Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?
Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы? Милләттең төп нигеҙҙәренең береһе – тел. Даими иғтибар булмаһа, уның ҡаҡшай, емерелә башлауы, һөҙөмтәлә бүтән ҡиммәттәребеҙгә лә ҙур зыян килеүе ихтимал. Айырыуса хәҙер, заманса үҫеш осоронда, телебеҙ ныҡлы ҡурсалауға, хәстәрлеккә мохтаж. Уны байытыу менән бер рәттән, сит һүҙҙәрҙең ҡулланылыш даирәһен билдәләү – тәү сиратта киң мәғлүмәт сараларының бурысы. Телебеҙгә көн дә тиерлек инеп торған яңы атамалар, терминдар өсөн матбуғат баҫмалары, радио, телевидение ниндәйҙер кимәлдә “һөҙгөс” булырға тейеш. Бының өсөн, әлбиттә, уларҙың хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ тел белгестәренең, тәржемәселәрҙең фекер алышып, бер маҡсатта эшләүе мөһим. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында сираттағы “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. “Матбуғат теле – башҡорт әҙәби теленең шишмәһе” тип исемләнгән ҡорҙа республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, филология фәндәре докторы Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Әхмәр Аҙнабаев, шағирә, тәржемәсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Зиннур Сиражетдинов, филология фәндәре кандидаты, журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Әлфиә Шәрипова ҡатнашты.

Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?– Матбуғат теле, ысынлап та, әҙәби телдең шишмәһе ул, – тип башланы сығышын “Башҡортос­тан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов. – Ни өсөн ти­гәндә, беҙ көн дә һүҙҙәр менән эш итәбеҙ, тимәк, телебеҙҙең тарихын да, бөгөнгөһөн дә, килә­сәген дә хәстәрләргә тейешбеҙ. Журналисҡа халыҡҡа ниндәйҙер хәбәр еткереү бурысы ғына йөк­мәтелмәгән. Ул телебеҙҙең үҫе­шен ҡайғыртырға, милли үҙен­сәлектәрҙе һаҡларға, юҡ-бар һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа бита­рафлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа, дөрөҫ яҙылыш өлгөһөн күрһәтергә те­йеш. Телмәребеҙгә сит-яттан төр­лө атамалар, терминдар күп­ләп ингән ваҡытта әлеге маҡ­сатты үҙаллы ғына тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Бындай һүҙҙәрҙе ҡулланыу даирәһен билдәләү, уларҙы дөрөҫ тәрже­мә итеү йәһәтенән киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, тел белгестәре даими фекер алышып, кәңәшләшеп эшләргә те­йеш.
Терминология хеҙмәте етәк­сеһе Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов иһә әлеге ултырыштың тап “Башҡортостан” гәзите редак­ция­һында ойошторолоуының осраҡлы түгеллеген билдәләне.
Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?– Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”де Терминология хеҙмәтенең күсмә ултырышы тип атарға мөмкин­дер, – тине ул. – Ысынлап та, был хеҙмәттең ошондай эш төр­көмө булырға, ул ҡулланы­лыш­ҡа йылдам инеп торған тер­миндарҙы ваҡытында тикше­рергә тейеш. Хатта элек уңыш­һыҙыраҡ тәржемә ителгән ҡайһы бер һүҙҙәрҙе яңынан ҡарау за­рурлығын да күҙ уңынан ыс­ҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ. Тәү сиратта халыҡтың мәнфәғәтен, теләген иҫәпкә алыу мөһим.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы­ның һүҙҙәрен һәр кем ҡеүәтләне. Ысынлап та, заманында ниндәй­ҙер сәбәптәр менән дөрөҫ тәр­жемә ителмәгән терминдар ха­лыҡта, айырыуса уҡытыусы­ларҙа, телде өйрәнгән йәш быуында ҙур ауырлыҡ тыуҙыра. Мәҫәлән, “бөҙрәхана”ны күптәр ҡабул итмәй. Халыҡ уны тел­мәрендә, нисек кенә теләмәһен, ҡуллана ла алмай, сөнки “парикмахерский” һүҙенә өйрәнгән. Ша­ғирә, тәржемәсе Гүзәл Сит­ди­ҡова әйтеүенсә, борон башҡа ҡайһы бер төрки халыҡтар менән бер рәттән беҙҙә лә “сәс тараш” тигән атама булған, ул Ғабдулла Туҡайҙың шиғырында ла осрай. Тимәк, “бөҙрәхана”ға алмаш бар, был һүҙ тураһында гәзит уҡыу­сылар ҙа үҙ фекерен белдерһен ине.
Киренән ҡаралырға тейешле орфографик ҡағиҙәләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, банк, танк, лизинг һәм башҡа һүҙҙәргә ялғау ҡушҡанда алдан “ы” хәрефен өҫ­тәү (банкыға, танкыға, лизин­гыға) телмәребеҙгә тап килмәй. Халыҡ ябай тел менән банкка, танкка, лизингка тип һөйләй бит, тимәк, киң мәғлүмәт саралары ла ошо юлды һайларға тейештер. Әйткәндәй, татар телендә лә был һүҙҙәр тап ошолай әй­телә һәм яҙыла. “Түңәрәк өҫ­тәл”­дә ҡатнашҡандарҙың фе­ке­ренсә, элекке шарттарҙа ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә йәбешеп ятыу дөрөҫ түгел.
Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?– Был нормативтар заманға ярашлы үҙгәрергә, камилла­шыр­ға тейеш, – тине БДПУ профессоры Әхмәр Аҙнабаев. – Үҫештән артта ҡалып, халыҡтың телмәр үҙенсәлектәренән сит­ләшеү төрлө тармаҡта, айырыуса белем биреү өлкәһендә, башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнеүҙә ҙур ҡатмарлыҡ тыуҙырыуын онотмайыҡ.
Дөрөҫ ҡағиҙәләрҙе боҙоп, хатаға юл ҡуйылған осраҡтар ҙа бихисап. Мәҫәлән, “яугир” һүҙе­нә ҡалын ялғау ҡушыу һаман да бар. Бындай хата “Ғәлиев”, “Вә­лиев” кеүек фамилияларға ла хас. И.А. Крыловтың мәҫәлен­дәге кеүек тырым-тырағайлыҡ телебеҙҙе боҙа, эске яҡтан ныҡ­лы ҡаҡшата, халыҡта аңлашыл­маусанлыҡ тыуҙыра.
Бөгөнгө ҡатмарлы мәсьәлә­ләр­ҙең иң ҙуры – сит-ят халыҡ­тар­ҙан ингән һүҙҙәрҙең ҡулла­ны­лышы. Бындай атамалар, терминдар тәү сиратта матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын яулап ала. Алдан әйтеп үткәнебеҙсә, гәзит-журнал, ра­дио-телевидение уларҙы “иләк­тән үткәрергә” тейеш. Әйтәйек, бер нисә йыл элек телмәребеҙгә “праймериз” тигән һүҙ килеп инеп, түрҙәге урынға дәғүә ит­кәйне. “Башҡортостан” гәзите уны шул көйөнсә үткәрмәне, ә яңы терминдың мәғәнәһен өйрә­неп, “алдан һайлау” тип баҫ­тырҙы.
– Ошондай һүҙҙәр бихисап, уларҙы ваҡытында “ауыҙлыҡ­лау” мөһим, – тине филология фәндәре кандидаты, журналист Рәшиҙә Мәһәҙиева. – Ҡыҙға­ныс­ҡа ҡаршы, күп осраҡта был эшкә һуңлап тотонабыҙ. Һөҙөмтәлә телмәребеҙгә көн дә тиерлек ингән яңы терминдар һәр урын­да төрлөсә ҡулланыла башлай, нығынып өлгөрә. Тимәк, беҙҙең эш төркөмөнә йылдамлыҡ күр­һәтеү, айына бер тапҡыр булһа ла йыйылып, фекер алышыу, кәңәшләшеү мөһим.
“Башҡортостан” гәзитендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова менән ойошторолған “тура бәйләнеш”тә публицист Марсель Ҡотлоғәлләмов “Презентация”, “инаугурация”, “саммит” кеүек сит һүҙҙәрҙән ҡотолоп булмаҫмы?” тигән һорау биргәй­не. Уларға тәржемә лә тәҡдим ит­те: “күрһәтеү”, “вазифаға инеү”, “осрашыу”. Әлеге ултырышта ҡатнашҡандар ҙа был һүҙҙәргә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Был йәһәттән гәзит уҡыусыларҙан да тәҡдимдәр көтөп ҡалабыҙ.
Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?– Сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр, ысынлап та, телебеҙҙе ярлыландыра, йәмһеҙләй, – тине Зиннур Сиражетдинов. – Зама­нын­да ғалим Зиннур Ураҡсин “-аль” менән тамамланған сит һүҙҙәргә бөтөнләй ҡаршы булды. Һөҙөм­тәлә, әйтәйек, “театраль касса” “театр кассаһы”на әйләнде. Ошо юлдан барғанда, “муниципаль” тигән һүҙҙән дә ҡотолорға мөмкин. Уны “муниципалитет” тип тәҡдим итәм. “Муниципаль ойошма” түгел, ә “муниципалитет ойошмаһы” булырға тейеш тип уйлайым.
Ошондай бихисап һүҙҙәр буйынса киң фекер алышты “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатна­шыусы­лар. Ҡулланылышта ауырлыҡ тыуҙырған терминдар исемлеге төрлө фараз, яңы варианттар менән тулыландырылды.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы әйте­үенсә, дөрөҫ яҙылыш мәсьәләһе топонимикала ла ҡырҡыу тора. Ҡайһы бер урындарҙағы атама­ларҙың мәғәнәһеҙ тәржемәһе – быға аныҡ миҫал. “Йәшлек” гә­зитенең баш мөхәррир урын­баҫары Әлфиә Шәрипова ла, был фекерҙе дәлилләп, ер-һыу исемдәрендәге хаталарҙың баҫ­ма эшендә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырыуын билдәләне.
Әҙәби телдең шишмәһе таҙамы?– Һүҙҙәрҙе башҡа телдәрҙән тура тәржемә итеү ҙә сифатҡа йоғонто яһамай ҡалмай, – тине ул. – Мәҫәлән, “в рамках”, “на базе” тигән төшөнсәләрҙе “сиктә­рендә”, “базаһында” тиеү урын­дағы ерлеккә һис тап килмәй, уларҙы халыҡ та ҡабул итмәй. Тура тәржемә менән шөғөл­ләнмәй, һәр сит һүҙҙең мәғәнә­һенә төшөнөп, уны үҙебеҙсә әйләндереп яҙһаҡ, һөйләһәк, телебеҙ, милләтебеҙ өсөн күберәк файҙа килтерер инек. Яҙмаларҙа диалект һүҙҙәрен дә ҡулланыу мөһим тип уйлайым. Мәҫәлән, Бөрйән районының “Таң” гәзите тап ошондай үҙен­сәлеге менән билдәле, баҫманы уҡыған һайын уҡығы килеп тора.
– Ғөмүмән, телебеҙҙе камиллаштырыу йәһәтенән башҡара­һы эш бихисап, – тине Гүзәл Ситдиҡова. – Был йәһәттән бөгөнгө кеүек осрашып, фекер алышыуҙың, бәхәс ҡороуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Телде үҫтереү темаһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “Баш­ҡорт­остан” гәзите, төп милли баҫма булараҡ, был йәһәттән дә һәр саҡ өлгө күрһәтеп килде, артабан да шулай булыр тип ышанабыҙ.
Сарала ҡатнашыусылар редакцияла ошондай осрашыуҙы даими уҙғарырға тигән маҡсат ҡуйҙы.






“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡа­ралған ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тәржемәһе:

МУЭСП (муниципальное унитарное электросетевое предприятие) – урындағы берләштерелгән электр селтәр предприятиеһы;
“Уфагорсвет” – “Өфө ҡала яҡтылығы”;
“Уфагортранс” – “Өфө ҡала транспорты”;
“Газпром нефтехим Салават” – “Газпром нефтехим Салауат”;
ШОС – башҡортса яҙма­ларҙа шул килеш ҡала, ҡайһы саҡта Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы тиергә мөмкин;
БРИКС – шул килеш ҡала;
Комплекс обработки избирательных бюллетеней – һай­лау бюллетендәрен эшкәр­теү комплексы (ҡоролмаһы);
Подземный переход – ер аҫты юлы (үткәүел түгел);
Юридическое и физичес­кое лицо – ябай телдә, матбуғатта ойошма һәм кеше тип алырға мөмкин, ә рәсми стилдә юридик, физик берәмек (шәхес) булып ҡала;
Общественная приемная – йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе;
Медаль “Родительская доб­лесть” – “Ата-әсә фиҙа­кәрлеге” миҙалы;
Интернет – ҙур хәрефтән яҙырғамы, әллә бәләкәйҙәнме?
Координирование – яраштырыу, көйләү, эшкә йүнәлеш биреү;
Опись – барлау;
Публичное акционерное общество – асыҡ акционерҙар йәмғиәте;
Обратная связь – ҡайтарма бәйләнеш;
Государственные закупки – дәүләт һатып алыуы.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Ошо тәржемәләргә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе яҙып ебәрә ала­һығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873