Ҡараңғы төн. Тирә-яҡ тып-тын. Ҡошсоҡтай ғына ике ҡыҙ бала – Нәфисә менән Әнисә өшөп-туңып, урмандан утын һөйрәтеп ҡайтып килә. Өлкәненә ун бер йәш булһа, кесеһенә ни бары ете генәлер. Йоҡа, алама кейемдәрҙең ни йылыһы — һыуыҡ тәнде өтә генә. Ҡарында тәғәм ризыҡтың булмауы ла хәлде ала. Аяҡ-ҡул тыңлашмай. Ҡыҙҙарҙың бар уйы – утынды, кеше күҙенә салынмай ғына, имен-аман алып ҡайтып еткереү. “Туҡта, анауында ниндәйҙер шәүлә ҡыбырлай түгелме?” — уйлап та өлгөрмәнеләр, күпер төбөнән урман ҡарауылсыһы килеп сығып, ҡыҙҙарҙы ҡаты итеп һүгеп, утындарын бушаттырҙы. Балаҡайҙар, мәхрүм булып, баштарын түбән эйеп, буш саналарын һөйрәп ҡайтып китте. Өйгә утынһыҙ ҡайтып кергәс, үгәй әсәй менән атайҙан да ныҡ ҡына эләкте уларға.
Был яҙғандарым ауылыбыҙҙың иң матур, иң абруйлы инәйҙәренең береһе, тыл ветераны Әнисә апай Шакированың ауыр бала саҡ хәтирәләренән бер мәл генә.
Апайыбыҙ 1928 йылда Ҡәйепҡол ауылында Хафаса инәй менән Ғәйнулла бабай Хөснуллиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Әнисә апайға өс йәш булғанда ҡаты ауырыуҙан әсәһе вафат була. Ғаиләлә береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙ — Нәфисә, Әнисә, Рәйсә — етем ҡала. Ғәйнулла бабай Ҡолош ауылынан Вазифа исемле ҡатынға өйләнә. Балалар бәләкәй генә көйө етемлектең әсе һурпаһын татып, әсә наҙын күрмәй үҫә.
Ни хәтлем отҡор, зирәк булһа ла, Әнисә апайға белем алырға тура килмәй, ул дүрт класс ҡына тамамлай ала. Ауылдың оло ҡатындары Хафиза, Мәҙинә, Зөлхизә инәйҙәр менән 10 йәшлек кенә Әнисә лә бесән күбәләргә, кәбән ҡойошорға йөрөй. Эште ирҙәрҙеке, ҡатын-ҡыҙҙыҡы тип ҡарап тормай, бәләкәйҙән хеҙмәттә сынығып, маһир, ҡатынҡы булып үҫә. Йәш кенә булһа ла, уға ышанып халыҡтан һөт йыйырға ҡушалар. Бесән ваҡытында Әнисә апайға ирҙәр менән бер рәттән салғы тапарға ла тура килә.
1948 йылда Әнисә апай Муса ауылы егете Сабирйән ағай Шакиров менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур итеп тормош ҡороп ебәрә. Рәмил, Флүзә, Әнүзә исемле балалар донъяға килә. Тик артабан апайыбыҙҙың йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яралар, һыҙланыуҙар ҡалдырып, бәләкәй генә көйө ике игеҙәк улы, бер ҡыҙы гүр эйәһе була. Бәхетһеҙлек бер килһә, килә лә килә бит ул — ире бик йәшләй генә вафат була. Дүртенсе балаһы әсә ҡарынында алты айлыҡ ҡына булып ҡала. Тыумаҫ элек үк етем ҡалған балаға, атаһынан ҡалған бүләк тип, Бүләк исемен бирәләр.
28 генә йәшлек Әнисә апайға дүрт бала менән тол ҡалып, яҙмыштың бөтөн ауырлығын, әсеһен-сөсөһөн татырға тура килә. Һере кеше һыр бирмәй ул. Үҙе күңелсәк, бейеүгә, йырға оҫта, йор һүҙле Әнисә апайыбыҙ тормош һынауҙарынан бөгөлөп төшмәй.
Әнисә апай, ауыл халҡынан һөт йыйып, арыҡ ат менән Урал ауылына ташый. Имсәк кенә сабыйын, Бүләкте, гел үҙе менән йөрөтә. Бигерәк тә яҙғы ташҡын осоронда ҡыйын була. Күпер юҡ, ат менән Яйыҡ аша сығырға кәрәк. Ә арбала — йәш бала, феләктәр менән һөт. “Йә Раббым! Балаҡайҙарым хаҡына ошо йылғаны имен-аман ғына аша сығып, һөттәремде тапшырып ҡайта алһам ине”, – тип ярҙарына һыймай ярһып аҡҡан Яйыҡҡа ҡарап уйланып, теләктәр әйтеп торған саҡтары ла әҙ булмағандыр. Апайыбыҙ, ҡайҙа ғына эшләһә лә, алдынғылар рәтендә була. 1959 – 1960 йылдарҙа иген келәтендә лә тир түгеп ала ул. Һуңынан быҙау ҡараусы булып күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Муса, Яңы Байрамғол фермаларында эшләй. Өҫтәлендә ятҡан бихисап маҡтау ҡағыҙҙары уның тырыш, уңған, яуаплы кеше булыуы тураһында һөйләй.
1972 йыл йомғаҡтары буйынса Әнисә апайға район етәкселеге тарафынан “Иң яҡшы быҙау ҡараусы” тигән исем бирелә. Аҙаҡ ул “Хеҙмәт ветераны”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәләре, Бөйөк Еңеүҙең 30, 40, 50, 60, 65 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары менән дә бүләкләнә.
Яңғыҙ ҡатынға дүрт баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс кәрәк булған! Балаларым башҡалар араһында үҙҙәрен кәм күрмәһен, мохтажлыҡ кисермәһен тип бар тырышлығын һала ул.
Белорет педагогия училищеһында Рәмил, Әнүзә менән бер ваҡытта уҡырға тура килде. Беҙҙең быуын балаларына ғаиләнән ситкә китеп белем алыу еңел булманы бит. Фәҡир тормош, аҡса юҡлығы үҙәккә үтә торғайны. Хәҙерге замандағы һымаҡ модалы, матур курткалар кейеп йөрөү ҡайҙа ул. Ә Әнисә апайҙың балалары һәр ваҡыт ҡупшы йөрөнө. Егеттәр араһында бер Рәмилдең генә өҫтөндә “москвич” пальтоһы бар ине. Курсташтарының алмашлап шуны кейеп, ҡыҙҙар менән осрашыуға сыҡҡандарын беҙ, бәләкәй курстағылар, ситтән генә йылмайып күҙәтә торғайныҡ.
— Әсәйем беҙгә лә, үҙенә лә ныҡ талапсан булды. Таҙалыҡты яратты. Көндөҙ хужалыҡта бил бөкһә, төнөн ҡул эше менән булды. Ҡасан йоҡлағандыр, ҡасан ял иткәндер? Күлдәк, кофта, камзул, бишмәттәр тегеп кейҙерер ине. Бәйләм эшенә оҫта булды. Ҡораманан түшәктәр, ҡаҙ мамығынан мендәрҙәр эшләне, кейеҙ баҫты. Балаҫтарҙы күп һуҡтырҙы, беҙҙе йөн тетергә, сиратырға ҡушыр ине. Ни хәтлем ауырлыҡ, юғалтыуҙар кисерһә лә, бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне, — тип һөйләй Әнүзә ҡыҙы.
Яҙмыштарҙы ямап булмай шул. Эх, булмаһын ине лә бит юғалтыуҙар… Маңлайыңа яҙылғандарҙы күрмәй сара юҡтыр. Рәмил, Флүзә, Бүләк, үҙҙәренең артынан аҡыллы, матур-матур балалар ҡалдырып, йәш кенә көйө мәңгелеккә китте. Әнисә апайыбыҙ, бирешмәй, бар көсөн йыйып, ҡыҙы Әнүзә, кейәүе Лирман, ейән-ейәнсәрҙәре араһында матур итеп йәшәп ята. Нисә барһаң да донъяһы таҙа була, ихатаһында күп итеп ҡош-ҡорт аҫрай. Һикһән етенсе йәшен ваҡлаһа ла, һаман да матур, көләс йөҙлө. Иманлы кешеләр һәр саҡ ана шулай матур булалыр. Беҙ, ауылдаштары: “Ауылыбыҙҙың йәме, ҡото булып, оҙаҡ йәшә, Әнисә апай!” – тибеҙ.