Ҡырҙа, бигерәк тә көн ел-ямғырлы торғанда, ҡаҙан аҫырлыҡ ут тоҡандырыу өсөн дә таһыл кәрәк. Ғарифулла олатайым тәүҙә өйөп кенә нәҙек ҡыу ботаҡтарҙы һала, сыбыҡ араһына таҫмалай ғына туҙ ҡыҫтыра һәм эрерәк ағастарҙы өҫтән ҡыуыш итеп һөйәй. Ошолай ипләнгән усаҡ бер шырпынан уҡ дөрләп янып китә.Йорттары йәшеллек даръяһында аҡ пароходтар булып йөҙгән әүәлге Өфөнө мин, йәшлек йылдарын хәтерҙә тош-тош яңыртҡан һымаҡ, әйләнеп ҡайтмаҫтай хыял итеп күҙ алдына килтерәм. Ҡояш баш ҡаланы һәр иртә балҡып уятмай, эңер төшөүгә моңһоу ғына йылмайып оҙатмай ҡалмай. Вазифа бурысын шулай үтәгәндер. Ул кискә һарҡыуға, бихисап урамдарҙағы ығы-зығы ла һүрелеп, Ағиҙел тулҡындарының яр таштарына сәләме асығыраҡ ишетелә башлай. Ғүмер буйы Өфөлә йәшәгәндәр ҙә, минең ише килеп-китеп йөрөгәндәр ҙә тыныс тәбиғәтле, яҡты йөҙлө ҡаланың бер мәл сәбәләнеп ҡайҙалыр сапҡан кешеләр иләүенә, йөҙҙәрсә мең автомашина йыйылған мәхшәргә, тотош бер сауҙа һәм кәйеф-сафа йортона әүерелеүен уйына ла килтермәгәндәр. Ваҡыт иһә үтә, ҡыҫа, емерә килә. Донъяла иң матур тип ышанып йөрөгән һөйөклө ҡалабыҙҙың тышҡы ҡиәфәте лә танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, үҙебеҙ ҙә инде бүтән. Юғалтыуҙарыбыҙҙы һәм нимәләргә юлығыуыбыҙҙы ниндәй аршындар менән үлсәргә лә ҡайһы бизмәндәргә һалырға икән? Үрге сауҙа майҙанында йәйен-ҡышын туңдырма өләшеп торған Миша бабай ҙа, йүгереп кенә инеп хуш еҫле эсемлек һәм эҫе пончик менән һыйланып сығыр ҡунаҡсыл ҡәһүәханалар ҙа хәҙер юҡ инде.
Иртәнге ҡала һәр даим йыйыштырылған урамдар менән ҡаршы ала, ә скверҙарҙың мәрмәр кәртәләрен хәстәрлекле ҡулдар еүеш сепрәк менән һыпырып сыҡҡан. Өфө сәбәләнмәй генә, клаксондар тауышынан ҡаңғырмай эшкә тотона. Министрҙар Советы, Сәнәғәт йорто һәм “Башнефть”тең олпат биналары, партия өлкә комитеты урынлашып, серле тынлыҡ һаҡлаған матур йорт эргәһенән үтергә тура килһә, ошо тәҙрәләр артында нимә эшләнгәнен белеү, кешеләрен күреп ҡалыу теләге тыуа. Ҙур байрамдар ваҡытында демонстранттар араһында этелә-төртөлә үткән мәлдә, әлбиттә, бейек мөнбәрҙән ара-тирә ҡул болғап торған ағайҙарҙың кем булыуы тураһында уйланмайһың. Ә унда – республиканың иң юғары етәкселәре һәм уларҙан да өҫтәрәк – Аллаһу Тәғәлә үҙе генә.
Улай тиһәң... Комсомолға инергә әҙерләнгәндә үк, мәҫәлән, һәр ҡайһыбыҙ республиканың баш түрәләренең исем-шәрифен, биләгән вазифаһын белергә тейеш ине. Был ғәмәлдә мин күҙ буяу ҙа, ярамһаҡланыу ҙа күрмәйем. Ошоноң менән өлкәндәр, үҙҙәренсә, беҙҙең иләҫ-миләҫ аңға дәүләткә, уның хакими институттарына яҡынайыуыбыҙға ишара яһағандыр. “Һеҙҙе үҙегеҙҙән түбәндәгеләр хөрмәт итһен өсөн, юғарылағыларға ҡарата ихтирамлы булығыҙ”. Быны бөйөк француз Гюстав Флобер әйткән.
Үҙенең көтөлмәгәнлеге менән шаңҡытып, хәтерҙә мәңгегә нығынып ҡалған һәм йылдар үтә килә уның әһәмиәтен, мәғәнәһен яңыртып баһалаған мәлдәр була. Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында, Башҡорт дәүләт университетының тәүге курстарында уҡып йөрөгәндә, Хөкүмәт йортон Совет урамы яғынан урап үтәм тип, буйсан да, тулы ла кәүҙәле ағайға саҡ килеп бәрелмәнем. Уны таныным инде, тайшанып өлгөрҙөм, ярай ҙа иҫәнләшергә аҡыл етте. Зыя Нурый улы, минеңсә, яуап итеп баш ҡаҡты шикелле. Йәнә дүрт-биш йыл үтеүгә партия өлкә комитетының беренсе секретары Нуриев әлеге асыҡ ауыҙ егетте район гәзите мөхәррире итеп раҫланы.
Түрәләр мөхитендә үҫкән, йәштән үк шулар менән аралашҡан кемгәлер әлеге “ай күрҙе, ҡояш алды” кеүек мәлдәр эҙһеҙ үтәлер. Әммә хакимлыҡ тупһаларының ҡайҙан башланыуын күҙ алдына килтермәгән минең кеүек йәш кеше өсөн хатта шундай секундтар һәм минуттар ҙа мөһим ине. Йылдар үтә килә миңә республиканың иң юғары етәкселәре – Ф.З. Зағафуранов, З.Ш. Аҡназаров, М.З. Шакиров, Ф.В. Солтанов, Т.И. Ахунйәнов, С.М. Веселов, Р.С. Баҡыев, М.П. Мирғәзәмов, М.А. Зайцев, Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫарҙары, министрҙар менән танышыу һәм тығыҙ аралашыу насип булды. Уларҙың һәр береһе йөрәгемдә, хәтеремдә эҙ ҡалдырҙы. Ғорурланырлыҡ эҙ.
lҺүҙ ыңғайында.
Терһәкле санаға йә күкрәкле арбаға, мәҫәлән, бесән тейәүҙең үҙ тәртибе бар. Олатайым ике һәнәк бесәнде тәүҙә сананың ике терһәгенә һала, өсөнсөһө менән уларҙы нығыта. Шулай эҙмә-эҙлекле тәртип менән тейәлгән бесән ыҡсым да була, шыуып та төшмәй.
Тәҡдир ҡушҡаны шулдыр: ваҡытһыҙ замандарҙан бирле башҡорт этносының күпселек өлөшө, “тәбиғәт балалары” булып, ауыл ерендә көн иткән. Урбанизацияланыуҙың уларға ҡағылып ҡына үтеүендә кәмселектәр бар, әлбиттә. Өҫтөнлөктәр ҙә юҡ түгел. Үҫмерҙәр ауыл мәктәптәрендә, ҡалалағылар менән сағыштырғанда, мәғлүмәтте алып еткермәһә лә, был ауыл балаларының уғата тырышлығы һәм яуаплы булыуы менән ҡаплана. Эшкә ихласлыҡ һәм тормошта алдан кемдер юл ярмаясағын белеп тороу уларҙы йыш ҡына хакимлыҡтың иң юғары баҫҡыстарына күтәрә. Фекерҙәрем тулыһынса Зыя Нурый улы Нуриевтың шәхесенә лә ҡағылалыр тип уйлайым. Теләһәң-теләмәһәң дә, штампҡа ихтыяр биреп һөйләшкәндә, әҙәм балаһын яҡыныраҡ беләйем һәм баһа бирәйем тиһәң, уның атайсалына барып ҡайтырға кәрәк, тиҙәр. Журналистикалағы оҙайлы ғүмерем эсендә миңә Бөрө яҡтарына юл хәтһеҙ генә төшкөләне. Өфө менән Бөрө араһы – бер тынала йүгереп бараһы бит инде. Ағиҙел, һырышҡаҡ ҡунаҡ һымаҡ, район биләмәләрендә уңға-һулға борғоланып йөрөй-йөрөй ҙә, дуғаһын текә бөгөп, Дүртөйлөгә ҡарай әйләнә. Нәҡ ошо бөгөлдә, уң яҡ ярҙа, Үрге Ласынтау ауылын табырһығыҙ. Эргәләрәк Түбәнге Ласынтау ҙа бар. Тарихсыларҙың раҫлауына ышанғанда, Үрге Ласынтауға нигеҙҙе хәҙерге Кушнаренко районындағы Ҡарасайылға ауылынан айырылып сыҡҡан күсмәнделәр һалған, имеш. Осраҡлы хәл генәлер, иллә Үрге Ласынтау Башҡортостанға З.Н. Нуриевты үҫтереп бирһә, партияның йәнә бер беренсе секретары – М.З. Шакировтың шәжәрә осон Ҡарасайылға ауылында эҙләргә кәрәк. Икеһе лә – Социалистик Хеҙмәт Геройы, Союз кимәлендәге етәкселәр.
Ҡыҙыҡһына торған кеше өсөн Зыя Нуриев тыуып үҫкән ерҙәр – тарих һәм хәтер хазинаһының үҙе. Терәк пункт-ҡәлғә рәүешендә Бөрө ХVIII быуаттың урталарында уҡ хасил булғас, ул үҙе лә, тирә-яғы ла аҡрынлап тәүге сәнәғәт предприятиелары, кустарсылыҡ һәм һөнәрселек, халыҡ мәғарифы һәм дини мәҙәниәттең барлыҡҡа килеү үҙәгенә әүерелгән. Әйткәндәй, Үрге Ласынтауҙа әүәлге сауҙагәр ихаталарының бер нисә бинаһы әлегәсә һаҡланып ҡалған. Ә инде Бөрө районының тәбиғәте, уның хозурлығы һәм хазиналары тураһында, әлбиттә, рәхәтләнеп бүтән ваҡытта һөйләшергә ине. Бында һиңә халыҡ “үле Иҙел” тип йөрөткән бихисап күлдәр ҙә, минераль һыу сығанаҡтары ла, борондан һаҡланып ҡалған ҡарағайлыҡтар ҙа, эрбет менән ҡарағастар ҙа. Ҡорамдар һәм иҫке усадьбалар, элекке замандағы сәнәғәт етештереү ҡоролмалары, архитектура ҡомартҡылары...
lҺүҙ ыңғайында.
Олатайым яҙ сыҡҡас уҡ табанын бөгөп ҡуя ла, йәй эсендә бер-ике сана ҡарамалап ала торғайны. “Ҡарамалап” тигәс тә, беҙҙең яҡта уның өсөн бешекләнгән муйыл да ярап ҡала. Тояҡтарын уратып алып, үрәсәләр ярҙамында тоташтырһаң, йөк санаһына үлем тейәһе түгел.
Әгәр мин, Башҡортостан һәм ил тарихының Нуриев осорона ҡағылышлы сәхифәләренән ошо яҙмаларға һандар, проценттар, факттарҙы күсерә башлаһам, улар ҡыҙыҡлы булыр инеме икән? Ҡыҙыҡһыныу уғата көслө булһа, уҡыусыға Башҡортостан тарихын йәки Зыя Нуриев ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын тәҡдим итергә мөмкин.
Бер генә кеше лә, һәр хәлдә, беҙҙең илдә, хакимлыҡты ата-әсәһенән мираҫ итеп алмай. Хоҙай үҙенең һөймәлекле әҙәм балаларына һәләтлелекте тигеҙ өләшә. Ул тәбиғи һәләтлелек – уңышлы хеҙмәт юлына баҫыу өсөн асҡыс ҡына. Зыя Нури улының тәржемәи хәлендәге йылдарҙы, биләгән вазифаларын йыш иләктән үткәреп, әүҙем эшләгән осорондағы социаль-сәйәси хәл, хужалыҡ бурыстары, халыҡ ихтыяждары менән бер итеп ҡараһаң, “уға ана ниндәй шарттар тыуҙырылған” тип һөрәнләрлек сәбәп тапмайһың. Мәғариф юлынан китһә, Зыя ағай ҙур ғалим-педагог йә министр булыр ине. Был йүнәлештә, педагог-теоретиктарҙан бигерәк, хәҙергесә әйткәндә, менеджерҙар, йәғни ойоштороусы хужалар кәрәк. Нуриевтың асылып етмәгән мөмкинлектәрен күрә алған зирәктәр булған һәм ҡайҙа ипле һүҙ менән, заруры булғанда партия дисциплинаһына һылтанып, уны күтәрмәләп торған.
Тәртип, аңлы буйһона белеү – әлбиттә, уңышҡа илтә торған факторҙар, әммә улар һинең йөрәгеңдә һәм намыҫыңда йәшәргә тейеш. Ифрат ауыр хәлдә булған Ҡыйғы районында эшләп, уны йәнләндерә алғас, Зыя Нуриев шундай һығымтаға килә: “Етәксенең эшендә төп нәмә – үҙең янындағыларҙың ярҙамына таяныу. Улар һине ҡаматлаһын өсөн, хеҙмәттәштәреңдең эшмәкәрлеген баһалағанда намыҫлы, ғәҙел һәм объектив булырға кәрәк. Етәкселә талапсанлыҡ менән объективлыҡ бер булырға тейеш. Ул популист, буш вәғәҙәләр бирмәһен. Әйттеңме, үтә. Билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн үҙең менән бергә булғандарға рухланып эшләрлек шарттар тыуҙырырға кәрәк”.
Зыя Нуриев ошондай һығымталарға сағыштырмаса йәштән үк килһә лә, улар, артабан эшмәкәрлек һәм тормош принцибына әйләнеп, дәүләт эшмәкәрен ғүмер баҡый оҙатып барған.
Нуриев Башҡортостан партия ойошмаһын халыҡ хужалығын тиҙләтеп үҫтереү өсөн төрлө саралар күреп ҡарағанда һәм Мәскәүҙәге үҙәк хакимиәт тотороҡло ғына сәйәсәткә өлгәшә алмаған йылдарҙа етәкләгән. Һәр ғәмәлде партия тарафынан фатихалау, иҡтисад закондарын идеологияға буйһондороу, хәҙер аңлағанса, хата. Әммә нуриевтар, аҡназаровтар, шакировтар – үҙ ваҡытының етәкселәре. Республикала улар ҡулында власть булған һымаҡ күренһә лә, хакимлыҡтың үҙәге, бюрократияның дәртте һүндерер механизмы, ғәмәлдә, Мәскәүҙә. Ошонда инде Мостай ағайҙың “Тауыҡ кетәге” тигән новеллаһын хәтерләнем. Мәрәкә лә, ғибрәтле лә хәлдәр элек тә була торған. Хәҙер иһә уҫаллыҡ, миһырбанһыҙлыҡ саманан ашты. Улай ғына түгел, әүәлерәк партия, дәүләт эшендә ифрат юғары вазифаларҙа йөрөп, бөгөн мемуар яҙыуға әүәҫләнгән иптәштәр үҙҙәрен һәр йәһәттән хаҡлы, һоҡланырлыҡ маһир итеп һүрәтләп ҡуя, илдең сәйәси һәм хужалыҡ системаһы кисергән бәләләрҙе, халыҡтың яфаларын яуыз империалистарҙың соҡсоноуҙары тип аңлай башлайһың. Зыя Нуриев иһә Өфөлә лә, Мәскәүҙәге эштәрендә лә илдәге ысынбарлыҡтан айырылманы. Ул мәсьәлә күтәреүҙе эштең башы ғына тип баһаланы, Зыя ағай өсөн шул мәсьәләне мотлаҡ бойомға ашырыу иң мөһиме булды.
Ҡарамаҡҡа ауыр кәүҙәле, ҡырыҫыраҡ йөҙлө күренһә лә, Нуриев һиҙгер күңелле, ирекле рухлы, халыҡ теләген аңлай торған кеше ине. Зәкәриә Аҡназаров “Время. Люди. Мысли” тип аталған китабында Зыя Нурый улы тураһында бына ниҙәр яҙа: “...Уның төп сифаттары шулай ҙа – кешене яратыу, алсаҡлыҡ, ихласлыҡ. Был уға министр менән мөғәллимдең дә, профессор менән тракторсының да, хәрби хеҙмәткәр менән һауынсының да йөрәген асты. Ул һәр кем менән шунда уҡ уртаҡ тел тапты, һәм уның менән аҙ ғына аралашҡан бөтөн кеше лә ошо ихласлыҡты оҙаҡ онота алманы. Әгәр ниҙер күңеленә ятмаһа, ул һәр саҡ тураһын, йәшермәй, аныҡ һәм ныҡлап әйтә. Бүтән берәүҙәр һымаҡ, ризаһыҙлығын айҙар, йылдар буйы һаҡлап йөрөтмәй. Ҡыҙып киткән саҡтары ла була. Әммә көн, хатта сәғәт үтәме-юҡмы, һүрелеп, йә шылтырата, йә эргәңә килә: “Ғәфү ит инде, туҙып киттем. Онотайыҡ, әйҙә артабан эшләйек”.
Әйткәндәй, Зыя Нуриев тураһында Мостай Кәрим, Нәжиб Асанбаевтар күңелгә ятырлыҡ ихлас хәтирәләр яҙып ҡалдырған. Әҙәпкә көс килһә лә, олуғтарға өҫтәп шуны ла әйтәйем инде. Зыя Нуриевтың тыуыуына йөҙ йыл тулыу айҡанлы, “Китап” нәшриәте ағайҙың “От аула до Кремля” тигән китабын, тулыландырып һәм яңыртыбыраҡ, ҡабаттан нәшерләргә булды. Ошо ғәмәлгә хәл ҡәҙәренсә булышлыҡ итә алыуым менән ғорурланам.
lҺүҙ ыңғайында.
Кәбән ослауҙы ауылда әле булһа теләһә кемгә йөкмәтмәйҙәр. Ос һәнәгенә мәл еткәс, Ғарифулла олатайым мине өҫкә мендерә. Аҫтан бирелгән бесәнде таҫлап, тапап, һуҡҡылап алып бараһың. Тигеҙ күтәрелгән кәбәнгә яуын да үтмәй, ул ауышмай ҙа.
Ҙур етәксе, сәйәсмән тураһындағы һүҙгә көндәлек донъяның ваҡ-төйәген ниңә килтереп ҡыҫтыра икән был? Ошо һорау телегеҙ осонда бит инде. Аңлатам. Әҙәм балаһының тормошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрҙәрҙән туҡылған һымаҡ, дәүләт, тотош йәмғиәт һәр кешенең таһылына, булдыҡлылығына, егәрлелегенә таянып йәшәй, үҫә. Шуға күрә Нуриев ағайҙың дәүләт эшмәкәрлеген дә, Ғарифулла олатайым һабаҡтарын да йәнәш ҡуйырға кәрәктер. “Тырыш таш тишер” тигән әйтем һәр осраҡта ла урынлы.
...Тулҡын ярып һәм тирә-йүнде гудоктар менән маҙаһыҙлап, караптар үтә лә үтә. Бындағы һәммә нәмәлә – ваҡыт ғәли йәнәптәренең мөһөрө һәм ошо ваҡытҡа хеҙмәт иткәндәрҙең күҙ йәштәре.