Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Талап етди булмаҡсы
Тиҙҙән водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуға талаптарҙың ҡатыланыуы ихтимал. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең бындай проект менән сығыш яһауы аңлашыла — бөгөн юлдарҙағы хәлде һуғыш яланына тиңләрлек. Сәғәт һайын тиерлек теркәлеп торған юл-транспорт ваҡиғаларында тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә, күптәр тән йәрәхәте ала. Шул уҡ ваҡытта автомәктәп инструкторҙары: “Тәҡдим ителәсәк яңы ҡағиҙәләр буйынса имтихан тапшырыу хатта ҡайһы бер профессиональ водителдәрҙең ҡулынан килмәйәсәк”, — тип билдәләй.
Проект теоретик имтиханға ла, күнекмәләргә лә (ябайлаштырып әйткәндә, “майҙансыҡҡа”) ҡағыла. Айырыуса һуңғы һынауға талаптар ҡәтғи. Әйткәндәй, проект әҙерләнгән арала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер нисә автомәктәптә булған. Тикшереүҙән күренеүенсә, һуңғы ваҡытта “йылан” тип аталған күнекмә методиканан алып ташланған. Уның урынына “90 градусҡа боролош” һәм “йылан”ға оҡшаш, әммә ҙурыраҡ арауыҡты биләгән күнегеү индерелгән. Практиканан күренеүенсә, һуңғыһына ҡағылышлы ауырлыҡтар юҡ, ә бына “90 градусҡа боролош”то үтәү ғәмәлдә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Автомәктәп уҡыусыларының күбеһе машинаның арты менән боксҡа ла инә алмаған.


Фуат ИСЛАМОВ, тәжрибәле водитель:
– Имтихандарға та­лапты көсәйтергә күп­тән ваҡыт. Юҡһа, бары­һы ла тиерлек, айырыуса йәштәр, водитель таныҡлығы ала ла, ҡағи­ҙәне беләме-юҡмы, рулгә улты­рырға ашыға. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй йөрөгәндәрҙе әйтеп тә тормайым. Ҡыҙыҡ өсөн статистикаға ғына күҙ һалығыҙ – юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенә 18 – 25 йәшлектәр сәбәпсе.

Салауат КАМАЛОВ, автоһәүәҫкәр:
— Бөтөн сис­теманы үҙгәрт­мәй тороп, алға китеш булмаясаҡ. Имти­хан­дарға талапты арттырыу менән ни файҙа! Әлеге лә баяғы шул ришүәтселек кенә көсәйәсәк. Быға тиклем имтихан тапшырыуға 15 – 20 мең һум һораһалар, хәҙер хаҡтың ике тапҡырға артыуы ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә