Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Еңеү рухы һеңгән ижад
Еңеү рухы һеңгән ижад Кәштәгә ике тиҫтәгә яҡын китап ҡуйылған, уҡыусылар уның шиғырҙарын ятлай, тамаша залы халыҡ менән тулы... Һеҙ, моғайын, был сара Өфөлә бара тип уйлайһығыҙҙыр. Ғүмер буйы Сәйетбабала йәшәп, тулы ҡанлы ижад менән йәшәгән Уйылдан Шәриповтың Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, шулай уҡ Әҙәбиәт йылы айҡанлы үткән шиғриәт байрамы был.
Аллаһ Тәғәлә, кешене әүәләп эшләгәс, ҡулында әҙерәк балсыҡ ҡалған.
– Һиңә тағы нимә кәрәк? – тип һораған ул.
– Бәхет!
Аллаһ Тәғәлә теге балсыҡты кешенең усына һалған...
Бер быуатҡа яҡын ғүмерендә барыһын да кисергән һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының “Яугирҙең шиғри ҡәләме” тигән әҙәби кисәһендә ошо хаҡта уйланым мин. Заманында, 1939/40 уҡыу йылында, Уйылдан Әйүп улы Сәйетбаба урта мәктәбенең тәүге сығарылыш класс уҡыусыһы була. Ҡулына аттестат алған егетте Яугилде ауылына уҡытырға ебәрәләр. 1942 йылдың февра­лендә ул фронтҡа оҙатыла һәм 219-сы Идрица дивизияһында дошманға ҡаршы алыша башлай. Әммә ҡаты яраланып, 1943 йылдың июлендә ҡултыҡ таяғында тыуған яғына ҡайта.
Еңеү рухы һеңгән ижадХәҙер инде ветерандың 29 йыллыҡ педагогик стажы бар. Уға райондың төрлө мәктәптәрендә белем бирергә тура килә. Үҙе уҡытҡан Толпар, Ҡаранйылға ауылдарында бына тигән мәғариф учреждениелары төҙөтә ул. Төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын, ойоштороу һәләтен күреп, Уйылдан Әйүп улын 1968 йылда “Йондоҙ” колхозының партком секретары итеп һайлайҙар. Был вазифаны ул 1983 йылға тиклем тарта. Хеҙмәттә сыныҡҡан уҙа­ман хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡау­шырып ултырыуҙы белмәй. Ике тиҫтә йылдан ашыу “Йондоҙ” колхозының ветерандар советы рәйесе, район ветерандар советы ағзаһы булып, мохтаждарҙың тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға тос өлөш индерә.
Күптән түгел хәләл ефете Хәфиҙә әбей менән бергә йәшәй башлауҙарына 70 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Шәриповтар һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың һәр береһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, хәҙер үҙҙәре – олатай-өләсәй. Шәриповтарҙың 28 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар.
Байрамды алып барған Фәниә Фәйзуллина сәхнә түрен күркәмләп ултырған Уйылдан бабай менән Хәфиҙә әбейгә ҡарап:
– Һеҙҙең шиғырҙарҙы яратып уҡыйбыҙ, ятлайбыҙ. Уҡыусылар иншаларында ҡуллана, уҡытыусылар эшендә файҙалана. Фәһемле ижад емештәрегеҙ – һәр беребеҙ өсөн тормош мәктәбе, – тине.
Еңеү рухы һеңгән ижадУйылдан Әйүп улы – Сәйетбаба ауылында иң өлкән кешеләрҙең береһе, күптән түгел үҙенең 93 йәшен билдәләне. Тынғыһыҙ ветеран ғүмер буйы ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. Яңылыҡтар, өлгөлө хеҙмәт кешеләре, үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында әүҙем яҙыша. “Табын” гәзитенең ауыл хәбәрселәре араһындағы Нәжметдин Фархшатов исемендәге ижади конкурсында дүрт тапҡыр еңеп сыҡты, райондың Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ булды. 2005 йылда “Илһам шишмәләре” республика шиғриәт фестивалендә ҙур уңыш ҡаҙанды. Бөгөн яугир-ветеран – 16 китап авторы.
Уйылдан Әйүп улын ҡотларға теләүселәр бихисап ине. Ғафури район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова үҙенең сығышында:
– Илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа башын һалған батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эш алып бараһығыҙ. Һеҙҙең шиғырҙарҙы уҡып, халыҡ, йәштәр, балалар үткәндәр хаҡында уйлана, бөгөнгө бәхетле тормоштоң ҡәҙерен аңларға өйрәнә, – тине.
Әйткәндәй, бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек “Табын” район гәзите ҡарамағында “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ойошторолғайны. Уның етәксеһе Рәмзиә Монасипова яугир-шағирға арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.



Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә