Науруз байрамы уңайынан башҡорт, ҡаҙаҡ, төрөкмән, азербайжан, афған, тажик һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли аш-һыуы тәҡдим ителгән, йыр-бейеүҙәре башҡарылған, ҡатнашыусылар, тамаша ҡылыусылар менән шығырым тулған Сергей Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһы гөрләп кенә ҡалманы, баш ҡаланың, республиканың бар төбәгенә дуҫлыҡ, татыулыҡ сәләмдәрен юлланы. Байрам ҡапҡаһын асып ингән һәр ҡунаҡты “Сәйетбаба”, “Килем” башҡорт, татар тарихи-мәҙәни үҙәктәре, “Аҡ тирмә”, “Урал” йәмәғәт ойошмалары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте әҙерләгән тирмәләр ҡаршы алып, мул һыйлы табынға әйҙәне. Уларҙан арыраҡ И. Сомони исемендәге тажик милли ойошмаһы вәкилдәре – башлыса ир-аттан тупланған ҡор – күҙгә салынды. Алыҫ та уҡ түгел, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тиерлек – төрөкмән, ҡаҙаҡ тирмәләре. Һәр береһе янында күптән күрешмәгән милләттәштәр, тыуған яғын ҡалдырып уҡырға килгән студенттар, бала-саға геү килә, шул арала байрам тамашасыларын милли кейем, аш-һыу менән таныштырыу ҙа бара. Сағыулығы, ҡабатланмаҫ сығыштары менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған сәхнә янында азербайжан халҡының тарихын, йолаларын сағылдырған тирмә урын алған. Өҫтәлендә иһә – долман, дога, шора, пахлава... Һәр ҡунаҡты үҙ өйөндәгеләй ихлас ҡаршы алып торған йәштәр араһында Сабиха Зулфугарова ла бар.
– Азербайжанда тыуһам да, бала саҡтан Башҡортостандамын. Башҡа халыҡтар менән татыу йәшәү мөмкинлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен, йылы мөнәсәбәт булдырылғанға бик бәхетлемен. Байрам беҙҙе таныштыра, дуҫлаштыра, йәшәү рәүешебеҙгә йәм, дәрт өҫтәй, – ти ул.
Тыуған яғындағы киң билдәле “Ҡыҙҙар башняһы” исемле тарихи ҡомартҡы хаҡында бәйән иткәнендә, уның башҡорт халҡының “Ете ҡыҙ” легендаһы менән ауаздашлығы асыҡ сағылды. Әйтергә кәрәк, тарихи яҙмаларыбыҙҙың, милли һыҙаттарыбыҙҙың, йола-ғәҙәттәребеҙҙең төрлөлөгө, татыулығыбыҙ менән генә лә беҙ – төрки халыҡтар – илебеҙ, еребеҙ күген биҙәйбеҙ, ошоноң менән байбыҙ һәм барбыҙ. Науруз байрамы иһә – берҙәмлегебеҙҙе дәлилләп, башҡаларға өлгө күрһәткән, дуҫлаштырған матур сара ул. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто тарафынан ойошторолған сағыу тамаша һәр кемдең күңелендә яҙғы ҡояш йылыһы кеүек сикһеҙ нурлы, ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Сапарморат Шанглиев, “Берҙәмлек” төрөкмән милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе: – Науруз байрамын Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә ҙур кимәлдә 15-се тапҡыр үткәрәбеҙ. Барлыҡ ҡәрҙәштәремде ысын күңелдән тәбрикләйем, бәхет, сәләмәтлек теләйем.
Тәнзилә Бикбаева, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең етәксеһе урынбаҫары: – Башҡорттарҙың милли байрамы булмаһа ла, дуҫ халыҡтарға теләктәшлек, ихтирам йөҙөнән беҙ ҙә был сараға ҡушылдыҡ. Бөгөнгө заманда ла, киләсәктә лә һәммәбеҙ ҙә татыу, киң күңел менән йәшәргә тейеш.