Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ һөнәренең оҫтаһы
Үҙ һөнәренең оҫтаһы Был һүҙҙәрҙе Мәкәш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Римза Хәмиҙуллинаға төбәп әйтергә була. Тәнзилә менән Ҡотлобай Ҡолоевтарҙың алты ҡыҙы араһында төпсөгө ул. Медицина училищеһын тамамлағас, мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән Олег Хәмиҙуллинға кейәүгә сығып, бөгөн матур итеп донъя көтәләр. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Хәләл ефете Олег — шәхси эшҡыуар. Өҫтәүенә, уң ҡулы ла: тәүлектең ҡайһы сәғәтендә генә телефон шылтырамаһын, ниндәй генә хәүефле хәбәр килмәһен, Римзаһын машинаһы менән кәрәк урынға илтеп ҡуя, ярҙамлаша. Район үҙәгенән 30 саҡрымда ятҡан ауыл өсөн Римза Ҡотлобай ҡыҙы поликлиниканы ла, дауахананы ла, “Ашығыс ярҙам”ды ла алыштыра. Беренсе ярҙам күрһәтеп, дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауаланыу сараларын билдәләй. Хәүефле, киҫкен хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, үҙен тыныс, етди тотоуы, яғымлы һүҙе, иғтибары менән ауырыуҙың ышанысын арттыра, өмөтөн уята. Ауыр хәлдәрендә яндарынан китмәгән Римза Ҡотлобай ҡыҙына ауылдаштары Гөлсөм Яхина, Миңнур Фазлыева, Флүрә Садиҡова, Лилиә Ҡунаҡҡолова мең рәхмәтле! Көн дә килеп хәлен белгәне, өйөндә дауалағаны, иғтибарлы булғаны, ҡулдары, күңел йылыһы, яҡты ҡарашы менән бик риза ауылдаштар.
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә, яҙғы киҙеүҙәрҙә һауа температураһы туҡтауһыҙ үҙгәргәндә, ауырыуҙар һаны бермә-бер арта. Һәр эш көнөн сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән башлай Римза Ҡотлобай ҡыҙы. Уның эш стажы егерме йылдан ашҡан, тәжрибәһе ҙур. Хеҙмәт көнөн ваҡытында башлай, хатта уға ҡарап сәғәт төҙәтергә була, ти ауыл халҡы. Бына шундай һоҡланғыс, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, яуаплы кеше ул Римза Хәмиҙуллина.








Автор: Гөлшат САМАТОВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә