Беҙҙең Горчак ауылы ҙур түгел. Ҡырҡлап ҡына йорттан тора. Ауылыбыҙ бәләкәй булһа ла, тарихы ҙур уның. Былтыр 120 йыллығын билдәләнек. Рәсәй империяһының һуңғы канцлеры Александр Горчаков нигеҙ һалған беҙҙең ауылға. ХIХ быуат башында Рәсәй дәүләтенә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Ҡаҙанғол улусына ҡараған биләмәнән уға ер бүлеп бирелә. Ошо урында крәҫтиән утарҙары булдырыла. Ауылдың тәүге халҡы — урыҫлашҡан немецтар. Икенсе Бөтә донъя һуғышы алдынан улар, утарҙарын ташлап, Германияға ағыла. Ә шулай ҙа бөгөн дә ул немецтарҙың вариҫтары бар. Төрлө ауыр осорҙарҙы кисерҙе ауылыбыҙ, тик таралманы, юғалманы. Бөгөнгә ҡәҙәр, Аллаға шөкөр, матур итеп йәшәп килә. Йорт-ихаталар төҙөк, халҡы эшсән, тырыш, әүҙем, ҡунаҡсыл.
Ауылдың 120 йыллығын уҙғарырға йыйынғас та, кешеләр дәррәү күтәрелгәйне. Был сараны шәхси эшҡыуар Яҡуп Ғәлин башлап ебәрҙе. Халыҡты йыйып, аңлатып, тарихҡа байҡау яһап, ул ауылдаштары күңеленә ойотҡо һалырға тырышты. Һәр йортҡа кереп, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөнә алды, контролдә тотто. Ауылыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе, йәмләнде.
Ғүмер буйы ситтә йәшәгән ауылдаштар менән осрашыу ҙа сараның маҡсаты ине. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғандарҙы, йәштәш-класташтарҙы йыйҙы был байрам. Ҙур концерт программаһы, төрлө уйын-конкурстар ойошторолдо, батырҙар милли көрәштә көс һынашты. Йәшлек һуҡмаҡтарынан, ялан тәпәй йүгереп йөрөгән урамдарҙан үттек. Берсә иланыҡ, берсә йырланыҡ, берсә көлдөк! Күңелдә шундай матур хәтирәләр ҡалды.
Ошондай үҙенсәлекле сараны ойошторған Яҡуп Мәсғүт улына мең рәхмәтлебеҙ! Ауылдаштарыбыҙ — берҙәм халыҡ. Миңзилә менән Рият Тимеровтар, Фәрбиҙә һәм Фәрит Хәйруллиндар, Лилиә Хәмзина, Райхана Ғәлина, Рәлиә менән Рәйес Шәйхетдиновтар Яҡуп Ғәлиндең тәҡдимен шунда уҡ күтәреп алған. Олоғая барған һайын тыуған яҡтар нығыраҡ һағындыра, бала саҡ иҫкә төшә, күңелде һағыш баҫа. Ә ошондай сараларҙан һуң тормош йәмләнеп, күңелдәр үҫеп китә. Юлдар йышыраҡ тыуған яҡҡа табан борола, сөнки беләһең: һине бында көтәләр, һағыналар.