Әҙәм балаһы өлкәнәйә килә хәтирәләр йомғағы менән йәшәй тигәндәре раҫтыр, күрәһең. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған Исмәғил ағай ҙа һуңғы ваҡытта йыш ҡына үткәндәрҙе иҫенә төшөрә. Унан әбейенә:
– Һай, бар ине шул шәп саҡтар! Эшенән дә ҡурҡып торманыҡ, донъяһын да көттөк, балалар ҙа үҫтерҙек, – тип ҡабатлап ҡуя.
– Аллаға шөкөр, бабай, Аллаға шөкөр, – ҡарсығы Зәйтүнә әбей уны йөпләй. Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, тормош михнәттәрен күп татый Исмәғил бабай. Яманаев фамилияһын йөрөтөүенең дә үҙ хикмәте бар. Ул тыуып күп тә үтмәй атаһы фажиғәле һәләк була. Бер аҙҙан тол ҡалған Хәнифәне икенсе берәүгә димләйҙәр. Һәйбәт кеше була үгәй атай тигәне. Малайҙы ҡаҡмай-һуҡмай үҫтерә, хатта үҙенең фамилияһына күсерә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул да һуғышҡа китә.
Исмәғил ағай сабый ғына килеш колхоздағы төрлө эштә ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа әсәһенә өс һеңлеһен үҫтереүҙә оло ярҙамсы була. Йәше еткәс, әрме хеҙмәтенә саҡырылып, Сахалин утрауында өс йыл ярым һалдат бурысын үтәй. Ауылға ҡайтыу менән “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә эш башлай, ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡа, ике ат егеп ағас ташый, һал ағыҙа, һалабаш төшөрә. Тап шул осорҙа Нөгөш йылғаһынан ҡыуғын менән төшкәндә буласаҡ кәләше – Мәләүез районы ҡыҙы Зәйтүнәне осрата ул. Оҙаҡламай уны әйттереп, туй яһап, Бөрйәненә эйәртеп ҡайтып китә.
Зәйтүнә лә – һуғыш осороноң барлыҡ нужаһын татып үҫкән кеше. Ун йәшенән колхоз эшенә егелә, утау, иген урыу, көлтә бәйләү кеүек бер эштән дә ситтә ҡалмай. Бөрйәнгә килен булып төшкәс тә промартелдә бесән саба, ҡап, септә һуға, һалабаш төшөрә.
Заман ни ҡәҙәр генә ауыр булмаһын, йәштәрҙең тормошҡа һөйөүен, йыр-моңға, күңел асыуға булған мөхәббәтен һүндерә алмай. Көндөҙ эштә булһалар, кисен клубҡа ашығалар. Һөйгән йәре өҙҙөрөп гармунда һыҙҙырһа, Исмәғил моңло тауышы менән халыҡтың күңелен күтәрә. Ауыл клубындағы спектаклдәр ҙә уларһыҙ үтмәй.
Йәш ғаилә дәртләнеп донъя көтә. Бер-бер артлы сабыйҙары донъяға килә тора.
1960 йылдарҙа промартелдәр бөтөрөлгәс, ауылдар Фрунзе исемендәге колхозға ҡушыла. Шул осорҙа Исмәғил ағай “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел буйы филиалына күҙәтеүсе булып эшкә урынлаша. Һуңынан был филиал үҙаллы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына әүерелә.
Исмәғил ағай һәр саҡ үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй. Бөрйән солоҡ ҡорттарын үрсетеүгә һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлауға күп көс һалған кешеләрҙең береһе ул. Уның хеҙмәтен күрәләр, баһалайҙар. 1980 йылда, ҡурсаулыҡтың ойошторолоуына 50 йыл тулыу уңайынан, уны БАССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Почет грамотаһы менән бүләкләйҙәр. Шулай уҡ ҡурсаулыҡтар идаралығы “Тәбиғәтте һаҡлауға һәм уның байлыҡтарын арттырыуға индергән хеҙмәте өсөн” тигән значок тапшыра. Бынан тыш, һандығындағы бихисап маҡтау грамоталары ла уның егәрле кеше булыуы хаҡында һөйләй. Исмәғил бабай 30 йылдан ашыу ҡурсаулыҡта эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Яманаевтар 1977 йылда Ғәлиәкбәргә күсеп килә. 1985 йылда ҡурсаулыҡ уларға ялан кеүек өй төҙөп бирә, ә 2003 йылда ошо йортҡа ремонт эшләргә лә ярҙам итәләр.
Заманында ауыл, йәмәғәтселек эштәрендә ҡайнап йәшәгән кеше ул Исмәғил бабай. Ғәлиәкбәр ауыл Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана, ауыл Советы башҡарма комитеты ағзаһы була. Ултырыштарҙа ауыл халҡының тормошон яҡшыртыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тураһын ярып әйтә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә үҙ өлөшөн индерә, “Таң” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе булараҡ та танылыу ала, төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләре, шиғырҙары баҫылып тора. Бигерәк тә ҡурсаулыҡта эшләгән йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау, урмандағы мажаралы хәлдәр хаҡында яҙа. Район гәзите иғлан иткән төрлө конкурста ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ була.
Зәйтүнә менән Исмәғил Яманаевтар ете ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтерә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер улдары фажиғәле һәләк була. Бөгөн улар балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Ҡыҙҙарының күбеһе эшҡыуарлыҡ, уландары урмансылыҡ менән шөғөлләнә. Ә Гөлнараһы менән кейәүе Баязит Сибай филармонияһында эшләй. Хәҙер инде ике тиҫтәгә яҡын ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәһе ҡыуандыра.
… Ҡышҡы кис. Мейестә шартлап янған ут күңелгә йылылыҡ осҡондары бөркә. Яңы ғына Сибайҙан ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән ҡыҙы Гөлнара аш-һыу тирәһендә бөтөрөлә, кейәүҙәре Баязит тышта шарт та шорт утын яра. Ейәнсәрҙәре Элиза моңлана-моңлана гөлдәргә һыу һибә, һеңлеһе Яҙгөл һауыт-һаба йыйыштыра. Уларҙың йүгереп йөрөүенә сикһеҙ ҡыуанышып ултыра Исмәғил бабай менән Зәйтүнә әбей. “Аллаға шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәгән, балаҡайҙарымдың бәхеттәре генә була күрһен”, – тип теләй улар.