Кәштәгә ике тиҫтәгә яҡын китап ҡуйылған, уҡыусылар уның шиғырҙарын ятлай, тамаша залы халыҡ менән тулы... Һеҙ, моғайын, был сара Өфөлә бара тип уйлайһығыҙҙыр. Ғүмер буйы Сәйетбабала йәшәп, тулы ҡанлы ижад менән йәшәгән Уйылдан Шәриповтың Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, шулай уҡ Әҙәбиәт йылы айҡанлы үткән шиғриәт байрамы был.Аллаһ Тәғәлә, кешене әүәләп эшләгәс, ҡулында әҙерәк балсыҡ ҡалған.
– Һиңә тағы нимә кәрәк? – тип һораған ул.
– Бәхет!
Аллаһ Тәғәлә теге балсыҡты кешенең усына һалған...
Бер быуатҡа яҡын ғүмерендә барыһын да кисергән һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының “Яугирҙең шиғри ҡәләме” тигән әҙәби кисәһендә ошо хаҡта уйланым мин. Заманында, 1939/40 уҡыу йылында, Уйылдан Әйүп улы Сәйетбаба урта мәктәбенең тәүге сығарылыш класс уҡыусыһы була. Ҡулына аттестат алған егетте Яугилде ауылына уҡытырға ебәрәләр. 1942 йылдың февралендә ул фронтҡа оҙатыла һәм 219-сы Идрица дивизияһында дошманға ҡаршы алыша башлай. Әммә ҡаты яраланып, 1943 йылдың июлендә ҡултыҡ таяғында тыуған яғына ҡайта.
Хәҙер инде ветерандың 29 йыллыҡ педагогик стажы бар. Уға райондың төрлө мәктәптәрендә белем бирергә тура килә. Үҙе уҡытҡан Толпар, Ҡаранйылға ауылдарында бына тигән мәғариф учреждениелары төҙөтә ул. Төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын, ойоштороу һәләтен күреп, Уйылдан Әйүп улын 1968 йылда “Йондоҙ” колхозының партком секретары итеп һайлайҙар. Был вазифаны ул 1983 йылға тиклем тарта. Хеҙмәттә сыныҡҡан уҙаман хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырыуҙы белмәй. Ике тиҫтә йылдан ашыу “Йондоҙ” колхозының ветерандар советы рәйесе, район ветерандар советы ағзаһы булып, мохтаждарҙың тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға тос өлөш индерә.
Күптән түгел хәләл ефете Хәфиҙә әбей менән бергә йәшәй башлауҙарына 70 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Шәриповтар һигеҙ балаға ғүмер бүләк иткән. Уларҙың һәр береһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, хәҙер үҙҙәре – олатай-өләсәй. Шәриповтарҙың 28 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре бар.
Байрамды алып барған Фәниә Фәйзуллина сәхнә түрен күркәмләп ултырған Уйылдан бабай менән Хәфиҙә әбейгә ҡарап:
– Һеҙҙең шиғырҙарҙы яратып уҡыйбыҙ, ятлайбыҙ. Уҡыусылар иншаларында ҡуллана, уҡытыусылар эшендә файҙалана. Фәһемле ижад емештәрегеҙ – һәр беребеҙ өсөн тормош мәктәбе, – тине.
Уйылдан Әйүп улы – Сәйетбаба ауылында иң өлкән кешеләрҙең береһе, күптән түгел үҙенең 93 йәшен билдәләне. Тынғыһыҙ ветеран ғүмер буйы ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй. Яңылыҡтар, өлгөлө хеҙмәт кешеләре, үҙен борсоған мәсьәләләр хаҡында әүҙем яҙыша. “Табын” гәзитенең ауыл хәбәрселәре араһындағы Нәжметдин Фархшатов исемендәге ижади конкурсында дүрт тапҡыр еңеп сыҡты, райондың Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһына лайыҡ булды. 2005 йылда “Илһам шишмәләре” республика шиғриәт фестивалендә ҙур уңыш ҡаҙанды. Бөгөн яугир-ветеран – 16 китап авторы.
Уйылдан Әйүп улын ҡотларға теләүселәр бихисап ине. Ғафури район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова үҙенең сығышында:
– Илебеҙ тыныслығы өсөн яуҙа башын һалған батырҙарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эш алып бараһығыҙ. Һеҙҙең шиғырҙарҙы уҡып, халыҡ, йәштәр, балалар үткәндәр хаҡында уйлана, бөгөнгө бәхетле тормоштоң ҡәҙерен аңларға өйрәнә, – тине.
Әйткәндәй, бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек “Табын” район гәзите ҡарамағында “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ойошторолғайны. Уның етәксеһе Рәмзиә Монасипова яугир-шағирға арнап яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе.