Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матур үтелгән ғүмер!
Матур үтелгән ғүмер! Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Исмәғил ағай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Унан әбейенә:
– Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек, – тип ҡабатлап ҡуя.
– Аллаға шөкөр, бабай, Аллаға шөкөр, – ҡарсығы Зәйтүнә әбей уны йөпләй.



Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, тормош михнәттәрен күп татый Исмәғил бабай. Яманаев фамилияһын йөрөтөүе­нең дә үҙ хикмәте бар. Ул тыуып күп тә үтмәй атаһы фажиғәле һәләк була. Бер аҙҙан тол ҡалған Хәнифәне икенсе берәүгә димләйҙәр. Һәйбәт кеше була үгәй атай тигәне. Малайҙы ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерә, хатта үҙенең фами­лияһына күсерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул да һуғышҡа китә.
Исмәғил ағай сабый ғына килеш кол­хоздағы төрлө эштә ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа әсәһенә өс һең­леһен үҫтереүҙә оло ярҙамсы була. Йәше еткәс, әрме хеҙмәтенә саҡырылып, Сахалин утрауында өс йыл ярым һалдат бурысын үтәй. Ауылға ҡайтыу менән “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә эш башлай, ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡа, ике ат егеп ағас ташый, һал ағыҙа, һалабаш төшөрә. Тап шул осорҙа Нөгөш йылғаһынан ҡыу­ғын менән төшкәндә буласаҡ кәләше – Мәләүез районы ҡыҙы Зәйтүнәне осрата ул. Оҙаҡламай уны әйттереп, туй яһап, Бөрйәненә эйәртеп ҡайтып китә.
Зәйтүнә лә – һуғыш осороноң барлыҡ нужаһын татып үҫкән кеше. Ун йәшенән колхоз эшенә егелә, утау, иген урыу, көлтә бәйләү кеүек бер эштән дә ситтә ҡалмай. Бөрйәнгә килен булып төшкәс тә промартелдә бесән саба, ҡап, септә һуға, һалабаш төшөрә.
Заман ни ҡәҙәр генә ауыр булмаһын, йәштәрҙең тормошҡа һөйөүен, йыр-моңға, күңел асыуға булған мөхәббәтен һүндерә алмай. Көндөҙ эштә булһалар, кисен клубҡа ашығалар. Һөйгән йәре өҙҙөрөп гармунда һыҙҙырһа, Исмәғил моңло тауышы менән халыҡтың күңелен күтәрә. Ауыл клубындағы спектаклдәр ҙә уларһыҙ үтмәй.
Йәш ғаилә дәртләнеп донъя көтә. Бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә тора.
1960 йылдарҙа промартелдәр бө­төрөл­гәс, ауылдар Фрунзе исемендәге колхозға ҡушыла. Шул осорҙа Исмәғил ағай “Башҡортостан” дәүләт ҡурсау­лы­ғының Ағиҙел буйы филиалына күҙәтеүсе булып эшкә урынлаша. Һуңынан был филиал үҙаллы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына әүерелә.
Исмәғил ағай һәр саҡ үҙенә йөкмә­телгән бурысты намыҫ менән үтәй. Бөрйән солоҡ ҡорттарын үрсетеүгә һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға күп көс һалған кешеләрҙең береһе ул. Уның хеҙ­мәтен күрәләр, баһалайҙар. 1980 йылда, ҡурсаулыҡтың ойошторолоуына 50 йыл тулыу уңайынан, уны БАССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы По­чет грамотаһы менән бүләк­ләйҙәр. Шу­лай уҡ ҡурсаулыҡтар ида­ралығы “Тәбиғәтте һаҡлауға һәм уның байлыҡтарын арттырыуға индергән хеҙ­мәте өсөн” тигән значок тапшыра. Бынан тыш, һандығындағы бихисап маҡтау грамоталары ла уның егәрле кеше булыуы хаҡында һөйләй. Исмәғил бабай 30 йылдан ашыу ҡурсаулыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Яманаевтар 1977 йылда Ғәлиәкбәргә күсеп килә. 1985 йылда ҡурсаулыҡ уларға ялан кеүек өй төҙөп бирә, ә 2003 йылда ошо йортҡа ремонт эшләргә лә ярҙам итәләр.
Заманында ауыл, йәмәғәтселек эштә­рендә ҡайнап йәшәгән кеше ул Исмәғил бабай. Ғәлиәкбәр ауыл Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, ауыл Советы башҡарма комитеты ағзаһы була. Ултырыштарҙа ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға ҡағылышлы мәсьә­лә­ләр­ҙе тураһын ярып әйтә, етеш­һеҙ­лек­тәрҙе бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индерә, “Таң” гәзи­тенең әүҙем хәбәрсеһе булараҡ та танылыу ала, төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре, шиғырҙары баҫылып тора. Бигерәк тә ҡурсаулыҡта эшләгән йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау, урмандағы мажаралы хәлдәр хаҡында яҙа. Район гәзите иғлан иткән төрлө конкурста ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була.
Зәйтүнә менән Исмәғил Яманаевтар ете ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтерә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары фажи­ғәле һәләк була. Бөгөн улар балала­рының уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Ҡыҙҙарының күбеһе эшҡыуарлыҡ, уландары урмансылыҡ менән шөғөлләнә. Ә Гөлнараһы менән кейәүе Баязит Сибай филармонияһында эшләй. Хәҙер инде ике тиҫтәгә яҡын ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе ҡыуандыра.
… Ҡышҡы кис. Мейестә шартлап янған ут күңелгә йылылыҡ осҡондары бөркә. Яңы ғына Сибайҙан ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән ҡыҙы Гөлнара аш-һыу тирәһендә бөтөрөлә, кейәүҙәре Баязит тышта шарт та шорт утын яра. Ейәнсәрҙәре Элиза моңлана-моңлана гөлдәргә һыу һибә, һеңлеһе Яҙгөл һауыт-һаба йыйыштыра. Уларҙың йүгереп йөрөүенә сикһеҙ ҡыуа­нышып ултыра Исмәғил бабай менән Зәйтүнә әбей. “Аллаға шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәгән, балаҡайҙарымдың бәхет­тәре генә була күрһен”, – тип теләй улар.





Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә