Иң йәш водителдәр — ФранциялаКем дә кем 18 йәштән дә иртәрәк водитель таныҡлығын алырға теләй — Францияға рәхим итегеҙ. Ундағы ҡануниәткә ярашлы, хәүефһеҙлек һәм юл йөрөү ҡағиҙәләре буйынса махсус курс үткән, имтихандарын уңышлы тамамлаған 14 йәшлек үҫмер ҙә “еңел моторлы квадроцикл”ға идара итеү хоҡуғына эйә. Ғәмәлдә иһә әлеге категорияға әллә ни ҙур булмаған автомобилдәр ҙә ҡарай. Мәҫәлән, “Renault Twizy” электромобилендә сәғәтенә 45 километр тиҙлектә елдерергә мөмкин. Әйткәндәй, ошоғаса иң йәш водителдәр төйәге исемлеген Америка Ҡушма Штаттары тотоп килде. Бында водитель таныҡлығы 16 йәштән бирелә. Тик бөгөн американдар рекордтан ҡолаҡ ҡаҡты — хәҙер иң йәш автоһәүәҫкәрҙәрҙе француздар әҙерләй.
“Мин эстем, машинамды туҡтатығыҙ...”Канадаларға зыялы халыҡ тигән ярлыҡ ныҡлы йәбешкән. Әммә ҡайһы саҡта уларҙың иғтибарлылығы иҫ китмәле. Мәҫәлән, күптән түгел Онтарио провинцияһының полицейскийҙары рулдә иҫерек килеш ултырған ирҙе туҡтата. Эскән булыуы хаҡында ҡайҙан белгәндәр, тиһегеҙме? Теге ир ...үҙе хәбәр иткән. “Ғүмерем буйы полиция хеҙмәтендә эшләйем, әммә бындай хәлде тәүге күреүем. Эскән кешенең ни тиклем аҡылһыҙ булыуына асыҡ дәлил был. Ярай әле ошондай юл менән булһа ла уны туҡтатып ҡалдыҡ, юҡһа, нимә менән барып бөтөр ине — билдәһеҙ”, — тигән урындағы полиция офицеры Кевин Онил журналистарға. Әлеге ваҡытта эскерһеҙ водителде суд көтә. Кәм тигәндә 1000 Канада доллары күләмендә штраф һалыныуы һәм бер йылға водитель таныҡлығы тартып алыныуы ихтимал.
Ҡанатлы машина уйлап тапҡандарСловакияның үҙ автосәнәғәте юҡ, әммә был уларға донъяла тиңе булмаған автомобиль уйлап табырға ҡамасауламаған. Хәйер, был “тимер ат”ты автомобиль тип атауы ла ҡыйын, ни өсөн тигәндә “AeroMobil” фирмаһы тәҡдим иткән транспорт сараһы ерҙә лә йөрөй, һауала ла оса. Машинаны эшләү сирек быуат элек үк башланһа ла, өлгөһөн әле яңыраҡ ҡына һынап ҡарағандар. Белгестәр ҡанатлы машинаны һатыуға сығарырға ла иҫәп тота. Әммә 200 000 евронан да ҡиммәтерәк хаҡҡа һатыласаҡ был транспорт сараһын алыусы табылырмы — уныһы икенсе мәсьәлә.