Был һүҙҙәрҙе Мәкәш ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Римза Хәмиҙуллинаға төбәп әйтергә була. Тәнзилә менән Ҡотлобай Ҡолоевтарҙың алты ҡыҙы араһында төпсөгө ул. Медицина училищеһын тамамлағас, мәктәп йылдарынан уҡ дуҫлашып йөрөгән Олег Хәмиҙуллинға кейәүгә сығып, бөгөн матур итеп донъя көтәләр. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.Хәләл ефете Олег — шәхси эшҡыуар. Өҫтәүенә, уң ҡулы ла: тәүлектең ҡайһы сәғәтендә генә телефон шылтырамаһын, ниндәй генә хәүефле хәбәр килмәһен, Римзаһын машинаһы менән кәрәк урынға илтеп ҡуя, ярҙамлаша. Район үҙәгенән 30 саҡрымда ятҡан ауыл өсөн Римза Ҡотлобай ҡыҙы поликлиниканы ла, дауахананы ла, “Ашығыс ярҙам”ды ла алыштыра. Беренсе ярҙам күрһәтеп, дөрөҫ диагноз ҡуйып, дауаланыу сараларын билдәләй. Хәүефле, киҫкен хәлдәрҙә юғалып ҡалмай, үҙен тыныс, етди тотоуы, яғымлы һүҙе, иғтибары менән ауырыуҙың ышанысын арттыра, өмөтөн уята. Ауыр хәлдәрендә яндарынан китмәгән Римза Ҡотлобай ҡыҙына ауылдаштары Гөлсөм Яхина, Миңнур Фазлыева, Флүрә Садиҡова, Лилиә Ҡунаҡҡолова мең рәхмәтле! Көн дә килеп хәлен белгәне, өйөндә дауалағаны, иғтибарлы булғаны, ҡулдары, күңел йылыһы, яҡты ҡарашы менән бик риза ауылдаштар.
Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә, яҙғы киҙеүҙәрҙә һауа температураһы туҡтауһыҙ үҙгәргәндә, ауырыуҙар һаны бермә-бер арта. Һәр эш көнөн сирлеләрҙе ҡабул итеүҙән башлай Римза Ҡотлобай ҡыҙы. Уның эш стажы егерме йылдан ашҡан, тәжрибәһе ҙур. Хеҙмәт көнөн ваҡытында башлай, хатта уға ҡарап сәғәт төҙәтергә була, ти ауыл халҡы. Бына шундай һоҡланғыс, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, яуаплы кеше ул Римза Хәмиҙуллина.