Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерен гәзиткә арнаны
Ғүмерен гәзиткә арнаны Гәзиттең һүҙ көсө иҫ киткес йоғонтоло. Быны Совет власының тәүге көндәренән үк яҡшы аңлаған Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов ҡайҙа ғына эшләһә лә журналистиканан айырылмай: даими яҙышып тора. Тәүге мәҡәләләре – байҙарға ялланып эшләүсе ярлылар, халыҡтың ас-яланғас көйөнсә лә яңы тормош төҙөргә тырышыуы, уңған яҡташтары һәм ауылдаштары тураһында. “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙерге “Башҡортостан”) биттәрендә даими баҫылған хәбәрҙәре ябай халыҡта яңы тормошҡа ышаныс уятҡан.
Хисмәтулла Хәйрулла улы бер ҡасан да китап һәм гә­зиттән айырылмай, ир ҡорона еткән, өйләнгән булыуына ҡара­маҫтан, буш ваҡытында үҙаллы урыҫса яҙышырға ла өй­рәнә. Тырышлығы, теүәл­леге, үҙенсәлекле яҙышыу оҫталығы иғти­барҙан ситтә ҡалмай: уны элекке Маҡар (хәҙерге Ишембай) райо­нының “Алға” исемле тәүге район гәзи­тен сығарыуға йәлеп итәләр. Был эште уңышлы атҡар­ғас, КПСС-тың Өлкә комитеты тәҡ­диме менән ошо гәзиттең беренсе мөхәррире итеп тә­ғәйен­ләнә.
Район гәзите – төбәк көҙ­гөһө. Күләме бә­ләкәй булһа ла, ошо ерҙә йәшәүсе халыҡтың төп рухи сығанағы ул. Башта “Алға”ның да авторҙары күп булмаған, ләкин бер йыл үтеүгә, баҫма майҙаны киңәйеп, йөкмәткеһе байып, дуҫтары артҡан, ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзитенә әүерелгән. Ул осорҙа нәшер ителгән гәзит биттәрендә райондың уңған игенселәре, малсылары, колхозсылары, ме­ха­низатор­ҙа­ры, һауынсылары, алдынғы ху­жа­лыҡ­тар­ҙың үрнәк булырлыҡ эш тәжри­бә­һе, халыҡ мәғарифында мәҙәни-ағартыу эше алып барған уңған уҡытыусылар, китапханасылар, ауыл клубтары һәм агитаторҙар эше хаҡында яҙылған, кәмселектәр ҡаты тән­ҡитләнгән.
Йәштән яҙышҡан Хисмәтулла Ҡолмөхә­мә­тов район гәзитендә йөҙөп эшләй, автор­ҙар­ҙың уҡытыусыһы була, башлап яҙыу­сы­лар­ҙы: “Әгәр һөнәреңде һөйһәң, дүрт-биш юллыҡ хәбәр өсөн дә көйһәң, матбуғат­ҡа, районға файҙа итәм тиһәң, битараф булмаһаң – шул етә, һинән эш сыға”, – тип өйрәтә, аҡыллы кәңәштәрен бирә. “Алға”ла ул 1931 – 1934 йылдарҙа эшләй, райондың партия һәм комсомол тормошон алға ебә­реүгә ҙур көс һала.
Х. Ҡолмөхәмәтов Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында 1905 йылда тыуған. Тәү­ге белемде ауылда Миңһылыу абыстайҙан ала, унан ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеп, үҙаллы уҡый башлай. Артабан бер туған ағаһы Фәтҡулла (минең олатайым) Хисмәтулла менән Хәйбулла исемле ике ҡустыһын Стәр­леләге “Иҫке-таш” һәм “Бейек-таш” исем­ле мәҙрәсәләргә алып барып урынлаштыра, уҡыу сығымдарын үҙ елкәһенә ала. “Мин уҡый алманым инде, әйҙә, исмаһам, һеҙ уҡып кеше булығыҙ!” – ти.
Шулай итеп, бер туған Хисмәтулла ме­нән Хәйбулла шул йылдарҙа Ҡанаҡайҙан сыҡҡан тәүге белемле кешеләр булып февраль революцияһын ҡаршылай, ә Хис­мәтулла ошо ауылда тыуып үҫкән тәүге профессиональ журналист булып китә. 1925 йылда уны партия сафына алалар. Әйткәндәй, ағаһы Хәйбулла ла коммунист булараҡ абруй яу­лай. Ҡанаҡай ауылының тәүге ауыл Советы рәйесе итеп һайлан­ғанда Хисмәтуллаға ни бары 20 генә йәш була. Был эште унан һуң Хәйбулла ағаһы дауам итә, ләкин 1939 йыл­да ул кулактар тарафынан үлтерелә.
Ойоштороу һәләте менән айырылып тор­ған Х. Ҡолмөхәмәтов 1927 – 1930 йыл­дарҙа Аҙнай волосы батрачкомы етәксеһе була, 1935 йылда БашЦИК ағзаһы итеп һай­лана, Совет Башҡортостанының VIII съе­зы делегаты булып сығыш яһай. Артабан оло яҙыу­сы һәм дәүләт эшмәкәре Төхвәт Йәнәби тәҡ­диме менән Комвузға район гәзите хеҙ­мәткәрҙәре бүлегенә уҡырға ебәрелә. Уны тамамлағас, 1935 йылда “Ҡы­ҙыл Башҡортос­тан” (хәҙерге “Баш­ҡорт­остан”) гәзитенең ауыл хужалы­ғы бүлеге мөдире итеп тәғә­йенләнә, һу­ғышҡа тиклем унда Баязит Бикбай, Шакир Насиров кеүек билдәле әҙиптәр менән эш­ләй. Сабыр холоҡло, ябай һәм яр­ҙам­сыл Хисмәтулла Хәйрулла улы менән улар кәңәшләшеп эшләй, бергәләп журна­лис­ти­ка серҙәренә төшөнә, һәр жанрҙа көс һынай.
Бөйөк Ватан һуғышында Ҡолмөхәмә­тов­тарҙан алты кеше ҡатнаша: Фәтҡулла олатайым Ғәйфулла, Рәхмәтулла исемле ике улы менән бергә яуға китә, иң кесеһе – атайым Мотиғулланы иһә 1942 йылда, уға тағы ла бер йәш өҫтәп яҙып, “өлкәнәйтеп” алалар. Шағир Яҡуп Ҡолмөхәмәтов кавалерия диви­зияһына эләгеп, һуғышҡа 1941 йылда уҡ инә, Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов та ил һаҡларға үҙе теләп китә. Фәтҡулла олатайымдан баш­ҡалары барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайта, Рокоссовский армияһында һуғышҡан олатайым разведчик була, хәрби операцияларҙың береһен­дә уның ғүмере өҙөлә. Ҡәбере – Бело­рус­сияның Могилев өлкәһендә.
Хисмәтулла Хәйрулла улы башта Бәлә­бәйҙә ойошторолған алты айлыҡ юғары политруктар курсында уҡый, артабан Калинин фронтының 373-сө уҡсылар дивизияһында татар һәм башҡорттар өсөн нәшер ителгән “Алға, дошманға ут ас!” тигән фронт гәзи­тен­дә тәржемәсе һәм хәбәрсе була. Унда Шәйхи Маннур, Афзал Шамов, М. Мәсғүт кеүек та­тар яҙыусы­лары менән эшләй. 1943 йылда Калининград өлкәһе ауылдары һәм ҡалала­рын азат итеүҙә ҡатнаша, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Һуғышта һәр ва­ҡыт алғы һыҙыҡта булыу, ямғырлы-ҡарлы һыуыҡтарҙа окоптарҙа ҡуныу арҡаһында туберкулез сирен йоҡтороп, ҡаты ауырый. Ялан госпиталендә дауаланыу файҙа бирмә­гәс, 1943 йылдың көҙөндә, II группа инвалид­лығы биреп, уны ҡайтарып ебәрәләр.
Һуғыштан һуң Х. Ҡолмөхәмәтов ярат­ҡан эшенә – гәзиткә – килә: 1943 – 1948 йыл­дарҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан”да ауыл хужа­лығы бүлеге мөдире була, ләкин Сталиндың һуғыштан һуңғы йылдарҙағы репрессияһына эләгә: уға юҡ ғәйептәрҙе тағып, Воркутаға һөргөнгә ебәрәләр. Сталин үлгәндән һуң аҡлана, яңынан эшенә ҡайтарыла. “Совет Башҡортостаны” гәзи­тендә ул 1953 – 1965 йылдарға тиклем эшләп хаҡлы ялға сыға, ләкин яҙышыуын дауам итә. Тырыш хеҙмәте өсөн “Почет Билдәһе” ордены һәм хеҙмәт миҙалдары менән наградлана. Һаулығы ҡаҡ­шаған булһа ла, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем яратҡан гәзитенән айырылмай, 75 йә­шенә тиклем ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Нисек кенә һыҙланмаһын, бөкөрәйеп ултырып булһа ла ижад итә.
“Башҡортостан” гәзите биттәрендә ул рес­публикабыҙҙың эшһөйәр кешеләрен ҙурлай, илгә ирек яулаған яу батыр­ҙарының үлемһеҙ образдары хаҡында очерктар, һүрәтләмәләр ижад итә. Улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены ҡаһарманы Муса Гәрәев, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан сержант Ғәбит Әхмәтов, артиллерист Ғимай Шәйәх­мә­тов, капитан Ғәли Бирҙин, танкист Зәйләғи Ноғманов, ябай һалдат Григорий Пулькин кеүек яҡташтарыбыҙ, башҡорт әҙәбиә­тендә яҡты йондоҙ булып ҡалған яугир-журналис­тар Низам Ҡәрипов, Мостафа Садиҡов, Мәжит Буранғолов, Мөтиҡ Мәхмүтов һәм башҡалар бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре Баш­ҡортостан “Китап” нәшриәте нәшер иткән “Башҡортостан батырҙары” йыйынтығына ингән. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгәсә Хисмәтул­ла Ҡолмө­хә­мә­товтың ижади мираҫы ныҡлап өйрә­нелмәгән, уларҙы бер йыйынтыҡ итеп туплап баҫтырғанда, киләсәк быуын өсөн ҙур бүләк булыр ине.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Х. Ҡол­мө­хә­мәтов архивтарҙа ултырып ауылы­быҙ­ҙың тарихын, нәҫелебеҙҙең шәжә­рә­һен яҙҙы, уларҙы артабан өйрәнеү эшен миңә аманат итте. Әйткән һүҙ – ат­ҡан уҡ, тип һүҙемде тотоп, мин Ҡанаҡайҙа тәүге шәжәрә байрамын ойоштороуҙа ҡатнаштым, ауылыбыҙ­ҙың, тыуған яғы­быҙ­ҙың ғорурлығы булған шағир Я. Ҡол­мойҙоң ижадын мәңгеләштереү эшендә ярҙам итергә тырышам. Студент йыл­дарында тығыҙ аралашҡан оло ағайы­быҙ Х. Ҡолмөхәмәтовтан гәзиткә яҙышыу серҙәренә өйрәндем, уның кеүек төплө, ыҡ­сым ижади портреттар, очерктар ижад итергә, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхес­тәрен данларға, халыҡҡа хеҙмәт итергә хыялландым. Былар барыһы ла тормошҡа ашты һымаҡ – һуңлап булһа ла уға 100 йәше уңайы менән оло рәхмәтемде еткерәм!
Яҡуп Ҡолмой “Совет Башҡортос­та­ны”нда 1994 йылдың мартында “Ғү­мерен гәзиткә арнаны” тигән бер мәҡәлә баҫ­тыр­ғайны, мин уны архивыма ҡырҡып һалып ҡуйғанмын. Мәҡәлә Хисмәтулла Ҡолмө­хәмәтовҡа арнал­ған. Әлегеһен мин дә өлкән шағир, нәҫел­дәшем Я. Ҡолмой иҫтәлектәренә таянып яҙҙым.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 24

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 29

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 34

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 43

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 28

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 32