Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаһармандарҙың береһе
Ҡаһармандарҙың береһе Атайыбыҙ Мөтиғулла Бәхтийәр улы Арыҫланов Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була. Уның тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсаты менән Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына (Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһы) мөрәжәғәт иттем. Түбәндәге яуап килде: “367-се уҡсылар дивизияһының 928-се артиллерия полкында взвод командиры 1943 йылдың 24 июнендә һәләк була. Карел-Фин ССР-ының Медвежьегорский районында ерләнгән”. Лейтенант Мөтиғулла Арыҫланов ошо уҡ йылдың 4июлендәге дивизия бойороғона ярашлы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Орден эйәһенә тапшырылмаған.

1913 йылда Хәйбулла райо­ны­ның Йәнтеш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған ул. Ҡартатайым Бәхтийәрҙең ике улы үҫкән. Атайыма яңы совет мәктә­бендә белем алырға мөмкинлек булдырыу өсөн, ағаһы Сафиулла Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһенең сигендә урынлашҡан Фидәрсәй исемле мордва ауылында (Йәнтештән 25 саҡрым алыҫлыҡта) байҙарҙа ялсы булып өс йыл эшләй.
Был ваҡытта Мөтиғулла Һабыр тулы булмаған урта мәктәбендә тырышып уҡый. Һуңынан яңы төҙөл­гән колхоздарға иҫәп-хисапсылар әҙерләү өсөн ойошторолған ҡыҫҡа ваҡытлы курста уҡып, Йәнтеш ауылында төҙөлгән “Яңы шәреҡ” колхозына эшкә төшә. Йәш белгес, партия ҡушыуынса, ауылда комсомол ойошмаһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе итеп һайлана.
1933 йылда комсомолдың Хәй­бул­ла райкомы Мөтиғулла Арыҫ­лановты Аҡъюл ауыл Советына ҡараған Аҡъюл һәм Ишкилде ауылдарында берләшкән колхоз төҙөүгә ярҙам итергә, унда комсомол ойошмаһын ойоштороу бурысын йөкмәтеп эшкә ебәрә. Йәш егеттең әүҙем хеҙмәтенә тейешле баһа биреп, 1934 йылдың башында колхозсылар Мөтиғулланы яңы төҙөлгән “КИМ” колхозының рәйесе итеп һайлай. Уға был саҡта ни бары 21 йәш була. 1934 — 1938 йыл­дарҙа колхоз идараһы ағзалары һәм комсомол ойошмаһы менән берлектә ҙур ғына уңыштарға өлгәшә. Колхоз­дың ике ауылында ла малсылыҡ, һарыҡсылыҡ фермалары, ҡырсылыҡ бригадаһы, ҙур ғына тимерлек, баҫыу станы төҙөлә. Игенселәрҙең тырышлығы арҡа­һында ошо йылдарҙа гектарынан 12-14 центнер уңыш йыялар, һөт, ит етештереүҙә лә алға китеш шаҡтай була. Алдынғы һауынсы комсомол ағзаһы Мәхүпъямал Байғужина 1935 йылда Бөтә Союз колхозсы-ударниктарының II съезында делегат булып ҡатнаша. Ул И.В. Сталин, М.И. Калинин, К.Е. Ворошилов, Н.К. Крупская менән бергә фотоһүрәткә төшөп, онотолмаҫлыҡ иҫтәлек алып ҡайта.
Колхоз идараһы рәйесе, ауыл Советының тырышлығы менән һәм ВКП(б) райкомы ярҙамында Аҡъюл ауылында тулы булмаған урта (ете йыллыҡ) мәктәп асыла, уның матди-техник базаһы нығытыла. Бында тирә-яҡтағы алты ауылдан балалар белем ала. Белем усағы 1970 йылға тиклем уңышлы эшләй.
Колхоз төҙөүгә һәм уның эшен ойоштороуға юғары баһа биреп, ВКП(б) райкомы йәш етәксе Мөти­ғулла Арыҫлановты 1938 йыл­да комсомолдың Хәйбулла райко­мы­ның беренсе секретары итеп тәҡ­дим итә. Ул район комсомол ойош­маһын 1940 йылдың июненә тиклем уңышлы етәкләй.
Хәйбулла — республикала иң ҙур райондарҙың береһе. Ул ваҡытта төбәктә 46 колхоз, ике совхоз, өс МТС, урман хужалығы, Бүребай руднигы, 67 дөйөм белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт усаҡтары булған. Был объекттарҙа башлыса йәштәр эшләгән. Тимәк, комсомол райкомы шуларҙың барыһына ла етәкселек итеп, йәштәрҙең эшен, ялын ойоштора, көнкүреш шарттарын яҡшыртыуҙа булыша. Райком секретары һәр ваҡыт йәштәр араһында, һәр мәсьәләнең хәл ителеү-ителмәүе уның күҙ уңында була.
ВКП(б) райкомының бюро ағзаһы булараҡ, Арыҫланов райондың иҡтисади ҡеүәтен нығытыуға, мәға­риф һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға күп көс һала.
Аҡъяр ауылында кинотеатр, балалар баҡсаһы биналарын, Тана­лыҡ йылғаһы аша күпер төҙөү эштәре йәштәр көсө менән атҡа­рыла.
Бүребай руднигының фабрика­һында комсомолдар Ғүмәров һәм Әҙелгилдин етәкселегендәге йәш­тәр бригадалары, “Һаҡмар” МТС-ында Йәнғәле Исҡужин етәк­селегендә йәш тракторсылар бригадаһы ла комсомол секретары тәҡдиме менән ойошторола. Колхоз һәм совхоздарҙа комсомол-йәш­тәрҙең һөтсөлөк, һарыҡсылыҡ фермалары, бригадалары яҡшы һөҙөм­тәләргә өлгәшә.
1939 йылда етештереү объекттарында 250-нән ашыу йәш ударник эшләй. “Красная звезда” колхозында һарыҡ ҡараусы йәш колхозсы Овчинников 100 һарыҡтан 141 бәрәс алып үҫтерә, “Таналыҡ” совхозында йәш һауынсы Ҡолсобаева һәр һыйырҙан 1748 литр һөт һауып, районда еңеүсе була. 1939 йылда Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙ­мә­һендә райондан 30 малсы ҡатнаша.
Комсомол райкомы йәштәр араһында наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса әүҙем эшләй. Бының өсөн биш ауыл йәштәрен уҡытыу маҡсатында киске мәктәптәр асыла, уларҙы уҡытыусылар менән тәьмин итәләр.
1939 йылда совет-фин һуғышы башланғас, район комсомолы етәк­сеһе яуға ынтыла. Ләкин партия райкомы рөхсәт бирмәй: “Һинең эшең — йәштәрҙе һуғышҡа әҙер­ләү”. Шул бурысты үтәүгә күп көс һала ул, йөҙәрләгән йәш егет яҡшы әҙерлек үтеп, фронтҡа оҙатыла.
Һуғыш тамамланғас та, Мөти­ғулла Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә барыу теләген ҡабат белдерә, партия райкомына ғариза менән икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. 1940 йыл­дың июнендә үҙ теләге менән армияға китә.
...Оборона министрлығының Үҙәк архивынан үрҙәге ҡиммәтле мәғлүмәтте алғас, беҙ ҡатыным Лена Ғәзиз ҡыҙы менән атайыбыҙ ерләнгән туғандар ҡәберлеген кү­реү маҡсатында 2006 йылда Карел Республикаһына барып ҡайттыҡ.
Онега күленең төньяҡ һыҙа­тында урынлашҡан Медвежьегорск районының хәрби комиссариатында подполковник А.М. Самарин бик йылы ҡаршыланы, бер аҙ һөйләш­кәс, капитан Сальниковҡа беҙҙе алып йөрөргә ҡушты. Капитандың оҙатыуында Массальск ауылы янын­дағы туғандар ҡәберлегендә булдыҡ, был районда ойошто­рол­ған 33 ошондай урындың береһе икән. Ул Медвежьегорск ҡалаһынан 30 саҡрым самаһында төньяҡта Петрозаводск-Мурманск авто­трас­са­һында урман ситендә төҙөлгән. Ҙур булмаған ялансыҡта өс метр бейеклегендә гранит ташынан эшләнгән ғәйәт ҙур һәйкәл ҡуйыл­ған. Ул ташта ошо яҙма иғти­барҙы үҙенә йәлеп итә: “Павшим защитникам Отечества в 1941—1945 гг. 176-я, 186-я, 263-я, 367-я стрелковые дивизии, 61-я, 65-я морские бригады, 227-я отдельная танковая бригада. “Вечная память”.
Һәйкәлдәге яҙмаға ҡарағанда, был районда бик ҡаты һуғыш бул­ғаны күренеп тора. Уның эргәһендә 10-дан ашыу емерелгән, һынған тимер каскалар, танк броняһының һыныҡтары, снарядтар, ватылған пулеметтар ята. Һәйкәлдән алыҫ булмаған ерҙә, байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да элекке окоптар, траншеялар күренә.
Был урында ике сәғәт самаһы булдыҡ. Ошо ваҡыт эсендә ниҙәр кисереүемде, тулҡынланыуымды аңла­тыуы ҡыйын, әммә был ос­раҡты тормошомдоң бик мөһим мәле тип һанайым, сөнки беҙ, өс бала, атайһыҙ үҫтек, шул ҡәҙерле һүҙҙе әйтә алманыҡ...

Роберт АРЫҪЛАНОВ,
хеҙмәт ветераны.




Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20