Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Беҙ — кешелекте фашизмдан азат итеүселәр”
“Беҙ — кешелекте  фашизмдан азат итеүселәр” “Бөйөк Еңеүгә — 70, Күгәрсен районы ойошторолоуға — 85 йыл”. Ошо исем менән үтә ауыл биләмәләре араһындағы күсмә фестиваль. Яңыраҡ эстафетаны Семен-Петровский Түбәнге Бикҡужанан ҡабул итте. Һуңынан үҙҙәре Ибрай ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ. Тағы бер үҙенсәлек: ҡатнашыусылар әлегәсә сираттағы ауылға саңғыла йөрөнө, ҡар ирегәс, йүгереп барасаҡ. Эстафета 20 ауыл биләмәһендә үтеп, 1 майҙа Мораҡта ҙур концерт менән тамамлана.
Ауыл халҡы өсөн бик ҙур ваҡиға ине был. Һуғышта һәләк булғандарҙы иҫләү, әле арала йәшәгән ике ветеранды — Иван Лукьянов менән Николай Занкинды — хөрмәтләү сараһы ғына түгел ине ул, тыл һалдаттарын, бәләкәй генә көйө афәт михнәттәрен татығандарҙы ла ҡәҙерләү кисәһе булды.
– Райондан 13 меңдән ашыу кеше фронтҡа кит­кән, шуларҙың яртыһынан күбеһе беҙҙең тыныс киләсәк өсөн ятып ҡалған. Һуғыш һис ҡасан да ҡабатланырға тейеш түгел. Был — һәләк булғандарҙың, тылда эшләгән өлкән йәштәгеләрҙең васыяты, — тине район Советы рәйесе Мансур Әпсәләмов, тантананы асып.
“Беҙ — кешелекте  фашизмдан азат итеүселәр”Күгәрсендән һигеҙ кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, икәүһе — Дан орденда­рының тулы кавалеры. Райондан меңгә яҡын кеше хәрби орден, миҙалдар менән наградланған. Фестиваль асылған көндө һуғыш осоронда көндө төнгә ялғап эшләгән Факиһа Заһапова, Маһира Ишкинина, Мәғиә Абдуллина, Тәлиға Муллағәлиева, Әнүәр Мәхмүтов, Миңлеямал Моталапова, Анна Николаева, Надежда Гончарен­коға юбилей миҙалдары тапшырылды.
– Хәҙер Йомағужала йәшәһәм дә, ғүмерем буйы ауылдаштарым исеменә, үҙемдең намыҫҡа тап төшөрмәнем, — тине элекке “Бесстрашный” торпедо йөрө­төүсе карабы матросы Николай Занкин. — Беҙҙең халыҡ башын ғорур тотоп йөрөргә тейеш. Беҙ — кешелекте фашизмдан азат итеүселәр!
Район хәрби комиссариаты начальнигы, подполковник Фәнүр Мәжитов ветерандарға ысын күңел­дән рәхмәт әйтте, йәштәрҙең атай-олатайҙары һымаҡ тоғро ил һаҡсылары булып үҫеүен, яҡшы тәрбиә алыуын теләне.
“Беҙ — кешелекте  фашизмдан азат итеүселәр”Тантананы алып барыусы — район хакимиә­те­нең мәҙәниәт бүлеге белгесе Альбина Григорьева­ның күңелдәргә үтеп инерлек тауышы, үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашыусыларҙың, Түбәнге Бикҡужа ауылы һәүәҫкәрҙәренең сығышы берсә тетрән­дерҙе, берсә уйҙарға һалды. Һис арттырыу түгел: йәштәрҙә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙә нәҡ ошондай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.





Автор: Рәлис УРАҘҒОЛОВ. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә