Ҡайһы бер йүнселдәр шәхси эштәрен район үҙәгендә, шулай уҡ ҡалала йәйелдерергә теләй, икенселәр иһә, киреһенсә, ауыл ерен һайлай. Тәүгеләрен аңларға була: ҡайҙа халыҡ – шунда аҡса, килемде мөмкин тиклем күберәк алаһың. Ә тәрәндән уйлағанда, ҡайҙа ла табышлы эшләргә мөмкин. Бала Сытырман ауылындағы һөт заводы директоры Геннади ЧАНГЕЛИЯ үҙ миҫалында ошо хәҡиҡәтте иҫбат иткән. Уның һөйләгәндәре күптәргә фәһем булырлыҡ.– Шәхси эшемде бер нисә йүнәлештә көйләгәнмен – ҡырағай баҙар шарттары шуны талап итә. Айырыуса һөт эшкәртеүҙән яҡшы табыш килеүенә инандым. Эргә-тирә райондарҙан, шулай уҡ үҙебеҙҙәге хужалыҡтарҙан тәүлегенә 20 тоннаға яҡын һөт ҡабул итеп эшкәртәм. Тәүге осорҙа һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән сикләнһәк, йылдан-йыл продукцияны төрләндерергә тырыштыҡ, был ысул әле лә дауам итә. Ҡатыҡ, эремсек, ҡуйыртылған һөт – шуға миҫал. Кәштәлә һөт ризыҡтары төрлө булған һайын һатып алыусылар ҙа арта. Тәүҙәрәк, ҡаймаҡ ҡына тәҡдим иткәндә, өлкән йәштәге бер ағайҙың “Эремсек эшләп ҡарағанығыҙ булманымы?” тигән һорауы күңелемә тынғылыҡ бирмәне. Күп тә үтмәне, был эшкә ныҡлап тотондоҡ. “Хәйерле иртә!” тигән яҙыулы һөт ризыҡтарын етештереүҙе башлап ебәрҙек. Әйткәндәй, ошонан һуң тауар баҙарҙа айырыуса шәп үтә башланы. Иртән торғас та нимә тип өндәшәбеҙ? Әлбиттә, туғандарға, дуҫ-ишкә көнө яҡшы уҙһын өсөн ихлас сәләм бирәбеҙ.
Бала Сытырманда йәшәгәндәрҙең бер нисәүһе бында эшләй. Йәмғеһе 18 кешене эш менән тәьмин иттем, киләсәктә тағы ла аласаҡмын. Хеҙмәткәрҙәремдән Оксана Мазлова, Илһам Кинйәбаев, Елена Фәтҡуллина, Тамара Дегтярева, Дилара Әхмәрова – бүтәндәргә өлгө. Тырыштар өҫтәмә түләүҙәр алып ҡыуана. Ә ниңә ундайҙарҙы дәртләндермәҫкә!?
Бинаны төҙөп ултыртҡас та, тирә-яғын йәшелләндереүгә ваҡыт бүлдем. Тәртип тупһанан башлана бит. Юғиһә предприятиеға килгәндәрҙә кире ҡараш тыуыуы ихтимал. Киләсәктә был урынды гөл баҡсаһына әйләндереү өсөн тырышасаҡбыҙ.
Сыр яһау уйы менән дә янабыҙ, уны тиҙҙән кәштәләрҙә күрерһегеҙ.