Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һине бында көтәләр, һағыналар
Һине бында көтәләр, һағыналар Беҙҙең Горчак ауылы ҙур түгел. Ҡырҡлап ҡына йорттан тора. Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, тарихы ҙур уның. Былтыр 120 йыллығын билдәләнек. Рәсәй империяһының һуңғы канцлеры Александр Горчаков нигеҙ һалған беҙҙең ауылға. ХIХ быуат башында Рәсәй дәүләтенә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Ҡаҙанғол улусына ҡараған биләмәнән уға ер бүлеп бирелә. Ошо урында крәҫтиән утарҙары булдырыла.

Ауылдың тәүге халҡы — урыҫ­лаш­ҡан немецтар. Икенсе Бөтә донъя һуғышы алдынан улар, утарҙарын ташлап, Германияға ағыла. Ә шулай ҙа бөгөн дә ул немецтарҙың вариҫ­тары бар. Төрлө ауыр осорҙарҙы кисерҙе ауылыбыҙ, тик таралманы, юғалманы. Бөгөнгә ҡәҙәр, Аллаға шөкөр, матур итеп йәшәп килә. Йорт-ихаталар төҙөк, халҡы эшсән, ты­рыш, әүҙем, ҡунаҡсыл.
Ауылдың 120 йыллығын уҙғарырға йыйынғас та, кешеләр дәррәү күтәрелгәйне. Был сараны шәхси эшҡыуар Яҡуп Ғәлин башлап ебәрҙе. Халыҡты йыйып, аңлатып, тарихҡа байҡау яһап, ул ауылдаштары күңеленә ойотҡо һалырға тырышты. Һәр йортҡа кереп, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөнә алды, контролдә тотто. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе, йәмләнде.
Ғүмер буйы ситтә йәшәгән ауылдаштар менән осрашыу ҙа сараның маҡсаты ине. Оҙаҡ йылдар күреш­мәгән туғандарҙы, йәштәш-класташ­тарҙы йыйҙы был байрам. Ҙур концерт программаһы, төрлө уйын-кон­курстар ойошторолдо, ба­тыр­ҙар милли көрәштә көс һынашты. Йәшлек һуҡмаҡтарынан, ялан тәпәй йүгереп йөрөгән урамдарҙан үттек. Берсә иланыҡ, берсә йырланыҡ, берсә көлдөк! Күңелдә шундай матур хәтирәләр ҡалды.
Ошондай үҙенсәлекле сараны ойошторған Яҡуп Мәсғүт улына мең рәхмәтлебеҙ! Ауылдаштарыбыҙ — берҙәм халыҡ. Миңзилә менән Рият Тимеровтар, Фәрбиҙә һәм Фәрит Хәйруллиндар, Лилиә Хәмзина, Райхана Ғәлина, Рәлиә менән Рәйес Шәйхетдиновтар Яҡуп Ғәлиндең тәҡ­димен шунда уҡ күтәреп алған. Олоғая барған һайын тыуған яҡтар нығыраҡ һағындыра, бала саҡ иҫкә төшә, күңелде һағыш баҫа. Ә ошондай сараларҙан һуң тормош йәм­ләнеп, күңелдәр үҫеп китә. Юлдар йышыраҡ тыуған яҡҡа табан борола, сөнки беләһең: һине бында көтәләр, һағыналар.








Автор: Зәлиә Булатова. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә