙ”, — тигән урындағы полиция офицеры Кевин Онил журналистарға. Әлеге ваҡытта эскерһеҙ водителде суд көтә. Кәм тигәндә 1000 Канада доллары күләмендә штраф һалыныуы һәм бер йылға водитель таныҡлығы тартып алыныуы ихтимал.

Ҡанатлы машина уйлап тапҡандар

Донъяла ниҙәр бар?Словакияның үҙ автосәнәғәте юҡ, әммә был уларға донъяла тиңе булмаған автомобиль уйлап табырға ҡамасауламаған. Хәйер, был “тимер ат”ты автомобиль тип атауы ла ҡыйын, ни өсөн тигәндә “AeroMobil” фирмаһы тәҡдим иткән транспорт сараһы ерҙә лә йөрөй, һауала ла оса. Машинаны эшләү сирек быуат элек үк башланһа ла, өлгөһөн әле яңыраҡ ҡына һынап ҡарағандар. Белгестәр ҡанатлы машинаны һатыуға сығарырға ла иҫәп тота. Әммә 200 000 евронан да ҡиммәтерәк хаҡҡа һатыласаҡ был транспорт сараһын алыусы табылырмы — уныһы икенсе мәсьәлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә