Яҙ – сағыу көндәргә, онотолмаҫ тәьҫораттарға бай миҙгел. Ошо күркәм мәлдә йыл да уҙғарылған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһе лә яңы үрҙәргә дәртләндереп ебәрә. Сираттағы конкурстың йомғаҡлау тантанаһы ла, ғәҙәттәгесә, сағыу байрамға әүерелде.Мәғлүм булыуынса, заманса фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатын ҡуйған бәйге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы, унда республика педагогтарынан тыш, Ҡурған, Силәбе өлкәһенән килгән уҡытыусылар көс һынашты. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ: быйылғы ярышта ир-ат та байтаҡ булды.
– Күркәм йолаға әйләнгән конкурс – белем биреү тармағын камиллаштырыуҙың нигеҙе ул, – тине сығышында Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. – Уның ярҙамында бейеклектәргә ынтылабыҙ, етешһеҙлектәрҙе күрәбеҙ, үҫеш өсөн яңы бурыстар билдәләйбеҙ. Быйылғы конкурсанттарҙың йөкмәткеле, үҙенсәлекле сығыштарын күреп шатландыҡ, уларҙың заман менән бер ҡалыпта эшмәкәрлек алып барыуы һөйөндөрҙө.
Уҡытыусыларҙы тәбрикләү тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, юғары уҡыу йорттары, төрлө ведомство вәкилдәре сығыш яһаны, бәйгеселәргә махсус бүләктәрен тапшырҙы.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында барған сағыу тамашаны билдәле сәхнә оҫталарының, балаларҙың дәртле сығыштары биҙәне. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә быға тиклем еңеү яулаған остаздарҙың сәхнәгә күтәрелеүе лә тантанаға мәртәбә өҫтәне.
Конкурсанттар “Педагогиканың өмөтлө киләсәге”, “Сәсән телле уҡытыусы”, “Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн”, “Һөнәремә тоғро ҡалам”, “Иң яҡшы педагогик эссе”, “Электрон белем биреү концепцияһын уңышлы тормошҡа ашырыу”, “Өлгөлө дәрес” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. Финалға сыҡҡан Марат Аҙнабаев (Борай районы), Гүзәл Фазылова, Айһылыу Фәхриева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Айгөл Игелекова (Өфө ҡалаһы) араһынан баш ҡаланың Орджоникидзе районының 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Фәнис Шәрәфетдинов еңеүсе тип танылды, төп бүләккә лайыҡ булды.