Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бар шундай ҡатындар!
Бар шундай ҡатындар! Эскерһеҙлеге, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан был мөләйем апайҙы мин “Аҡтамыр” ойошмаһы йыйылышында осраттым. Миңнур Ғүмәрова булып сыҡты ул. Яҡыныраҡ танышҡандан һуң Миңнур апайҙың 1940 йылда Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуып, һуғыштан һуңғы ауыр тормошто, ололар менән бер рәттән, үҙ иңендә татығанын белгәс, уға ҡарата ихтирамым артты. Яҙмышы хаҡында башҡаларға ла бәйән итмәк булдым.
Яңыраҡ Миңнур апай­ҙарға кис ултырырға барҙым һәм уның үҙе тураһында һөйләүен үтендем. Танышым ҡәҙимгесә йылмайып, хәтирәләр йомға­ғын һүтте, ә мин ҡағыҙға төшөрҙөм.
– Бала сағымда мин генә түгел, барлыҡ тиңдәштәрем дә хәҙерге балалар кеүек уйнап, тәм-том ашап, матур кейемдәр кейеп, рәхәт йәшәмәнек, — тип башланы һүҙен Миңнур апай. — Иртүк тороп, Мәҙинә апайым менән ҡап һуғабыҙ, мәктәптән ҡайтып ҡапҡылап алабыҙ ҙа кискә тиклем һалабаш һыҙырабыҙ. Иң тәүҙә ҡул бысҡыһы менән ағасты йығабыҙ, ҡабығын айырып алғас, бер ергә өйәбеҙ, ботағын — икенсе урынға, ағасын — өсөнсө өйөмгә…
Шул саҡтарҙы күҙ алдына килтергәс, миңә күрһәтмәҫкә тырышыптыр инде, эйелгән булып, әбей йәшләнгән күҙен һөртөп алды ла дауам итте: “Уҡыу менән эш бергә барҙы — 1956—1957 йылда Ҡоҙаш ауылында һалабаш һалып, йүкә һыҙырып эшләнек. Миңлеғәле ағай Йосопов ҡабул итә ине. 1958 йылда Сабира апай менән икәүләп Үрек йылғаһында тир түктек.
– Ҡыш ял итә алдығыҙмы һуң? — тип һорағас, ул:
– Эй, һеңлем, ниндәй ял ти ул. Ҡыш ҡап һуға инек. 11 кешенән торған бригада төҙөнөләр. Бригадир итеп Лира апай Садиҡованы һайланыҡ. Планды һәр ваҡыт арттырып үтәй торғайныҡ, — тип яуап бирҙе.
1959 йылда уны контораға саҡырып алалар. Унда Ҡәйүм бабай Вәлиев менән Сөләймән ағай Мөхәмәтйәнов ултыра. Улар: “Икмәкханаға мөдир булып бараһыңмы?” — тип һорағас, риза була Миңнур. Ауыл Советы буйынса парторг вазифаһында Ҡолғонала Сөләймән ағай эшләгән була. Уның мәктәптә уҡытыусы саҡта ғәҙел, талапсан, һәйбәт уҡытыусы булғаны билдәле.
– Ул миңә: “Миңнур һылыу, район гәзитенә яҙышып ҡара, эшеңде күрһәт”, — тине. Беренсе мәҡәләм Фатима исемле апай тураһында булды. Шунан башлап “Алға”, “Торатау”, “Башҡортостан” гәзиттәренә яҙғылаштырып торҙом, — тип дауам итте апай. — Күп тә үтмәне, мине икенсе эшкә күсерҙеләр. “Большевик” сәнәғәт артеле тип аталды ул. Директоры Мө­хәмәҙиә ағай Ғәлләмет­ди­нов ине. Тырышып эш­лә­нек, етештереү пландарын һәр төр буйынса үтәп килдек. Бер көн етәксе: “Бухгалтерҙар курсына йү­нәлтмә бар. Уңған булға­ның өсөн уны һиңә бирәбеҙ, тырышып уҡы”, – тип миңә документ тап­шыр­ҙы. Шу­лай итеп, мин Өфөгә килеп уҡыным. Ауылға ҡай­тып, бухгалтер булып эш­ләй башланым. Ул заманда комсомол ойошмаһы бик әүҙем ине. Аҙна һайын йыйылыш уҙғарабыҙ, Устинья Васильеваның өйөндә йыйылып, лекциялар тың­лай­быҙ. Халыҡ бик теләп йө­рө­нө йыйылышҡа. Етәк­себеҙ Зариф Ҡолбаев дәф­тәрҙәребеҙҙе, яҙған лек­ция­ла­рыбыҙҙы тикшереп кенә торҙо. Күп тә үт­мә­не, мине комсомол сек­ре­тары итеп һайла­ны­лар. Ул ваҡытта комсо­молдың ҡала комитеты секретары вазифаһында Тәлғәт Сәғитов ине. Бер нисә йыл уның етәкселегендә эшләнем. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайландым. Халыҡ менән уртаҡ тел таба алдым. 1986 йылда Өфөгә күсеп килдем һәм “Башавто­транс” предприя­тие­һына диспетчер булып эшкә урынлаштым. Был ойошма алдынғылар рәтендә ине. Татыу коллективта эшләргә насип итте Хоҙай. Үҙемдең тыуған ауылыма “Башавтотранс” етәкселеге аша ярҙам итә алдым. Ҡолғонаға автобус йөрөй башланы. Беренсе шоферы Хәниф Ямалов ине. Бында ла агитатор булып эшләргә өлгөрҙөм…
Өфөлә улар йәшәгән урамда газ булмай. Яҙын бысраҡ, ҡыш ҡар көрәлмәй. “Ашығыс ярҙам” саҡырһаң, үтә алмай. Сүп-сар түгелмәй, туҙып ята. Миңнур апай “Йәшлек” гәзитенә “Үгәйһетелгән урам” тигән мәҡәлә яҙғас, ярҙам итә баҫма. Тиҙ арала урам таҙартыла, газ үткәрелә.
Хаҡлы ялға “Хеҙмәт ветераны” исеме алып, “Башавтотранс”тан китә ул. Маҡтау ҡағыҙ­ҙары, бүләктәр биреп, тантаналы рәүештә ялға оҙаталар. Әле лә йыл һайын Оло йәштәгеләр көнөнә ҡунаҡҡа саҡырып торалар. Автобуста бушлай йөрөү өсөн таныҡлығы бар. Бик тә рәхмәтле Миңнур апай коллективына.
Мин фотолар альбомын ҡарап ултырғанда, Миңнур апайҙың баянға ҡушылып йырла­ғанын күрҙем. Унан: “Йырлап ишеттерә­һе­геҙме?” — тип һорағас, бер ҙә инәлтеп тормай, моңло итеп көй һуҙып ебәрҙе. Мин уны үҙем шөғөлләнгән “Өфө хәтирәләре” ансамбленә саҡырҙым. Апай ихлас ризалашты.



Автор: Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә