Автокреслоға ҡағылышлы фекер алышыу тынмай. Тәүҙә балалар өсөн махсус урын менән йыһазландырылмаған “тимер ат” хужаһына штраф күләме арттырылды. Һуңынан депутаттар был талапты тағы ла ҡатыландырыу маҡсатында сабыйҙарына битараф водителдәрҙең таныҡлығын тартып алырға тигән тәҡдим индерҙе. Бөгөн иһә тағы бер яңылыҡҡа шаһитбыҙ — ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре буйы 150 сантиметрҙан оҙонораҡ баланы, йәшенә ҡарамаҫтан, автомобилдә махсус креслоһыҙ йөрөтөргә рөхсәт итмәксе. Башта Юл йөрөү ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрәйек: “Хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһазландырылған автомобилдә 12 йәшкә тиклемге балалар уларҙың ауырлығына һәм буйына тап килгән ҡулайламалар йәки хәүефһеҙлек ҡайышы менән эләктереү мөмкинлеге биргән башҡа сараларҙы файҙаланып йөрөтөлөргә тейеш”. Был осраҡта нәҡ “башҡа саралар” тигән һүҙбәйләнеш ҡағиҙәне ҡабаттан өйрәнеүгә сәбәп булған да инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй “Ҡыҙыл тәре”һе эксперттары ғәмәлдәге юл йөрөү ҡағиҙәләренең хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы өлөшөнә өҫтәмә индереү тәҡдимен күптән күтәреп сыҡҡайны. Белгестәр фекеренсә, кескәйҙәрҙе юл йөрөгәндә адаптер менән генә бәйләп ултыртыу – хәүефле. Мотлаҡ автокресло ҡулланылырға тейеш. Бынан тыш, Дәүләт автоинспекцияһында ла “буйы 150 сантиметрға етмәгән баланы мотлаҡ автокреслоға ултыртырға” тигән закон проекты өйрәнелә. Идея авторҙарының фекеренсә, был тәү сиратта һатыуҙан сертификатһыҙ ҡулайламаларҙы сығарырға булышлыҡ итәсәк. Ни өсөн тигәндә, бөгөн ата-әсәнең күбеһе махсус автокресло урынына осһоҙ “корректор”ҙарға, “адаптер”ҙарға өҫтөнлөк бирә.
Әммә осһоҙ “хәүефһеҙ” тигәнде аңлатмай бит әле. Статистиканан күренеүенсә, бындай хәүефһеҙлек саралары юл-транспорт фажиғәһе мәлендә хәлде ҡатмарлаштыра. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре иһә үҙ сиратында автокреслоға бәйле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү өҫтөндә күптән эш башлаған. Атап әйткәндә, инспекторҙар, ҡағиҙәнең 12 йәшкә тиклемге сикте билдәләгән өлөшө иҫкергән, баланың буйына (150 сантиметрға тиклем) ҡағылышлы өҫтәмә индерергә кәрәк, тигән фекерҙә.