Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Етмешенсе яҙҙы ҡаршылап...
Етмешенсе яҙҙы ҡаршылап... Хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар!
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығы уңайынан ойош­то­олған “Етмешенсе яҙ...” викторинаһы дауам итә. Әйткәндәй, гәзит уҡыусы­ларыбыҙҙың бәй­гегә бик әүҙем ҡушылыуын иҫәпкә алып, бөтөн яуаптарҙы ла 30 апрелгә саҡлы ҡабул итергә ҡарар ҡылдыҡ. Кем белә, бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында ваҡыт тар булыу сәбәпле яуаптарҙы тулыһынса табып өлгөрмәгәндәр, һуңлап ҡалғандар, икенсе этаптан ғына ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр барҙыр. Әле лә һуң түгел, ти­мәк­себеҙ. Яуаптарҙы “Башҡортос­тан” гәзите редакция­һына кон­вертҡа һалып ебәрергә йәки электрон почта аша (bashgazet@mail.ru) юлларға мөмкин. Еңеүселәрҙе 9 Май байрамы алдынан тәбрикләйәсәкбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ярыш өс этапта уҙа. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия диви­зияһы командиры генерал-ма­йор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлына һәм ошо уҡ дивизияның шанлы үткәненә арналды. Икенсе этап һорауҙары Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә индергән өлөшөнә ҡағылды. Был юлы теманы бер аҙ киңерәк алырға ҡарар иттек һәм өсөнсө этапты “Бөйөк Ватан һу­ғышы – башҡорт әҙә­биәтендә” тип атаныҡ.
Рәхим итегеҙ, хөр­мәтле гәзит уҡыусылар!

1. “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” повесының авторы.
2. Башҡорт шағирҙарынан кем “Үлтер, улым, фашисты!” тип өндәшкән?
3. “Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр!” шиғырының авторы.
4. Рәшит Ниғмәтиҙең “Урман шаулай” пьесаһында төп герой.
5. Билдәле башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы, “Разведчик яҙмалары” повесы авторы.
6. “Бер полк кешеләре” романын кем ижад иткән?
7. “Шайморатов генерал” йырының һүҙҙәре һәм көйө кемдеке?
8. “Нисә йәш һиңә, комиссар?” повесының авторы.
9. Ғәзим Шафиҡовтың “Рейд” реквиемы кем хаҡында?
10. Мостай Кәрим яу юлын ниндәй хәрби берләшмәнән башлаған?
11. Рязань aртиллерия учи­лищеһын та­мам­лағас, 1942 – 1945 йылдарҙа артиллерия батареяһы командиры булған әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
12. Р. Ниғмәтиҙең һуғыштың тәүге көндә­рендә яҙған иң беренсе шиғыры.
13. “Ләлә”, “Һалдат йөрәге”, “Фронт юлдары” исемле поэмалар авторы.
14. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренсе­ләрҙән булып сонет жанрын үҙләш­тергән әҙип.
15. Яу яланында таралған “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең яуап­лы мөхәррире.
16. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәевтең бер нисә повесын, романын һанап сығығыҙ.
17. 1942 йылда “Красная звезда” гәзите биттәрендә “Баш­ҡорт дивизияһында” очеркын баҫтырған урыҫ яҙыусыһы.
18. “Фронтҡа” китабының авторы.
19. Һуғыш яланында ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре (“Шакир Шығаев”), ике повесть (“Разведчик яҙма­лары”, “Яҙғы төндә”) ижад итә.
20. “Хушығыҙ, көмөш ямғыр­ҙар” повесы­ның авторы.
21. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре яны­на барып, Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” тигән әҫәрен уҡыған, йыр-бейеү менән сығыш яһаған БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
22. Мостай Кәримгә “Ҡол ҡыҙы йыры” шиғырын яҙырға ниндәй хәл-ваҡиғалар сәбәпсе була?
23. Талха Ғиниәтуллиндың Ғайса образы яҙыусының нин­дәй әҫәренән?
24. “Йондоҙ” пьесаһының авторы.
25. “Яҡташ” тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросов­тың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баҫтырған шағир.
26. Талха Ғиниәтуллин хәрби хеҙмәткә СССР-ҙың ҡайһы ҡалаһынан оҙатылған?
27. “Башҡорттар китте һуғыш­ҡа...” рома­нының авторы.
28. Яугир-яҙыусы Али Кар­найҙың ысын исем-шәрифе.
29. Даян Мурзин тураһындағы “Ҡара генерал” романы авторы.
30. “Яралы яҙмыш” драмаһын кем ижад иткән?






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә