Мауығыусан беҙ — Рәсәй кешеләре. Хыялый тип әйтергә лә булалыр. Нимә теләп, ҡайҙа ынтылып йәшәүебеҙҙе онотоп та ебәрәбеҙ. Ишетеүебеҙсә, маҡтаулы Көнбайыш дәүләттәрендә, хәйер, Көнсығыш илдәренең күпселегендә лә инде, халыҡтар етеш тормошта, уға ҡағылдырмай-һуғылдырмай көн итеүгә өҫтөнлөк бирә. Рәсәйҙә иһә, ғүмер баҡый эҙләнеү рухы, һөҙөмтәнән бигерәк, шул эҙләнеү процесы өҫтөнлөк ала килде. Ватан эсендәге уйланған һәм нигеҙләнгән фекерҙәргә илтифат итмәй, беҙ сит-ят Людвиг Эрхард, Дэн Сяопиндарҙың эш-ғәмәлдәренә һоҡланыу менән генә ҡәнәғәтләндек. Германия, Япония, Ҡытай, Һиндостан һымаҡ дәүләттәрҙең уңышына сәпәкәйләмәнек, сөнки был үҙебеҙҙең тамырланған кәмселлек комплексын раҫлау булыр ине.
Өр-яңы тарихта донъялағы инҡилаби сыуалыштарға йә “яҙ”, йә иһә ниндәй ҙә булһа “төҫ”тәр атамаһын биреү ғәҙәте сәйәси лексиконға инеп китте. “Ғәрәп яҙы”, “раузалар революцияһы”, “тюльпандар революцияһы”... Уҙған быуаттың 80-се йылдарында, утыҙ йыл әүәл, Михаил Горбачев хакимлыҡҡа килеп, хәтһеҙ ваҡыттан һуң ул дәртләндергән ғәмәлдәрҙе бөгөнгө ҡараштан баһалай башлаған аналитиктар шул осорҙо “Совет яҙы” тип атаны. Тимәк, ил йәмғиәтендәге тәрән үҙгәрештәргә әлеге йылдарҙа нигеҙ һалынған һәм, принципһыҙ ҙа, идеяһыҙ ҙа ватан бюрократияһының, дәүләт структураһының теш ҡыҫып ҡаршылашыуына осрап, ул тыуған мәлендә үк тонсоҡторолған. Был тезистан ниндәй һығымта яһарға мөмкин? Беҙ йәш саҡта “Революцияның башланыуы бар — революцияның тамамланыуы булмай” тигән ышаныс һеңдерелә торғайны. Тимәк, “Совет яҙы” — Рәсәй инҡилаби процесында тәүге ҡарлуғас ҡына, ул “Рус яҙы” йәки бүтән атама менән дауам ителергә тейеш. Бына шундай логика, һәм уға фәлсәфәүи нигеҙ.
Ҡарашты артҡа йүнәлткән килеш алға барыу мөмкин түгел, тип тәҡрарлаһаҡ та, ваҡыт-ваҡыты менән әйләнеп, тын тартып алыу кәрәктер. Иҡтисадсы һәм социолог Владислав Иноземцев, Михаил Горбачевтың эшмәкәрлегенә либераль-демократик ҡараштан баһа биреп, уны “бөйөк сәйәсмән, гуманист һәм замандашыбыҙ” тип атай. Хәйер, быға ла ғәжәпләнәһе түгел — беҙҙә, В. Белинский әйтмешләй, “яратһалар, күҙҙәре тоноп яраталар, туҡмаһалар, үлтермәйенсә ҡуймайҙар”. Икеләнеү ҙә, сама ла булмай.
Тарихсы булмайынса ла, бер нәмәне раҫларға мөмкиндер: ватаныбыҙ тарихы бихисап быуаттар буйы һуғыштар һәм халыҡтың хаҡһыҙ язаһы менән үрелеп бара. Шуға күрәлер, 1985 йылғы “Совет яҙы”н уйлай белгән кешеләр самаһыҙ оҙаҡҡа һуҙылған яфалар тарихының, ниһайәт, ахыры тип ҡабул итте. “Уйлай белгән” тигән һүҙбәйләнеште ҡулланыуым осраҡлы түгел, сөнки һикһәненсе йылдар уртаһында йәмғиәт күп тапҡырға мәғрифәтлерәк тә, бөгөнгөгә ҡарағанда әхлаҡлыраҡ та ине. Горбачев менән уны ҡаматлаған аҙсылыҡ, әлбиттә, йәмғиәтебеҙҙең ғәҙәттән тыш һәм бүтәндәрҙән айырылып тороуына иҫәп тотмаған, бәлки уның европаса тарихына һәм үҙгәрә барыусы холоҡ-фиғеленә ышанған. Мәғлүмәти асыҡлыҡҡа, демократик сәйәсәткә һәм баҙар иҡтисадына күсә башлауға тәүге ынтылыш ошоға нигеҙләнә.
“Геронтократтар”ҙың, йәғни ҡарт-ҡороноң, оҙайлы хакимлығынан тамам бүккән халыҡты власҡа сағыштырмаса йәш (54) Горбачевтың килеүе дәртләндереп ебәрҙе. Теремек, ябай кешеләр менән һөйләшеүҙән ҡурҡмаған етәксе илде әсе һаҙлыҡтан тартып сығарыуға ихлас тотонор һымаҡ күренде. Ысындан да, күп тә үтмәҫтән, партия Үҙәк Комитетының апрель пленумында Горбачев, тиҙләнештең башы дисциплинаны күтәреүҙә, кеше факторын әүҙемләштереүҙә һәм эшсәндәрҙең идаралыҡта ҡатнашыуын киңәйтеүҙә ята, тип белдерҙе. 15 – 17 майҙа Михаил Сергеевич Ленинградта булды һәм ябайҙар менән аралашыуҙың яңы алымын күрһәтте. “Асыҡлыҡтың тәүге күренеше итеп минең 1985 йылдың майында Ленинградҡа барыуҙы иҫәпләргә булалыр... — тип хәтерләне аҙаҡтан М.С. Горбачев үҙе. — Үҙәк Комитеттың март һәм апрель пленумдарының матбуғатҡа сыҡмаған материалдары, юғары партия даирәләрендә “ябыҡ тәртиптә” һөйләнелгәндәр ғәмгә барып етте”.
Шул уҡ ваҡытта илдәге хәлдәрҙе әсе тәнҡиткә тотоу алдағы көндәргә саманан тыш ышаныу менән бергә ҡушылды. Генераль секретарь йәмғиәтте һәр йәһәттән яңыртасаҡ реформалар планы тураһында әйтте. Уның нигеҙендә, юғарыла билдәләнгәнсә, социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеү ятырға тейеш булды. Үҙгәрештәр яңы инвестиция һәм структура сәйәсәтенә таянып бойомға ашырылырға тейеш, тип билдәләнде. Горбачев ватан продукцияһын донъя баҙарында конкуренцияға һәләтле итеп етештерергә саҡырҙы.
Бәхәсһеҙ фекерҙәр бит! Хәҙер улар үҙенең көнүҙәклеген юғалтҡанмы ни? Әйткәндәй, үҙ идеяларының дөрөҫлөгөн Михаил Сергеевич Көнбайыш лидерҙары менән осрашыуҙарында ла һынап ҡараны. Был йәһәттән Горбачевтың, әле секретарь һәм политбюро ағзаһы сифатында, 1984 йылдың декабрендә Лондонға барыуы хәтергә төшә. Бөйөк Британияның баш ҡалаһында ул үҙен ғәжәп иркен тота. Бер нисә сәғәт һөйләшеп ултырғандан һуң Британия премьер-министры М. Тэтчер: “Горбачев миңә оҡшай, — тип белдерә. — Уның менән эш итә аласаҡбыҙ”. Ошо мәлдән улар араһында бер-береһенә ҡарата ышаныс хасил була. Ә иң мөһиме — аңлашыу халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүенә булышлыҡ итә. Британия парламентында сығыш яһап, Горбачев: “Европа халыҡтарының яҙмышы айырылғыһыҙ тигән фекер менән килешмәгәндәр табылырмы икән?.. Ядро быуаты яңыса сәйәси фекерләүҙе ҡотолғоһоҙ талап итә. Беҙҙең ил туранан-тура һәм асыҡ рәүештә үҙ юлын һайланы: көсөргәнеште еңергә, фекер айырымлыҡтарын, бәхәсле мәсьәләләрҙе көс һәм ҡурҡытыу менән түгел, бәлки, бер-беребеҙҙең законлы ихтыяждарын иҫәпкә алған һөйләшеүҙәр юлы аша хәл итергә, эске эштәргә ҡыҫылыуға рөхсәт бирмәҫкә”, — ти. “Яңыса фекерләү” концепцияһы 1985 йылдан һуң СССР-ҙың тышҡы сәйәси доктринаһына әйләнә.
Ябай кешеләрҙең күпселеге өсөн имен, тотороҡло, икмәкле тормош менән йәшәү — төп теләк. Ул бойомға ашһын өсөн йәмғиәт үҫешен туҡтатырға тейеш түгел. Торғонлоҡ тип аталамы, консерваторлыҡмы, үҫеүе туҡтаған йәмғиәт ҡотолғоһоҙ емерелә башлай. Шуғалыр, йәмәғәтселектән “Үҙгәрештәр көтәбеҙ!” тигән һөрәндең ваҡыты-ваҡыты менән ишетелә тороуы ғәжәпләндермәй. Партияның башындағы реформаторҙар ҙа “ижтимағи бызмырлау” йүнәлешен иғтибар менән күҙәткән. Үҙгәрештәр алдынан йәмәғәтселектең теләһә ҡайһы сығышы ла мөһим була. Йәмғиәттә төньяҡ йылғаларын бороуға ҡаршы хәрәкәт тирә-яҡ мөхитте ҡурсалаусыларҙы ла, мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаусыларҙы ла, патриоттарҙы ла, милләтселәрҙе лә, “ғәҙеллек” яҡлыларҙы ла бергә туплай.
Уҙған быуаттың 80-се йылдары башы көрсөккә тура килде. Был иҡтисадсы-ғалимдарҙың фекере генә түгел ине: илдең һәр гражданы көрсөк менән күҙмә-күҙ осрашты. СССР афған болаһына барып инде, телевидение “интернациональ ярҙам” тип хәбәр таратҡан арала илгә “похоронка”лар осто. Кибеттәрҙә тауар бөттө. Аяҡ һәм өҫ кейемдәре китаптар, автомобилдәр, йорт йыһаздары, дарыуҙар — һәммәһе “доставать” итеүгә, толкучкаға күсте, күп ҡалаларҙа, шул иҫәптән Өфөлә лә, ит-майға, шәкәр-сәйгә, хәмергә, хатта тәмәкегә талон индерелде.
Иҡтисадтағы тигеҙһеҙлек көсәйгәндән-көсәйҙе. Ил нефть һәм газды ситкә ни хаҡҡа һатыуға ҡарап тора башланы. 1971—1980 йылдар араһында яғыулыҡ сығарыу дүрт тапҡырҙан күберәккә, шул иҫәптән газ — һигеҙ, нефть ете тапҡыр самаһына артты. Йыуан нефть һәм газ торбалары яғыулыҡты Көнбайышҡа ҡыуа, килгән валютаға ил өсөн аҙыҡ-түлек һәм юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алабыҙ. Иҡтисад ҡата. Теүәлләнмәгән төҙөлөштәр һаны арта. Сәнәғәткә килгән инвестициялар һөҙөмтәһеҙ хужалыҡ механизмында юғала. “Шупашкар” ауыр тракторҙар заводы төҙөлөшө, төньяҡ йылғаларын көньяҡҡа бороу проекттары күп миллиардлы сығымға килтергән мәғәнәһеҙлеккә һәйкәл булды.
Ил тормошо “туңыуын” дауам итте. Үҙәк Комитеттың генераль секретары Юрий Андропов булған саҡта уҡ “идеологик дисциплина” тигән төшөнсә партия органдары тарафынан аңға әүҙем һеңдерелә килде. Йәғни яҙған кешеләр ҙә, уны нәшер итеүселәр ҙә үҙен үҙе цензураларға тейеш. Матбуғат тәртип урынлаштырыу, алкоголизмды фашлау кампанияһын йәйелдерҙе һәм һуңғыһы, Горбачев хакимлыҡҡа килгәс, илдә спиртлы эсемлектәрҙе тамам тыйырға маташыу менән бөттө.
Андропов юғары хакимлыҡта талапсанлығы менән хәтерҙә ҡалған. Тарихсы Рудольф Пихоя “Москва. Кремль. Власть” тигән китабындағы “Сырхау власть” тип аталған очеркында Юрий Владимировичтың Горбачевҡа төбәп әйткән фекерен дә килтерә: “Горбачев иптәшкә, тәбиғәткә аҙыраҡ һылтанып, уңыш маҡсатында көрәш ойошторорға, кешеләр ҡоролоҡ тураһында һөйләнмәһен һәм тәбиғәт хөртлөгөнә һылтанмаһын, ә һәр уңай көндө, минутты һөҙөмтәле файҙаланып, игенде, бүтән үҫемлекселек, малсылыҡ продукттарын күберәк алыу, туплау өсөн, уларҙы мобилизацияларға кәрәк”.
Бик ҙур дәүләттә һәм йәмғиәттә барған тектоник ҡуҙғалыштарҙың төпкөл асылына төшөнөү түгел, уның күҙгә ташланған күренештәрен барлау ҙа тикшеренеүселәр өсөн ситен. Әгәр уларҙан бөгөн һабаҡ алыу мөмкин түгел икән, быны эшләүҙән дә фәтүә юҡ. “Үҙгәртеп ҡороу”, “тиҙләнеш”, “кеше факторы”, “билдәлелек” кеүек одиоз мәғәнә алған төшөнсәләрҙе Горбачевтың шәхесе һәм шәхси эшмәкәрлеге менән генә бәйләү ҙә дөрөҫ түгелдер, сөнки ул замандың етәкселек стилендә коллектив фекер буш һүҙ түгел ине бит. Алған тәрбиәһе, фекерләү рәүеше һәм йәшәүе буйынса Горбачев совет номенклатураһына ҡарай ине. Ул инанған марксист, “ленинсы тәғлимәт һәр йәһәттән көслө” тип мөкиббән киткән кеше, иҡтисадтағы һәм тормоштоң бүтән өлкәләрендәге хроник уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбен эште ойоштора белмәүҙә, хеҙмәт урынын үҙ хәсиәтендә файҙаланыуҙа күрҙе. Ә уны тотош социалистик системаның тәрәнтен, принципиаль кәмселектәрендә эҙләү кәрәк булған. Властың ошо нигеҙҙәрҙе тамырынан үҙгәртә алмауы һәм теләмәүе, ахыр сиктә, Горбачевтың да, уның менән бергә Советтар Союзының да башына етте.
Горбачев үҙенә тиклемге совет етәкселәренең эшен дауам итеүсе генә булды. Улар һымаҡ Михаил Сергеевич та, хыялға бирелеп, донъяны әйләндереп һалырҙай хәл иткес һалмауыр эҙләп йәшәне. Тиҙләнеш, билдәлелек, хужалыҡ иҫәбе, Көнбайыштың булышлығы һәм башҡалар. Ләкин Горбачев ваҡытындағы башкөллө башланғыстар ҙа ҡомға һеңгән һыу ише юғалманы, тиктәҫкә булманы. Шәхси эшҡыуарлыҡ, ерҙе ҡуртымға биреү, фермер хужалыҡтарын ойоштороу кеүек етди аҙымдар яһалды. Дөрөҫ, бында ла эшҡыуарҙар һәм фермерҙарҙың һис ниндәй гарантиялары һәм хоҡуҡтары юҡ ине. Улар урындағы партия, дәүләт һәм торараҡ — криминаль “феодалдар” власы ҡулына эләкте. Нисек кенә булмаһын, Горбачев иҡтисадты либералләштереү мәсьәләһендә шаҡтай уҡ алға китте, уның сиген, иҡтисади сәйәсәттә КПСС-тың төп ролен һаҡлап, “көйләнә торған баҙар иҡтисады”н булдырыуҙа күрҙе.
Хәтерҙе яңыртҡан тарих әле тамамланмаған. Ул хатта тиҙләнеш тә алмаған һымаҡ. Тимәк, әгәр тарих тамамланмаған икән, был икенсе нәмәгә — тәбиғи тормошҡа әйләнеп ҡайтыуға — өмөт уята. Рәсәйҙең цивилизациялы донъяға йәнә килеүе ҡотолғоһоҙ. Ул инде яңы “Рәсәй яҙы” (“Рус” түгел) — прогресс һәм именлек яҙы — буласаҡ. Донъя уны үҙгәртеп ҡороуҙан да кәм ҡотламаясаҡ, күп мәртәбәгә көслөрәк яҡлаясаҡ.