Эскерһеҙлеге, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан был мөләйем апайҙы мин “Аҡтамыр” ойошмаһы йыйылышында осраттым. Миңнур Ғүмәрова булып сыҡты ул. Яҡыныраҡ танышҡандан һуң Миңнур апайҙың 1940 йылда Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуып, һуғыштан һуңғы ауыр тормошто, ололар менән бер рәттән, үҙ иңендә татығанын белгәс, уға ҡарата ихтирамым артты. Яҙмышы хаҡында башҡаларға ла бәйән итмәк булдым.Яңыраҡ Миңнур апайҙарға кис ултырырға барҙым һәм уның үҙе тураһында һөйләүен үтендем. Танышым ҡәҙимгесә йылмайып, хәтирәләр йомғағын һүтте, ә мин ҡағыҙға төшөрҙөм.
– Бала сағымда мин генә түгел, барлыҡ тиңдәштәрем дә хәҙерге балалар кеүек уйнап, тәм-том ашап, матур кейемдәр кейеп, рәхәт йәшәмәнек, — тип башланы һүҙен Миңнур апай. — Иртүк тороп, Мәҙинә апайым менән ҡап һуғабыҙ, мәктәптән ҡайтып ҡапҡылап алабыҙ ҙа кискә тиклем һалабаш һыҙырабыҙ. Иң тәүҙә ҡул бысҡыһы менән ағасты йығабыҙ, ҡабығын айырып алғас, бер ергә өйәбеҙ, ботағын — икенсе урынға, ағасын — өсөнсө өйөмгә…
Шул саҡтарҙы күҙ алдына килтергәс, миңә күрһәтмәҫкә тырышыптыр инде, эйелгән булып, әбей йәшләнгән күҙен һөртөп алды ла дауам итте: “Уҡыу менән эш бергә барҙы — 1956—1957 йылда Ҡоҙаш ауылында һалабаш һалып, йүкә һыҙырып эшләнек. Миңлеғәле ағай Йосопов ҡабул итә ине. 1958 йылда Сабира апай менән икәүләп Үрек йылғаһында тир түктек.
– Ҡыш ял итә алдығыҙмы һуң? — тип һорағас, ул:
– Эй, һеңлем, ниндәй ял ти ул. Ҡыш ҡап һуға инек. 11 кешенән торған бригада төҙөнөләр. Бригадир итеп Лира апай Садиҡованы һайланыҡ. Планды һәр ваҡыт арттырып үтәй торғайныҡ, — тип яуап бирҙе.
1959 йылда уны контораға саҡырып алалар. Унда Ҡәйүм бабай Вәлиев менән Сөләймән ағай Мөхәмәтйәнов ултыра. Улар: “Икмәкханаға мөдир булып бараһыңмы?” — тип һорағас, риза була Миңнур. Ауыл Советы буйынса парторг вазифаһында Ҡолғонала Сөләймән ағай эшләгән була. Уның мәктәптә уҡытыусы саҡта ғәҙел, талапсан, һәйбәт уҡытыусы булғаны билдәле.
– Ул миңә: “Миңнур һылыу, район гәзитенә яҙышып ҡара, эшеңде күрһәт”, — тине. Беренсе мәҡәләм Фатима исемле апай тураһында булды. Шунан башлап “Алға”, “Торатау”, “Башҡортостан” гәзиттәренә яҙғылаштырып торҙом, — тип дауам итте апай. — Күп тә үтмәне, мине икенсе эшкә күсерҙеләр. “Большевик” сәнәғәт артеле тип аталды ул. Директоры Мөхәмәҙиә ағай Ғәлләметдинов ине. Тырышып эшләнек, етештереү пландарын һәр төр буйынса үтәп килдек. Бер көн етәксе: “Бухгалтерҙар курсына йүнәлтмә бар. Уңған булғаның өсөн уны һиңә бирәбеҙ, тырышып уҡы”, – тип миңә документ тапшырҙы. Шулай итеп, мин Өфөгә килеп уҡыным. Ауылға ҡайтып, бухгалтер булып эшләй башланым. Ул заманда комсомол ойошмаһы бик әүҙем ине. Аҙна һайын йыйылыш уҙғарабыҙ, Устинья Васильеваның өйөндә йыйылып, лекциялар тыңлайбыҙ. Халыҡ бик теләп йөрөнө йыйылышҡа. Етәксебеҙ Зариф Ҡолбаев дәфтәрҙәребеҙҙе, яҙған лекцияларыбыҙҙы тикшереп кенә торҙо. Күп тә үтмәне, мине комсомол секретары итеп һайланылар. Ул ваҡытта комсомолдың ҡала комитеты секретары вазифаһында Тәлғәт Сәғитов ине. Бер нисә йыл уның етәкселегендә эшләнем. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайландым. Халыҡ менән уртаҡ тел таба алдым. 1986 йылда Өфөгә күсеп килдем һәм “Башавтотранс” предприятиеһына диспетчер булып эшкә урынлаштым. Был ойошма алдынғылар рәтендә ине. Татыу коллективта эшләргә насип итте Хоҙай. Үҙемдең тыуған ауылыма “Башавтотранс” етәкселеге аша ярҙам итә алдым. Ҡолғонаға автобус йөрөй башланы. Беренсе шоферы Хәниф Ямалов ине. Бында ла агитатор булып эшләргә өлгөрҙөм…
Өфөлә улар йәшәгән урамда газ булмай. Яҙын бысраҡ, ҡыш ҡар көрәлмәй. “Ашығыс ярҙам” саҡырһаң, үтә алмай. Сүп-сар түгелмәй, туҙып ята. Миңнур апай “Йәшлек” гәзитенә “Үгәйһетелгән урам” тигән мәҡәлә яҙғас, ярҙам итә баҫма. Тиҙ арала урам таҙартыла, газ үткәрелә.
Хаҡлы ялға “Хеҙмәт ветераны” исеме алып, “Башавтотранс”тан китә ул. Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр биреп, тантаналы рәүештә ялға оҙаталар. Әле лә йыл һайын Оло йәштәгеләр көнөнә ҡунаҡҡа саҡырып торалар. Автобуста бушлай йөрөү өсөн таныҡлығы бар. Бик тә рәхмәтле Миңнур апай коллективына.
Мин фотолар альбомын ҡарап ултырғанда, Миңнур апайҙың баянға ҡушылып йырлағанын күрҙем. Унан: “Йырлап ишеттерәһегеҙме?” — тип һорағас, бер ҙә инәлтеп тормай, моңло итеп көй һуҙып ебәрҙе. Мин уны үҙем шөғөлләнгән “Өфө хәтирәләре” ансамбленә саҡырҙым. Апай ихлас ризалашты.