Быйыл йәй баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк оло йыйынға — ШОС һәм БРИКС саммиттарына — әҙерлек тамамланыуға табан бара. Федераль ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында инфраструктура булдырыу, яңы объекттар төҙөлөшө, хакимиәт биналарын яңыртыу, шулай уҡ экскурсоводтарҙы, ирекмәндәрҙе, туҡланыу өлкәһе һәм ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу мәсьәләләре юғары баһаланды. Әйткәндәй, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Рәсәй вәкиллеге башланғысы менән илдә саммиттарға арнап тиҫтәләгән сара ойошторолған да инде, шуларҙың дүртәүһе Өфөлә үткән. Беҙҙә абруйлы йыйынға әҙерлек барышы хаҡында Башҡортостан Республикаһы министры Руслан МИРСАЯПОВтан төплөрәк һөйләүен һораныҡ.— Руслан Заһит улы, ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә өс айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт ҡалды. Ә бит барыһы ла шыма ғына башланманы: Башҡортостан ошо абруйлы форумды үткәреү урыны итеп һайланғас, ҡайһы берәүҙәр хатта асыҡтан-асыҡ “республика донъяның иң ҙур держава лидерҙарын лайыҡлы ҡаршылай алмаясаҡ, сараға әҙерләнеп өлгөрмәйәсәк” тиеүҙән дә тартынманы. Әлбиттә, тормош киреһен иҫбатланы. Һеҙ үҙегеҙ шәхсән Өфөнөң саммиттарға әҙерлек кимәлен нисегерәк баһалайһығыҙ?
— ШОС һәм БРИКС илдәренең йыйыны Өфөлә 8-10 июлдә үтә. Аныҡ ҡына әйткәндә, 103 көн ҡалды. Бындай оло сараларҙың баш ҡалабыҙҙа ойошторолоуы Өфө, ғөмүмән, Башҡортостан өсөн тәү сиратта стратегик әһәмиәткә эйә. Саммиттар — республиканың исемен, эшлекле, мәҙәни, сәйәси йөҙөн донъя кимәлендә танытыу өсөн ҙур мөмкинлек. Әҙерлеккә килгәндә, һис һүҙһеҙ, юғары.
Беҙ саммиттарға ике йыл элек әҙерләнә башланыҡ. Федераль ойоштороу комитеты вәкилдәре лә эшебеҙҙе юғары баһалай. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, “Рәсәйҙә ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын үткәреү өсөн Өфөнән дә уңайлыраҡ урын табыуы ҡыйын. Беҙ ҡатнашыусы илдәрҙең делегацияларын иң юғары кимәлдә ҡаршы аласаҡбыҙ”. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич та төбәк етәкселәре һәм киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа, Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәренең иң яҡшы саммиттары үтәсәк, тип белдергәйне. Етәкселектең ышанысын аҡларбыҙ тип ышанам.
— Халыҡ-ара форумды ойоштороуға бик күп аҡса тотоноу күҙалланғайны. Әйткәндәй, ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары был һандарҙы 60 миллиард һум тип билдәләп тә ҡуйҙы. Әсе теллеләр иһә аҡсаның республика ҡаҙнаһынан алыныуын, шул арҡала бик күп социаль программаларҙың туҡтап ҡалыуын юраны. Ғәмәлдә нисек? Саммиттарға әҙерлек яҡынса күпме аҡса талап итте, һәм был финанс сығымдары ҡайҙан килә?
— Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов саммиттарҙы үткәреүҙең ҡаҙна күләмендә, төрлө льготаларҙы тәьмин итеүҙә сағылыш тапмаясағы хаҡында бер генә тапҡыр әйтмәне. Дәүләт республика халҡы алдындағы йөкләмәһен тулыһынса үтәйәсәк. Ҡунаҡханаларға килгәндә, уларҙы шәхси инвесторҙар төҙөй. Ә бына аэропортты төҙөкләндереүҙә, ысынлап та, Мәскәү менән һөйләшеүҙәр алып барырға һәм комплексты реконструкциялауҙы финанслау ваҡытын бер аҙ үҙгәртергә тура килде. Дөйөм алғанда, федераль маҡсатлы программаға үҙгәрештәр индереү тураһында проект әҙерләнде, документҡа ярашлы, былтыр Өфө ил ҡаҙнаһынан 1 миллиард һум алғайны, быйыл тағы 3,5 миллиард һум йәлеп итәсәк. Алдағы йылдарҙа, атап әйткәндә, 2016 йылда — 1,7 миллиард, 2017 йылда 1,1 миллиард һум бүленәсәк. Быйыл юлдарҙы төҙөкләндереүгә генә 10 миллиард һум аласаҡбыҙ. Был хәл-ваҡиғаларҙан урынлы файҙаланып, баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлек тыуыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.
— Саммиттар ваҡытында Өфө һәм Башҡортостан донъяның яңылыҡтар таҫмаһынан төшмәйәсәк. Был, һис һүҙһеҙ, республика өсөн ҙур реклама. Дәүләт етәкселәренең осрашыуы тап Өфөлә үтеүе – төбәккә сит ил инвесторҙарын ылыҡтырыу йәһәтенән дә ҙур мөмкинлек. Юҡҡа ғына республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы дәүләттәренән биш-ете төбәк башлығын, улар менән үҙ сиратында 10-15 эшҡыуарҙы саҡырыу теләге хаҡында сығыш яһаманы. Тимәк, форум ниндәйҙер кимәлдә төбәк бизнесмендары араһында эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыуға йүнәлтелгән тәжрибә майҙансығын хәтерләтәсәк. Башланғыс яҡлау таптымы? Ғәмәлдә республика был эшлекле осрашыуҙарҙы инвесторҙарҙы йәлеп итеү йәһәтенән нисек ҡулланмаҡсы?
— Ысынлап та, белгестәр фекеренсә, бындай кимәлдәге саралар төбәктең инвестиция йәлеп итеү мөмкинлеген бермә-бер арттырыу һәләтенә эйә. Эксперттар беҙҙең республикаға ла уңыштар юрай. Бының өсөн, кәрәк икән, биш-ун йыл көтөргә лә риза, иң мөһиме, саммиттар өҫтәмә финанс йәлеп итеү механизмын булдырыуға булышлыҡ итә, лайыҡлы имидж, мәғлүмәти нигеҙ бирә. Әлбиттә, бөгөн сығымдарын үҫешкә һалырға теләгән бизнесмендар тәү сиратта Башҡортостандың халыҡ-ара рейтингын, урындағы сәйәсәтте, инфраструктураны, эшлекле мөхитте, ылыҡтырғыс инвестиция ҡануниәтен өйрәнәсәк. Әммә борсолорға урын юҡ: Башҡортостан – Рәсәйҙең тотороҡло үҫешкән төбәктәренең береһе. Макроиҡтисади күрһәткестәр ҙә бизнес-берләшмәләрҙең ыңғайға көйләнеүен билдәләй. Ғөмүмән, халыҡ-ара форумдарҙың асылы беҙҙең өсөн һәр яҡлап ҡиммәт, шуға ла саммиттар барышында бизнес-структуралар ҡатнашлығында бер нисә сара ойоштороу күҙаллана: ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле советтары ултырышы, ШОС һәм БРИКС-тың банк-ара советы, БРИКС-тың финанс форумы. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Region2Region” төбәк-ара форумын үткәреү тәҡдиме менән дә сыҡты. Был иһә ҡеүәтле компанияларҙы ғына түгел, бәләкәй эшҡыуарлыҡты ла берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Проектта губернаторҙарҙы, төрлө илдәрҙең эшҡыуарҙарын көтәбеҙ һәм башланғыс яҡлау табыр тип ышанабыҙ. Бөгөн Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре менән тауар әйләнеше тотороҡло үҫә. Әле ШОС һәм БРИКС илдәре ҡатнашлығында тормошҡа ашырыласаҡ тағы бер нисә проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Башланғысыбыҙ асылда машиналар эшләү предприятиелары менән хеҙмәттәшлеккә ҡайтып ҡала, логистик комплекстар ойоштороу буйынса ла ҡыҙыҡлы тәҡдимдәребеҙ бар.
— Руслан Заһит улы, бер осрашыуҙа һеҙ, саммиттарҙың төп маҡсаты транзит потенциалын үҫтереүгә бәйле, тигәйнегеҙ. Был йүнәлештә республиканың ихтыяжы нимәнән ғибәрәт?
— Былтыр йыл аҙағында ШОС ағзаһы булған дәүләттәрҙең транзит мөмкинлеген үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң ултырышы булғайны. Унда транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә бәйле ҡыҙыҡлы фекерҙәр яңғыраны. Атап әйткәндә, 2014 йылда ШОС ағзалары хөкүмәттәре араһындағы килешеүҙе ғәмәлгә индереү йөҙөнән дәүләт эсендәге сараларҙы тиҙләтеү зарурлығы билдәләнде. Был төбәктә автомобиль юлдарын артабан үҫтереүгә, илдән илгә тауар ташыуҙы еңеләйтеү өсөн шарттар тыуҙырыуға, дәүләттәрҙең транзит ҡеүәтен, үҙ-ара сауҙа күләмен арттырыу маҡсатында йөк автомобиле менән тауар ташыу өсөн уңайлыҡтар булдырыуға ҡағыла. Әле Транссиб менән БАМ ҡеүәтен файҙаланып, ШОС-тың транспорт системаһы ойошторола. Ә Башҡортостан транспорт комплексы юғары үҫешкән төбәктәр иҫәбенә инә. Рәсәйҙәге тимер юлдарҙың — 1,7, дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарының — 3,3, һауа трассаларының — 1, суднолар йөрөй торған эске һыу юлдарының —1,1, магистраль торба үткәргестәрҙең 8,3 проценты республика өлөшөнә тура килә. Башҡортостан — илдең яҡшы үҙләштерелгән һәм халыҡ күпләп йәшәгән төбәге. Рәсәйҙең Европа өлөшөн Урал һәм Себер менән тоташтырған мөһим тимер юл, торба үткәргестәр һәм автомобиль магистралдәре уның биләмәһе аша үтә. Тимер юлдан Башҡортостан Көнбайыш Ҡаҙағстанға, Волганың түбәнге ағымына, Төньяҡ Кавказға, Үзбәкстанға, Төркмәнстанға туранан-тура сығыу мөмкинлегенә эйә. “Көнбайыш-көнсығыш” йүнәлешендә йөк ташыуҙы арттырыу йәһәтенән дә ҡеүәт бар. Шуға күрә транспорт логистикаһы мәсьәләләре бик әһәмиәтле.
— Саммиттарға әҙерлек барышында “Өфө” халыҡ-ара аэропортын, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын, Конгресс-холл бинаһын төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды...
— Ысынлап та, оло форумды Өфөлә үткәреү тураһындағы ҡарар ҡаланың инфраструктураһына ыңғай, хатта тиҙләткес булып тәьҫир итте. Баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары яңыртылған аэропорттың мөмкинлектәрен һынап ҡараны ла инде — халыҡ-ара терминал төҙөкләндерелде, өҫтәмә юл барлыҡҡа килде, хәүефһеҙлек саралары көсәйтелде. Былтыр декабрҙә 30 йыл эсендә тәүгә ремонтланғандан һуң “Башҡортостан” дәүләт концерт залы үҙ ишектәрен асты. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры ла, ниһайәт, өй туйланы. Бинаның акустикаһын яҡшыртыу маҡсатында профессионалдарҙы ла йәлеп иттек. Конгресс-холға килгәндә, был иһә — айырым мәсьәлә. Әйткәндәй, бинаны төҙөкләндереү бөгөн булмаһа, иртәгә башҡарылырға тейеш ине. Бер атҡанда ике ҡуян тигәндәй, саммиттарға ҡағылышлы талаптар ремонт эштәренә ең һыҙғанып тотонорға этәргес кенә булды.
— Өфөлә тиҙҙән ете ҡунаҡхана сафҡа инәсәк. Уларҙың барыһы ла ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға әҙер булған осраҡта ла, һуңынан буш торор тигән уй ҡурҡытмаймы?
— Ҡунаҡханалар кәрәкме? Әлбиттә. Аэропортта яңы терминал да. Бөгөнгө кимәлдә ҡалһаҡ, берәүҙең дә беҙҙе партнерҙар сифатында ҡабул итмәйәсәген аңлайбыҙ. Республикаға килмәйәсәктәр ҙә. Шул уҡ театр ҙа, концерт залдары ла — улар бит үҙебеҙҙә ҡала. Бындай миҫалдар бик күп. Шуны аңларға кәрәк: саммиттар ике-өс көн дауам итәсәк, әммә уларҙың иҡтисади һәм социаль һөҙөмтәһе тиҫтәләрсә йылға иҫәпләнә. Башҡа халыҡ-ара сараларҙан айырмалы, беҙҙә аҫылмалы күпер йәки Владивостоктағы Алыҫ Көнсығыш федераль университеты кеүек ҙур объекттар төҙөү зарурлығы юҡ. Өфөлә бөтә нәмә йыйнаҡ, комплекслы буласаҡ.
— Ысынлап та, саммиттарҙы үткәреү көнө яҡынлашҡан һайын, матурланғандан-матурлана. Ҡунаҡтарына ниндәй мәҙәни программалар, сәфәрҙәр әҙерләйһегеҙ?
— Саммиттар үткән көндәрҙә ҡаланың барлыҡ музейҙары, күргәҙмә залдары, галереялары эшләйәсәк. Ҡунаҡтарҙы Өфө театрҙарында онотолмаҫлыҡ тамашалар көтә. Билдәле ижад коллективтарының сығыштары ла йылы тәьҫораттар ҡалдырыр тигән ышаныстабыҙ. Әйтәйек, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле яңы композиция — ШОС һәм БРИКС илдәре халыҡтарының бейеүҙәренән попурри — әҙерләй. Яңы ҡуйылыштағы бейеү теҙмәһе саммиттарҙа ҡатнашыусы илдәрҙең милли ҡаҙанышын һынландырасаҡ.
— Сит ил делегаттарының күңелендә төбәк тураһында ниндәй тәьҫораттар ҡалыры ниндәйҙер кимәлдә ирекмәндәрҙең эшенә лә бәйле. Белеүебеҙсә, уларҙы һайлап алыу, уҡытыу мәсьәләһе күптән хәл ителгән. Шулай ҙа ойоштороу комитеты ирекмәндәр менән ниндәй талаптар буйынса шөғөлләнде?
— Саммиттарға бөтәһе 500 ирекмән йәлеп ителде, яртыһынан күбеһе – бай тәжрибә туплап өлгөргән йәштәр. Волонтерҙар хәрәкәтенә айырыуса сит ил студенттары әүҙем ҡушылды. Уҡытыуға килгәндә, “иғтибар үҙәгендә — тел өйрәнеү мәсьәләһе” тип кенә уйлағандар ҡырҡа яңылыша. Ирекмәндәр бер нисә телдә иркен аралашырға, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, тарихын камил белергә тейеш. Әҙерлек этабы уҡыу менән генә лә сикләнмәй, һәр нәмә практикаға ҡайтып ҡала — волонтерҙар үҙҙәрен ШОС илдәренең йәштәр инновация форумында, ШОС махсус эшсе төркөмөнөң транзит мөмкинлеген үҫтереү буйынса ултырышында, “Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының энергетикаһы” күргәҙмәһендә һәм башҡа абруйлы сараларҙа һынап ҡараны ла инде.
— Форсаттан файҙаланып, Өфө халҡын һәм уның ҡунаҡтарын борсоған тағы бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә ине. Һорауым саммиттар үткән көндәрҙә Өфө буйлап хәрәкәт итеүгә бәйле мәшәҡәттәргә бәйле. Аңлашыла: беҙгә донъяның иң ҙур дәүләт башлыҡтары килә, һәм форум барышында хәүефһеҙлек мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ҡала. Хатта юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарында уҡыу йылы алдараҡ тамамланасаҡ, тиҙәр. Өфөләрҙең был йәһәттән борсолоуы урынлымы?
— Ил һәм республика кимәлендәге ойоштороу комитеттары был йәһәттән әүҙем эш алып бара. Урындағы халыҡҡа уңайһыҙлыҡ булдырмаҫҡа тырышасаҡбыҙ. Әлбиттә, сит ил һәм Рәсәй делегацияларының маршрутына ингән юлдар, Өфө — Аэропорт трассаһы ябыласаҡ. Әммә һүҙ бер нисә тәүлек тураһында бармай, күп тигәндә — бер сәғәт. Юл хәрәкәтенә бәйле барлыҡ мәғлүмәтте саммиттар башланырҙан бер нисә көн алдан мотлаҡ халыҡҡа еткерәсәкбеҙ.
— ШОС һәм БРИКС саммиттарына шәхсән үҙегеҙ ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?
— Бындай кимәлдәге йыйындарҙы үткәреү — тәү сиратта оло яуаплылыҡ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҙур саралар Мәскәүҙән төбәктәргә күсә башланы. Хәтерегеҙҙәлер, 2009 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттары тәүге тапҡыр Екатеринбургта ойошторолғайны, 2012 йылда Владивостокта АТЭС форумы үтте, 2013 йылда Универсиаданы Ҡазан ҡалаһы ҡабул иткәйне. Тап ошондай сараларҙа донъяның абруйлы сәйәсмәндәре тәү сиратта төбәктәрҙең эшмәкәрлегенә лайыҡлы баһа бирә ала. ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә үтеүе тәү сиратта республиканың иҡтисади үҫеш кимәле, сәнәғәт ҡеүәте, лайыҡлы инфраструктураһы булыуы хаҡында һөйләй. Хәҙер иң мөһиме — әһәмиәтле сараны лайыҡлы үткәреү.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.