Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Байыуҙан айнырға ваҡыт
Сахалин өлкәһенең губернаторы Александр Хорошавинды ҡулға алыу март айының шаҡ ҡатырғыс ваҡиғаларының береһенә әйләнә яҙҙы. Быға тиклем Рәсәй төбәгенең бер етәксеһен дә бындай оят хәлгә төшөргәндәре юҡ ине, коррупцияла ғәйепләнгән чиновниктар араһында ҡала мэрҙары ғына, мәҫәлән, Ярославлдән Урлашов, күренде. Оборона, ауыл хужалығы министрҙары Анатолий Сердюков менән Елена Скрынникка, Тула өлкәһенең губернаторы Вячеслав Дудка, Новосибирск өлкәһенеке Василий Юрченко, Брянск өлкәһенеке Николай Денинға бәйле енәйәт эштәре тик улар вазифаһынан бушатылғас ҡына ҡуҙғатылғайны.

Ваҡытында Президент урлашҡан чиновниктарҙы төрмәгә ултыр­тыуҙы талап иткәйне (“Где посадки?”). Шуға ҡарамаҫтан, был коррупция эштәренең береһе лә иректән мәхрүм итеү менән та­мам­ланманы. Әлбиттә, бында тотҡарлап торған бер етди сәбәп бар. Төбәк етәкселәрен фашлап, хоҡуҡ һаҡлау органдарына был сараға тотоноу еңелдән түгел, кемдер үҙ өҫтөнә ошо яуаплылыҡты алырға ҡурҡа.
Махсус самолетта Мәскәүгә алып киленгән, йөҙөн башына кейгән көләпәрәһе менән ҡаплап маташҡан губернаторҙы рәшәткә артында күреү коррупциянан йөҙәгән Рәсәй халҡын бер аҙ өмөтләндереп ебәргәйне. Губернаторҙың өйөндә яҡынса 1 миллиард һум аҡса, 800-ләп төрлө ювелир әйбер таптылар, шул иҫәптән бөтәһен дә аптыратҡан 36 миллион һумлыҡ ручка. Банктарҙа ятҡан аҡсаһы күпмелер, әммә өйөндә генә100 һумлыҡ купюралар менән 10 тонна, йәғни ҙур “КамАЗ” машинаһына һыйырлыҡ сумманы һаҡлаған ришүәтсене меҫкен хәлдә күреү уның коллегаларына нисек тәьҫир иткәндер, беҙгә мәғлүм түгел. Кемдер аҡсаны өйҙә тоторға ярамай, кемдер был эште ташлап китеп, “тынысыраҡ” урын эҙләргә кәрәк, тип уйлағандыр…
Әйтергә кәрәк, Владимир Путин тарафынан төҙөлгән Бөтә Рәсәй халыҡ фронты (ОНФ) күптән А. Хорошавин эшендәге етешһеҙлектәр тураһында иҫкәртеп килде. Мәҫәлән, 2013 йылда Хорошавин үҙенең имиджын күтәреү маҡсатында өлкә ҡаҙнаһынан 680 миллион һум аҡса сарыф итеүе тураһындағы мәғлүмәт Рәсәйгә яңғыраны. Бынан тыш та был губернаторҙың башҡа “ваҡ-төйәк” ҡырын эштәре даими ишетелеп торҙо.
Коррупцияға ҡаршы көрәште дәүләт һүлпән алып барғас, был йүнәлеште Алексей Навальный тиҙ генә үҙ ҡулына алды. Үҙе фаш­лаған күп ришүәтселек эштәре арҡаһында был блогер тиҙ арала федераль кимәлдәге сәйәсмәнгә әйләнде. “Жуликтар һәм бурҙар” ло­зунгыһы менән ул Мәскәү мэры вазифаһына булған һайлауҙа ҡатнашып, икенсе урынды алды. Власть был ҡоралды тиҙ арала төҙөлгән яңы органға – Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына тапшырҙы. Әммә ОНФ властың юғары эшелондарына – дәүләт корпорация­ларындағы топ-менеджерҙар, ми­нистрҙар һ.б. – һелтәнмәй.
Власть ришүәтселеккә ҡаршы көрәш алып бармай, тип әйтеп тә булмай. 2008 – 2014 йылдарҙа тик федераль кимәлдә генә кор­рупцияға ҡаршы йүнәлтелгән 80-дән ашыу төрлө хоҡуҡи акт ҡабул ителде. Унда коррупцияға ҡаршы төрлө саралар үткәрелде, мәҫәлән, чиновниктарҙың эш хаҡын ҡырҡа арттырыу. Әммә бының ыңғай һөҙөмтәһе булманы тиерлек. 2011 йылда, Президент Дмитрий Медведев Хакимиәтенең Контроль идаралығы етәксеһе Константин Чуйченко, дәүләт заказдары системаһында йылына яҡынса 1 триллион һум аҡса урлана, тип әйткәйне. Д. Медведев, быға аңлатма биреп, йылына 10 миллион дәүләт контракты арҡаһында даими рәүештә 20 процент аҡса “откат” формаһында төрлө чиновниктарҙың кеҫә­һенә инеп ята, тип әйткәйне.
Күптәр ришүәтселектең киң таралыуында Рәсәй 2006 йылда ратификациялаған БМО-ның коррупцияға ҡаршы Конвенцияһының 20-се статьяһын төшөрөп ҡалдырыуҙа күреп килде. Был статьяла законһыҙ байыған кешенең бөтә мөлкәтен конфискациялау ҡаралған ине. Рәсәйҙең уны ҡабул итмәгәнен төрлө белгестәр, сәйәсмәндәр ниндәй генә сәбәп менән аңлатып маташманы. Йәнәһе, ул беҙҙең Конституцияла ҡаралған “ғәйепһеҙлек презумпцияһына” ҡаршы килә. Бына декабрь айында Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов журналистарға: “Рәсәй был Конвенцияны тулыһынса раҫланы”, – тип иғлан итте. Ни эшләптер был яңылыҡ халыҡ иғтибарынан ситтә ҡалды. Бәлки, халыҡ коррупцияға күнегеп бөтөп, унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр? Социологтар тикшереүенсә, халыҡтың өстән бер өлөшө ришүәтселәрҙе, 45 проценты ришүәт биргәндәрҙе ғәйепләмәй, ә 23 проценты үҙҙәренең ришүәт биреүен белдерә.
2006 йылдан бирле был юридик казустиканы “күрмәй килгән” белгестәрҙе нисек баһаларға һуң? Улар бар халыҡты ошоноң менән ышандырҙы, йәнәһе, коррупцияны еңеү өсөн беҙҙә хоҡуҡи нигеҙ юҡ тип. Булғас, ни өсөн парламентыбыҙ тейешле закондар ҡабул итмәгән һуң? Ришүәтселектә тотолған чиновникты күп тигәндә шартлы рәүештә дүрт йылға хөкөм итеү ошо коррупцияны күрәләтә үҫтереү түгелме ни?
Беҙ артабан да коррупцияға ҡаршы ысын көрәш урынына уның имитацияһын ғына күрһәтеүҙе дауам итһәк, бер аҙҙан А. Хо­рошавиндың, А. Сердюковтың һөйәр­кәһе Васильеваныҡы һымаҡ, яңы таланттары асылыуына шаһит буласаҡбыҙ. Ул да шиғырҙар сығарып, яҙған картиналарынан күргәҙмә ойоштороп ятмаҫ тимә. Ә халыҡ фекерендә иң коррупцион тармаҡ булып медицина һәм мәғариф өлкәләре ҡаласаҡ. Ундағы ришүәтселәргә губернатор­ҙарҙың бер миллиардын бөтә коллективы менән дә ғүмерҙә лә алып булмаясағына ҡарамаҫтан…






Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә