Талап етди булмаҡсы31.03.2015
Тиҙҙән водитель таныҡлығына имтихан тапшырыуға талаптарҙың ҡатыланыуы ихтимал. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең бындай проект менән сығыш яһауы аңлашыла — бөгөн юлдарҙағы хәлде һуғыш яланына тиңләрлек. Сәғәт һайын тиерлек теркәлеп торған юл-транспорт ваҡиғаларында тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә, күптәр тән йәрәхәте ала. Шул уҡ ваҡытта автомәктәп инструкторҙары: “Тәҡдим ителәсәк яңы ҡағиҙәләр буйынса имтихан тапшырыу хатта ҡайһы бер профессиональ водителдәрҙең ҡулынан килмәйәсәк”, — тип билдәләй.
Проект теоретик имтиханға ла, күнекмәләргә лә (ябайлаштырып әйткәндә, “майҙансыҡҡа”) ҡағыла. Айырыуса һуңғы һынауға талаптар ҡәтғи. Әйткәндәй, проект әҙерләнгән арала ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бер нисә автомәктәптә булған. Тикшереүҙән күренеүенсә, һуңғы ваҡытта “йылан” тип аталған күнекмә методиканан алып ташланған. Уның урынына “90 градусҡа боролош” һәм “йылан”ға оҡшаш, әммә ҙурыраҡ арауыҡты биләгән күнегеү индерелгән. Практиканан күренеүенсә, һуңғыһына ҡағылышлы ауырлыҡтар юҡ, ә бына “90 градусҡа боролош”то үтәү ғәмәлдә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Автомәктәп уҡыусыларының күбеһе машинаның арты менән боксҡа ла инә алмаған.
Фуат ИСЛАМОВ, тәжрибәле водитель:
– Имтихандарға талапты көсәйтергә күптән ваҡыт. Юҡһа, барыһы ла тиерлек, айырыуса йәштәр, водитель таныҡлығы ала ла, ҡағиҙәне беләме-юҡмы, рулгә ултырырға ашыға. Күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй йөрөгәндәрҙе әйтеп тә тормайым. Ҡыҙыҡ өсөн статистикаға ғына күҙ һалығыҙ – юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһенә 18 – 25 йәшлектәр сәбәпсе.
Салауат КАМАЛОВ, автоһәүәҫкәр:
— Бөтөн системаны үҙгәртмәй тороп, алға китеш булмаясаҡ. Имтихандарға талапты арттырыу менән ни файҙа! Әлеге лә баяғы шул ришүәтселек кенә көсәйәсәк. Быға тиклем имтихан тапшырыуға 15 – 20 мең һум һораһалар, хәҙер хаҡтың ике тапҡырға артыуы ихтимал.