Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығында
Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығында Науруз байрамы уңайынан башҡорт, ҡаҙаҡ, төрөкмән, азербайжан, афған, тажик һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли аш-һыуы тәҡдим ителгән, йыр-бейеүҙәре башҡарылған, ҡатнашыусылар, тамаша ҡылыусылар менән шығырым тулған Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы гөрләп кенә ҡалманы, баш ҡаланың, республиканың бар төбәгенә дуҫлыҡ, татыулыҡ сәләмдәрен юлланы.

Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығындаБайрам ҡапҡаһын асып ингән һәр ҡунаҡты “Сәйетбаба”, “Килем” башҡорт, татар тарихи-мәҙәни үҙәктәре, “Аҡ тирмә”, “Урал” йәмәғәт ойошмалары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте әҙерләгән тирмәләр ҡаршы алып, мул һыйлы табынға әйҙәне. Уларҙан арыраҡ И. Сомони исемендәге тажик милли ойошмаһы вәкилдәре – башлыса ир-аттан тупланған ҡор – күҙгә салынды. Алыҫ та уҡ түгел, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тиерлек – төрөкмән, ҡаҙаҡ тирмәләре. Һәр береһе янында күптән күрешмәгән милләттәштәр, тыуған яғын ҡалдырып уҡырға килгән студенттар, бала-саға геү килә, шул арала байрам тамашасыларын милли кейем, аш-һыу менән таныштырыу ҙа бара. Сағыулығы, ҡабатланмаҫ сығыштары менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған сәхнә янында азербайжан халҡының тарихын, йолаларын сағылдырған тирмә урын алған. Өҫтәлендә иһә – долман, дога, шора, пахлава... Һәр ҡунаҡты үҙ өйөндәгеләй ихлас ҡаршы алып торған йәштәр араһында Сабиха Зулфугарова ла бар.

Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығында– Азербайжанда тыуһам да, бала саҡтан Башҡортостандамын. Башҡа халыҡтар менән татыу йәшәү мөмкинлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен, йылы мөнәсәбәт булдырылғанға бик бәхетлемен. Байрам беҙҙе таныштыра, дуҫлаштыра, йәшәү рәүешебеҙгә йәм, дәрт өҫтәй, – ти ул.
Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығындаТыуған яғындағы киң билдәле “Ҡыҙҙар башняһы” исемле тарихи ҡомартҡы хаҡында бәйән иткәнендә, уның башҡорт халҡының “Ете ҡыҙ” легендаһы менән ауаздашлығы асыҡ сағылды. Әйтергә кәрәк, тарихи яҙмаларыбыҙҙың, милли һыҙаттарыбыҙҙың, йола-ғәҙәттәребеҙҙең төрлөлөгө, татыулығыбыҙ менән генә лә беҙ – төрки халыҡтар – илебеҙ, еребеҙ күген биҙәйбеҙ, ошоноң менән байбыҙ һәм барбыҙ. Науруз байрамы иһә – берҙәмлегебеҙҙе дәлилләп, башҡаларға өлгө күрһәткән, дуҫлаштырған матур сара ул. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолған сағыу тамаша һәр кемдең күңелендә яҙғы ҡояш йылыһы кеүек сикһеҙ нурлы, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығындаСапарморат Шанглиев, “Берҙәмлек” төрөкмән милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе:
– Науруз байрамын Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ҙур кимәлдә 15-се тапҡыр үткәрәбеҙ. Барлыҡ ҡәрҙәштәремде ысын күңелдән тәбрикләйем, бәхет, сәләмәтлек теләйем.



Төбәктең ныҡлығы халыҡтар дуҫлығындаТәнзилә Бикбаева, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары:
– Башҡорттарҙың милли байрамы булмаһа ла, дуҫ халыҡтарға теләктәшлек, ихтирам йөҙөнән беҙ ҙә был сараға ҡушылдыҡ. Бөгөнгө заманда ла, киләсәктә лә һәммәбеҙ ҙә татыу, киң күңел менән йәшәргә тейеш.


Автор: Гөлсәсәк ҒӘБИТОВА. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә