Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Хәйерле иртә!” сират йыя
“Хәйерле иртә!” сират йыя Ҡайһы бер йүнселдәр шәхси эштәрен район үҙәгендә, шулай уҡ ҡалала йәйелдерергә теләй, икенселәр иһә, киреһенсә, ауыл ерен һайлай. Тәүгеләрен аңларға була: ҡайҙа халыҡ – шунда аҡса, килемде мөмкин тиклем күберәк алаһың. Ә тәрәндән уйлағанда, ҡайҙа ла табышлы эшләргә мөмкин. Бала Сытырман ауылындағы һөт заводы директоры Геннади ЧАНГЕЛИЯ үҙ миҫалында ошо хәҡиҡәтте иҫбат иткән. Уның һөйләгәндәре күптәргә фәһем булырлыҡ.
– Шәхси эшемде бер нисә йүнәлештә көйләгәнмен – ҡыра­ғай баҙар шарттары шуны талап итә. Айырыуса һөт эшкәртеүҙән яҡшы табыш килеүенә инандым. Эргә-тирә райондарҙан, шулай уҡ үҙебеҙҙәге хужалыҡ­тарҙан тәүлегенә 20 тоннаға яҡын һөт ҡабул итеп эшкәртәм. Тәүге осорҙа һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән сикләнһәк, йылдан-йыл продукцияны төрләндерергә ты­рыштыҡ, был ысул әле лә дауам итә. Ҡатыҡ, эремсек, ҡуйыр­тыл­ған һөт – шуға миҫал. Кәштәлә һөт ризыҡтары төрлө булған һайын һатып алыусылар ҙа ар­та. Тәүҙәрәк, ҡаймаҡ ҡына тәҡ­дим иткәндә, өлкән йәштәге бер ағайҙың “Эремсек эшләп ҡара­ға­нығыҙ булманымы?” тигән һо­рауы күңелемә тынғылыҡ бир­мәне. Күп тә үтмәне, был эшкә ныҡлап тотондоҡ. “Хә­йерле иртә!” тигән яҙыулы һөт ризыҡтарын етештереүҙе башлап ебәрҙек. Әйткәндәй, ошонан һуң тауар баҙарҙа айырыуса шәп үтә башланы. Иртән торғас та нимә тип өндәшәбеҙ? Әл­биттә, туғандарға, дуҫ-ишкә көнө яҡшы уҙһын өсөн ихлас сәләм бирәбеҙ.
“Хәйерле иртә!” сират йыяБала Сытырманда йәшәгән­дәрҙең бер нисәүһе бында эш­ләй. Йәмғеһе 18 кешене эш менән тәьмин иттем, киләсәктә тағы ла аласаҡмын. Хеҙмәт­кәрҙәремдән Оксана Мазлова, Илһам Кинйәбаев, Елена Фәт­ҡуллина, Тамара Дегтярева, Дилара Әхмәрова – бүтәндәргә өл­гө. Тырыштар өҫтәмә түләү­ҙәр алып ҡыуана. Ә ниңә ундай­ҙарҙы дәртләндермәҫкә!?
Бинаны төҙөп ултыртҡас та, тирә-яғын йәшелләндереүгә ва­ҡыт бүлдем. Тәртип тупһанан баш­лана бит. Юғиһә предприя­тиеға килгәндәрҙә кире ҡараш тыуыуы ихтимал. Киләсәктә был урынды гөл баҡсаһына әйлән­дереү өсөн тырышасаҡбыҙ.
Сыр яһау уйы менән дә янабыҙ, уны тиҙҙән кәштәләрҙә күрерһегеҙ.






Район: Бала Сытырман ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә