
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойоштоолған “Етмешенсе яҙ...” викторинаһы дауам итә. Әйткәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың бәйгегә бик әүҙем ҡушылыуын иҫәпкә алып, бөтөн яуаптарҙы ла 30 апрелгә саҡлы ҡабул итергә ҡарар ҡылдыҡ. Кем белә, бәлки, уҡыусыларыбыҙ араһында ваҡыт тар булыу сәбәпле яуаптарҙы тулыһынса табып өлгөрмәгәндәр, һуңлап ҡалғандар, икенсе этаптан ғына ҡатнашырға йөрьәт иткәндәр барҙыр. Әле лә һуң түгел, тимәксебеҙ. Яуаптарҙы “Башҡортостан” гәзите редакцияһына конвертҡа һалып ебәрергә йәки электрон почта аша (bashgazet@mail.ru) юлларға мөмкин. Еңеүселәрҙе 9 Май байрамы алдынан тәбрикләйәсәкбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ярыш өс этапта уҙа. Тәүгеһе мәшһүр яҡташыбыҙ, 112-се башҡорт, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлына һәм ошо уҡ дивизияның шанлы үткәненә арналды. Икенсе этап һорауҙары Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә индергән өлөшөнә ҡағылды. Был юлы теманы бер аҙ киңерәк алырға ҡарар иттек һәм өсөнсө этапты “Бөйөк Ватан һуғышы – башҡорт әҙәбиәтендә” тип атаныҡ.
Рәхим итегеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
1. “Үлгәндән һуң утыҙ йыл” повесының авторы.
2. Башҡорт шағирҙарынан кем “Үлтер, улым, фашисты!” тип өндәшкән?
3. “Мин һуғышҡа китәм, иптәштәр!” шиғырының авторы.
4. Рәшит Ниғмәтиҙең “Урман шаулай” пьесаһында төп герой.
5. Билдәле башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы, “Разведчик яҙмалары” повесы авторы.
6. “Бер полк кешеләре” романын кем ижад иткән?
7. “Шайморатов генерал” йырының һүҙҙәре һәм көйө кемдеке?
8. “Нисә йәш һиңә, комиссар?” повесының авторы.
9. Ғәзим Шафиҡовтың “Рейд” реквиемы кем хаҡында?
10. Мостай Кәрим яу юлын ниндәй хәрби берләшмәнән башлаған?
11. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942 – 1945 йылдарҙа артиллерия батареяһы командиры булған әҙип, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
12. Р. Ниғмәтиҙең һуғыштың тәүге көндәрендә яҙған иң беренсе шиғыры.
13. “Ләлә”, “Һалдат йөрәге”, “Фронт юлдары” исемле поэмалар авторы.
14. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә беренселәрҙән булып сонет жанрын үҙләштергән әҙип.
15. Яу яланында таралған “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең яуаплы мөхәррире.
16. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәевтең бер нисә повесын, романын һанап сығығыҙ.
17. 1942 йылда “Красная звезда” гәзите биттәрендә “Башҡорт дивизияһында” очеркын баҫтырған урыҫ яҙыусыһы.
18. “Фронтҡа” китабының авторы.
19. Һуғыш яланында ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре (“Шакир Шығаев”), ике повесть (“Разведчик яҙмалары”, “Яҙғы төндә”) ижад итә.
20. “Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар” повесының авторы.
21. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре янына барып, Рәшит Ниғмәтиҙең “Һинең кәләшеңдең хаттары” тигән әҫәрен уҡыған, йыр-бейеү менән сығыш яһаған БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
22. Мостай Кәримгә “Ҡол ҡыҙы йыры” шиғырын яҙырға ниндәй хәл-ваҡиғалар сәбәпсе була?
23. Талха Ғиниәтуллиндың Ғайса образы яҙыусының ниндәй әҫәренән?
24. “Йондоҙ” пьесаһының авторы.
25. “Яҡташ” тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баҫтырған шағир.
26. Талха Ғиниәтуллин хәрби хеҙмәткә СССР-ҙың ҡайһы ҡалаһынан оҙатылған?
27. “Башҡорттар китте һуғышҡа...” романының авторы.
28. Яугир-яҙыусы Али Карнайҙың ысын исем-шәрифе.
29. Даян Мурзин тураһындағы “Ҡара генерал” романы авторы.
30. “Яралы яҙмыш” драмаһын кем ижад иткән?