Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рөхсәт итерҙәрме?..
Рөхсәт итерҙәрме?.. Автокреслоға ҡағылышлы фекер алышыу тынмай. Тәүҙә балалар өсөн махсус урын менән йыһазландырылмаған “тимер ат” хужаһына штраф күләме арттырылды. Һуңынан депутаттар был талапты тағы ла ҡатыландырыу маҡсатында сабыйҙарына битараф водителдәрҙең таныҡлығын тартып алырға тигән тәҡдим индерҙе. Бөгөн иһә тағы бер яңылыҡҡа шаһитбыҙ — ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре буйы 150 сантиметрҙан оҙонораҡ баланы, йәшенә ҡарамаҫтан, автомобилдә махсус креслоһыҙ йөрөтөргә рөхсәт итмәксе.

Башта Юл йөрөү ҡағиҙәләрен хәтергә тө­шө­рәйек: “Хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһаз­ландырылған автомобилдә 12 йәшкә тиклемге балалар уларҙың ауырлығына һәм буйына тап килгән ҡулайламалар йәки хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктереү мөмкинлеге биргән башҡа сараларҙы файҙаланып йөрөтөлөргә тейеш”. Был осраҡта нәҡ “башҡа саралар” тигән һүҙбәйләнеш ҡағиҙәне ҡабаттан өйрәнеүгә сәбәп булған да инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй “Ҡыҙыл тәре”һе эксперттары ғәмәлдәге юл йөрөү ҡағиҙәләренең хәүефһеҙ­леккә ҡағылышлы өлөшөнә өҫтәмә ин­дереү тәҡдимен күптән күтәреп сыҡ­ҡай­ны. Белгестәр фекеренсә, кес­кәйҙәрҙе юл йөрөгәндә адаптер менән генә бәйләп ултыртыу – хәүефле. Мотлаҡ автокресло ҡулланылырға тейеш. Бынан тыш, Дәүләт автоинспекцияһында ла “буйы 150 сантиметрға етмәгән баланы мотлаҡ автокреслоға ултыртырға” тигән закон проекты өйрәнелә. Идея авторҙарының феке­ренсә, был тәү сиратта һатыуҙан серти­фи­катһыҙ ҡулайламаларҙы сығарырға бу­лыш­лыҡ итәсәк. Ни өсөн тигәндә, бөгөн ата-әсәнең күбеһе махсус автокресло урынына осһоҙ “корректор”ҙарға, “адаптер”ҙарға өҫтөн­лөк бирә.
Әммә осһоҙ “хәүефһеҙ” тигәнде аңлатмай бит әле. Статистиканан күренеүенсә, бындай хәүефһеҙлек саралары юл-транспорт фажи­ғәһе мәлендә хәлде ҡатмарлаштыра. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иһә үҙ сиратында автокреслоға бәйле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өҫтөндә күптән эш башлаған. Атап әйткәндә, инспек­торҙар, ҡағиҙәнең 12 йәшкә тиклемге сикте билдәләгән өлөшө иҫкергән, баланың буйына (150 сантиметрға тиклем) ҡағылышлы өҫтәмә индерергә кәрәк, тигән фекерҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә