Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уҡытыусы үҙе ҡояш һымаҡ
Уҡытыусы үҙе ҡояш һымаҡ Яҙ – сағыу көндәргә, онотолмаҫ тәьҫораттарға бай миҙгел. Ошо күркәм мәлдә йыл да уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһе лә яңы үрҙәргә дәртләндереп ебәрә. Сираттағы конкурстың йомғаҡлау тантанаһы ла, ғәҙәттәгесә, сағыу байрамға әүерелде.

Мәғлүм булыуынса, заманса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатын ҡуйған бәйге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы, унда республика педагогтарынан тыш, Ҡурған, Силәбе өлкәһенән килгән уҡытыусылар көс һынашты. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: быйылғы ярышта ир-ат та байтаҡ булды.
– Күркәм йолаға әйләнгән конкурс – белем биреү тармағын камиллаштырыуҙың нигеҙе ул, – тине сығышында Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. – Уның ярҙамында бейеклектәргә ынтылабыҙ, етешһеҙлектәрҙе күрәбеҙ, үҫеш өсөн яңы бурыстар билдәләйбеҙ. Быйылғы конкурсанттарҙың йөкмәткеле, үҙенсәлекле сығыштарын күреп шатландыҡ, уларҙың заман менән бер ҡалыпта эшмәкәрлек алып барыуы һөйөндөрҙө.
Уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, юғары уҡыу йорттары, төрлө ведомство вәкилдәре сығыш яһаны, бәйгеселәргә махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында барған сағыу тамашаны билдәле сәхнә оҫталарының, балаларҙың дәртле сығыштары биҙәне. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә быға тиклем еңеү яулаған остаздарҙың сәхнәгә күтәрелеүе лә тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Конкурсанттар “Педагогиканың өмөтлө киләсәге”, “Сәсән телле уҡытыусы”, “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Иң яҡшы педагогик эссе”, “Электрон белем биреү концепцияһын уңышлы тормошҡа ашырыу”, “Өлгөлө дәрес” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. Финалға сыҡҡан Марат Аҙнабаев (Борай районы), Гүзәл Фазылова, Айһылыу Фәхриева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Айгөл Игелекова (Өфө ҡалаһы) араһынан баш ҡаланың Орджоникидзе районының 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Фәнис Шәрәфетдинов еңеүсе тип танылды, төп бүләккә лайыҡ булды.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә