“Бөйөк Еңеүгә — 70, Күгәрсен районы ойошторолоуға — 85 йыл”. Ошо исем менән үтә ауыл биләмәләре араһындағы күсмә фестиваль. Яңыраҡ эстафетаны Семен-Петровский Түбәнге Бикҡужанан ҡабул итте. Һуңынан үҙҙәре Ибрай ауыл биләмәһенә тапшырасаҡ. Тағы бер үҙенсәлек: ҡатнашыусылар әлегәсә сираттағы ауылға саңғыла йөрөнө, ҡар ирегәс, йүгереп барасаҡ. Эстафета 20 ауыл биләмәһендә үтеп, 1 майҙа Мораҡта ҙур концерт менән тамамлана.Ауыл халҡы өсөн бик ҙур ваҡиға ине был. Һуғышта һәләк булғандарҙы иҫләү, әле арала йәшәгән ике ветеранды — Иван Лукьянов менән Николай Занкинды — хөрмәтләү сараһы ғына түгел ине ул, тыл һалдаттарын, бәләкәй генә көйө афәт михнәттәрен татығандарҙы ла ҡәҙерләү кисәһе булды.
– Райондан 13 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, шуларҙың яртыһынан күбеһе беҙҙең тыныс киләсәк өсөн ятып ҡалған. Һуғыш һис ҡасан да ҡабатланырға тейеш түгел. Был — һәләк булғандарҙың, тылда эшләгән өлкән йәштәгеләрҙең васыяты, — тине район Советы рәйесе Мансур Әпсәләмов, тантананы асып.
Күгәрсендән һигеҙ кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, икәүһе — Дан ордендарының тулы кавалеры. Райондан меңгә яҡын кеше хәрби орден, миҙалдар менән наградланған. Фестиваль асылған көндө һуғыш осоронда көндө төнгә ялғап эшләгән Факиһа Заһапова, Маһира Ишкинина, Мәғиә Абдуллина, Тәлиға Муллағәлиева, Әнүәр Мәхмүтов, Миңлеямал Моталапова, Анна Николаева, Надежда Гончаренкоға юбилей миҙалдары тапшырылды.
– Хәҙер Йомағужала йәшәһәм дә, ғүмерем буйы ауылдаштарым исеменә, үҙемдең намыҫҡа тап төшөрмәнем, — тине элекке “Бесстрашный” торпедо йөрөтөүсе карабы матросы Николай Занкин. — Беҙҙең халыҡ башын ғорур тотоп йөрөргә тейеш. Беҙ — кешелекте фашизмдан азат итеүселәр!
Район хәрби комиссариаты начальнигы, подполковник Фәнүр Мәжитов ветерандарға ысын күңелдән рәхмәт әйтте, йәштәрҙең атай-олатайҙары һымаҡ тоғро ил һаҡсылары булып үҫеүен, яҡшы тәрбиә алыуын теләне.
Тантананы алып барыусы — район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Альбина Григорьеваның күңелдәргә үтеп инерлек тауышы, үҙешмәкәр түңәрәктә ҡатнашыусыларҙың, Түбәнге Бикҡужа ауылы һәүәҫкәрҙәренең сығышы берсә тетрәндерҙе, берсә уйҙарға һалды. Һис арттырыу түгел: йәштәрҙә илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙә нәҡ ошондай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.