Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фекерҙе эшкә ҡушып
Фекерҙе эшкә ҡушып Ауыл хужалығы өлкәһе берәүҙе лә борсомай ҡалмай. Ил хәүефһеҙлеге, оборона мәсьәләләре менән бер рәттән, аҙыҡ-түлек етештереүгә лә туранан-тура бәйле. Юҡҡа ғына Рәсәйҙе төрлө яҡлап ҡыҫырға тырышып ҡулланылған санкциялар иң тәүҙә ошо тармаҡҡа ҡағылмай. Ләкин улар бер нәмәне күҙ уңынан ысҡындыра — беҙҙең халыҡ түҙем, крәҫтиән теләһә ниндәй шарттарҙа ла эшләп өйрәнгән. Шуға ла аҙ ғына өлкәгә ҡағылышлы “йылылыҡ” булдымы, “боҙ” урынынан ҡуҙғалырға ғына тора. Һуңғы йылдарҙа ил, республика кимәлендә ҡабул ителгән махсус программалар, аграр өлкәгә бүленгән ярҙам ошо турала һөйләй.
“Башҡортостан” гәзите күптән барлыҡ мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн иҡтисади-социаль майҙанға әйләнде. Республика ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Салауат улы Йыһаншин менән ойошторолған “тура бәйләнеш” – шуға асыҡ миҫал. Ул күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, күтәрелгән проблемаларға асыҡлыҡ индерҙе.



– Һаумыһығыҙ, һеҙҙе Туймазы ра­йо­нының Имәнкүпер ауылынан Рәмил Муллағәлиев борсой.
– Тыңлайым!
– Мин банктан 600 мең һумдан ашыу кредит алдым. “Башагроспецтехника” менән трактор алыуға килешеү төҙөнөк. Аҡса күптән күсерелһә лә, вәғәҙә ителгән техника һаман да юҡ. Тиҙҙән сәсеү башлана, 100 гектар ерем бар. Ә мин, кредит түләп, бурысҡа баттым.
– ­Судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк һеҙгә.
– Уларға ла, суд приставтарына ла, прокуратураға ла әллә нисә тапҡыр сыҡтым инде, ярҙам итергә ашыҡ­майҙар.
– Бындай осраҡ тәүге тапҡыр түгел, беҙгә килһәгеҙ, бергәләп хәл итергә тыры­шыр­быҙ.
– Һеҙгә ҡасан килергә була?
– Әйҙәгеҙ, хәҙер үк.
– Бөгөн өлгөрә алмайым шул, ара алыҫ бит.
– Ярай, һеҙҙе башҡа көндә көтәбеҙ.
– Рәхмәт!
Унан Азат Салауат улы, беҙгә ҡарап, былай тине:
– Бөгөн күп ойошмалар үҙҙәренең хеҙмәтен тәҡдим итә. Беҙ шуға ла ос­рашыуҙарҙа, ҡабаланмағыҙ, яңылыш­мағыҙ, иң тәүҙә Ауыл хужалығы ми­нистрлығы вәкилдәре менән кәңәш­ләшегеҙ, тип әйтәбеҙ. Мәҫәлән, “Башсельхозтехника” дәүләт предприятиеһы менән эш иткәндә, бындай күңелһеҙ хәл килеп сыҡмаҫ ине.
– Хәйерле көн, һеҙҙе һәүәҫкәр ба­лыҡсы Әсләм Камалов борсой. Бөгөн, сит ил тауарҙарына сикләү барғанда, мине үҙебеҙҙә балыҡ үрсетеү эш­мәкәр­леге ҡыҙыҡһындыра…
Фекерҙе эшкә ҡушып– Ысынлап та, көнүҙәк һорау. Был йәһәттән беҙҙең республикала 2013 – 2015 йылдарға махсус программа ҡабул ителгәйне. 2013 йылда ошо программа нигеҙендә Мәскәүҙән финанс ярҙам ал­һаҡ, былтыр булманы. Быйыл өмөт­ләнәбеҙ. Әлбиттә, беҙҙең шул күлде алабыҙ тигән эшҡыуарҙарға, балыҡ үрсетеү менән шөғөлләнергә теләгән фер­мерҙарға ярҙам итерҙәй мөмкин­легебеҙ бар. Был йүнәлештә эш бара.
– Һеҙгә Мәләүез районынан Әҙһәм ағайығыҙ шылтырата. Быйыл ҡар аҙ булды, шуға күрә ужым игененең торошо хаҡында белге килә.
– Ужымдың һәйбәт ҡышлау-ҡыш­ламауы күп факторҙарға бәйле. Мәҫәлән, көҙөн яуын булмаған осраҡтарҙа уңыш сыҡманы. Көньяҡ Урал райондарында ҡар булмауы ла апаруҡ майҙандарҙы һәләк итте. Былтыр бөтәһе 479 мең гектар майҙанда ужым сәселгәйне. Үкенескә ҡаршы, уның 18 проценты самаһы һәләк булған. Бының сәбәптәре төрлөсә: көҙөн ҡайһы бер төбәктәрҙә ашлыҡты сәскәс, ямғыр булманы, үҫентеләр баш төртә алманы, икенсе райондарҙа һалҡындар төшкәс, оҙаҡ ҡына ҡар яумай торҙо.
– Иҫәнмеһегеҙ, һеҙҙе Бишбүләк районынан Ғәҙел тигән ағай борсой. Сауҙа нөктәләрендә йыш ҡына башҡа төбәктән килтерелгән тауыҡ итен күрергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта республикала бихисап ҡошсолоҡ фабрикалары бар, улар үҙебеҙҙе тәьмин итә алмаймы ни?
– Юҡ әлегә. Былтыр республикала йән башына 17 килограмм ҡош ите етеш­те­рел­гән, ә норма буйынса һәр кемгә йылы­на 30 килограмм тейеш. Әгәр үҙе­­беҙҙең Әлшәй районындағы “Башбройлер” йәм­ғи­әте йылына 80 мең тонна тауыҡ, М. Ға­фури исемендәге Башҡорт­остан ҡош­солоҡ комплексы 70 мең тонна күркә етештерһә, “УПАГ” асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте тулы ҡеүәтенә эшләй башлаһа, 2016 йылда һәр кешегә 35 килограмм ит тура киләсәк.
– Азат Салауат улы, мине, элекке колхозсы булараҡ, ерҙәрҙе һуғарыу проблемаһы борсой. Донъя баҙарын­дағы аҙыҡ-түлектең 40 проценты һуғарылған ерҙә үҫтерелгән культу­раларҙан етештерелә. Башҡорт­останда яҡын киләсәктә мелиорация эше нисек күҙаллана?
– Ҡайҙан, кем булаһығыҙ?
– Әлшәй районынан Мансаф аға­йығыҙ булам.
– Үткән быуаттың 90-сы йылдары башына ҡәҙәр республикала 152 мең гектар һуғарылған ерҙә йәшелсә, аҙыҡ-түлек үҫтерелде. Был бөтөн йәшелсәнең – 70, мал аҙығының 20 процентын тәшкил итте. Үкенескә ҡаршы, һуңғы 25 йылда республикала бындай ерҙәр кәмене. Күпселек урындарҙа һуғарыу ҡорамалдарының иҫкереүе лә сәбәпсе булды. Бөгөн иһә 12 – 13 мең гектар майҙанды һуғарыу мөмкинлеге бар. Импортты үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә алмаштырыу хаҡында һүҙ алып барғанда яҡындағы егерме йылда республикала бындай майҙандарҙы 100—110 мең гектарға ҡәҙәр еткереү бурысы ҡуйыла. Әлбиттә, бының өсөн иҫкеләрен ремонтлап, яңыларын ҡуйыу талап ителә.
– Һаумыһығыҙ, Азат Салауат улы! Дәүләкәндән Низаметдинов булам. Иң тәүҙә ошондай сара үткәреүегеҙ өсөн рәхмәт әйтке килә. Күп мәсьә­ләләрҙе хәл итергә булышаһығыҙ. Мин шәхсән һеҙҙең менән осрашырға теләгәйнем. Ҡасан килергә була?
– Беҙ, кем килә, барыһын да ҡабул итергә тырышабыҙ. Бының өсөн тәүҙә секретарға шылтыратығыҙ. Шунда ҡабул итеү көнөн үҙебеҙ әйтербеҙ. Ваҡы­тығыҙҙы әрәм итеп йөрөмәҫһегеҙ тип әйтеүем. Сөнки беҙгә төрлө төбәктәргә эш менән йыш сығырға тура килә.
– Минең тағы бер һорау бар ине. Күптән түгел Өфөлә фермерҙарҙың съезы булып үтте, сығыштар оҡшаны. Әммә ошондай файҙалы сарала ни эшләптер бюджет хеҙмәткәрҙәре күберәк һымаҡ тойолдо.
Фекерҙе эшкә ҡушып– Беҙ съезға район хакимиәте баш­лыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙарын саҡырҙыҡ, бөтәһе 600-ҙән ашыу кеше ине, шуның 150-һе генә бюджет хеҙмәткәре булғандыр. Ҡалған­дары бөтәһе лә фермерҙар ине. Һуңғы йылдарҙа ошо йүнәлештә эш киң алып барыла. Әгәр кемдер был исемлеккә эләк­мәгән икән, улар өсөн төбәктәрҙә дүр­тенсе йыл рәттән семинарҙар үткә­рәбеҙ.
– Һеҙҙе Илеш районының баш инженеры борсой. Мин техникаға сығымды субсидиялауҙы белешәйем тигәйнем. Әле уларҙың исемлеге бирелгәнме?
– 2011 йылдан республика ҡаҙна­һынан хужалыҡтарға техника алыуға ярҙам күрһәтелеп килде. Былтыр техникаға бурыс 370 миллион һум ҡалғайны, шуның 150 миллион һумын ҡайтарып бирҙек. Быйыл май-июль айҙарында 200 миллионды ҡаплатырға уйлайбыҙ. Әлегә шуларҙы биреп бөтөр­мәй тороп, эшкә нөктә ҡуйылмаған. Эш алып барыла, был хаҡта министрлыҡта бер нисә тапҡыр һөйләшеү булды. Быйыл Рәсәйҙә етеш­терелгән комбайндарҙың хаҡын субсидиялау күҙаллана. Йәнә саба торған техникаға, мал һуя торған ҡора­малдарға ғына ярҙам булыр. Шунан, илештәр сәсеүгә әҙерләнәме?
– Эйе!
– Афарин, тырышып эшләйһегеҙ, уңыштар теләйем.
– Рәхмәт!
– Мин күптән хаҡлы ялда. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгәс, быйыл техниканың сәсеүгә әҙерлеген белге килә. Яңы комбайндар, сәсеү агрегаттары һатып алыу мәсьәләһе нисек хәл ителә?
– Кем булаһығыҙ?
– Ейәнсуранан Марат Хәйҙәров.
– Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреү өсөн тракторҙар паркы тулы­һынса әҙер тиерлек. Былтыр төп дәүләт ярҙамы иген йыйғыс техника алыуға күрһәтелде. Һөҙөмтәлә өс йөҙ яңы комбайн алынды, 50-һе заманса төҙөклән­дерелде. Йәнә 20 иген таҙартыу һәм киптереү комплексы төҙөлдө, 250 иген сәскес алынды. Былтыр төрлө техника алыу өсөн бөтәһе 129 миллион һум субсидия үҙләштерелгәйне. Дөйөм алғанда, эштәр бара, республика Хөкүмәте ярҙамдан өҙмәй.
– Дүртөйлөнән Фәнис Ғәлимов булам. Белеүемсә, Башҡортостанда етештерелгән ашлама күпләп ситкә сығарыла. Ә үҙебеҙҙең хужалыҡтарҙы ашлама менән тәьмин итеүгә ташламалар ҡаралмағанмы?
– Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 47 мең тонна минераль ашлама индерергә уйлайбыҙ. Әле шуның ун процент самаһы тупланған. Әлбиттә, һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Беҙҙең республикалағы ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн “Газпром нефтехим Салауат” акционерҙар йәмғиәте мартта карбамидтың, аммиак селитраһының уртаса хаҡын 10 про­центҡа төшөрҙө. Ә башҡа төбәктәр өсөн хаҡ шул уҡ ҡалды. Быйыл ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә азотлы минераль ашламалар өсөн сығымдың 80 миллион һумын республика ҡаҙнаһынан субсидиялау ҡаралған.
– Һаумыһығыҙ, Азат Салауат улы! Һеҙҙе Саҡмағоштан Иҙел Исхаҡов борсой. Беҙҙең республикалағы район­дарға, климат шарттарына ҡарап, быныһын йә тегеһен сәсегеҙ тигән махсус күрһәтмә бармы?
– Юҡ. Беҙҙә уның менән фән шөғөл­ләнә. Республикабыҙ был юҫыҡта илдә иң өлгөлөһө. Башҡортостандың ауыл хужа­лығы ғилми-тикшеренеү институты, аграр университет, агрохимия ла­бораторияһы киң ҡоласлы эш алып бара.
Ә инде теге йәки был культураны сәсеүгә килгәндә, хужалыҡтар ошоларҙы иҫәпкә алып, үҙенең мөмкинлегенә ҡарап эш итә. Мәҫәлән, йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр һолоға өҫтөнлөк бирә. Шуға ла беҙҙең тарафтан махсус күрһәтмә юҡ, иҡтисади яҡтан табышлы, файҙа бирерҙәй культураларҙы һайлағыҙ тип тәҡдим итәбеҙ.
– Илгиз булам, Ишембай районынанмын. Республикала шәхси хужа­лыҡ­тарҙа мал һанын, сәсеү, көтөүлек ерен арттырырға уйлаусыларға (импортты алмаштырыу йәһәтенән) дәүләт тарафынан махсус ярҙам буламы? Әйтәйек, сит илдән ит индереү сикләнде, шуға үҙебеҙҙә етеште­рел­гәнгә өмөт уянды. Мәҫәлән, мин ике һыйыр аҫрайым. Быйыл, һауа шарттары яҡшы тороп, бесән әҙерләп булһа, тағы 5-6 быҙау алырға уйлайым. Ниндәйҙер ярҙамға өмөт итә аламмы? Уның өсөн фермер булып теркәлергә кәрәк буласаҡмы? Йәнә тоҡ-тоҡ документтар тупларғамы?
– Бюджеттан дәүләт ярҙамы алыу өсөн крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ теркәлеүегеҙ мотлаҡ. Ул сағында һарыҡ­сылыҡ, йылҡысылыҡ, “500 ферма” программаларында ҡатнашыу йәһәтенән, шулай уҡ тоҡомсолоҡ, техника һатып алыу, һөтсөлөк һәм башҡа барлыҡ йүнәлештәр буйынса ярҙамға өмөт итә алаһығыҙ.
– Стәрлебаш районынан Рәсих бу­лам. Мал һуйыу цехтары менән бәйле яңы талаптар, бәлки, ҙур хужалыҡтар өсөн сығымлы булмаҫ, ә бына шәхси ихаталарҙа мал аҫрап, ит тапшырыу­сыларҙың бәкәленә һуҡмаҫ тип әйтә алаһығыҙмы?
– Ысынлап та, хәҙер малды махсус урында һуйыуҙы талап итәләр. Техник регламентты үтәү маҡсатынан һуғым цехтарын махсус ҡорамалдар менән тәьмин итеү, уның уңайлы өлгөләрен уйлап табыу йәһәтенән субсидия биреү күҙаллана, сығымдарҙы кире ҡайтарыу ҡарала. Әлбиттә, яңы алым малдарҙы ветеринария талаптарына ярашлы эшкәртеү, иттең сифатын күтәреү һәм уны һатыуҙы юлға һалыу мөмкинлеген бирәсәк.
­ –– Хәйерле көн, Азат Салауат улы! Мин Стәрлетамаҡ районынан Рәйхана булам. Беҙ йыл да 100 – 150 баш ҡаҙ аҫрап, һата торғайныҡ. Быйыл, иген ҡиммәтләнгәс, был шөғөлдән баш тартырға тура килмәһә инде. Ә һорауым шулай: мал һуйыуҙың яңы талаптары ҡош-ҡортҡа ла ҡағыламы ул?
– Юҡ. Яңы техник регламент буйынса ул һыйыр, кәзә-һарыҡ, сусҡа һымаҡтарға ғына ҡағыла. Әлбиттә, аҙыҡтың ҡыйбатланыуы күҙәтелә, әммә был ҡаҙ үрсетеүгә бигүк насар тәьҫир итмәҫ тиер инем. Махсус аҙыҡ башлыса бәпкәләрҙе үҫтергән ваҡытта ҡулланыла, ә һуңынан улар үлән менән туҡлана. Ҡаҙсылыҡ һәр ваҡыт табышлы шөғөл булып ҡалыр тип уйлайым.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Дамир булам. Алдағы биш йылда сәсеүлек­тәр­ҙең хәле нисек буласаҡ? Яландар ҡаралырмы, әле ашлама сығары­ла­мы? Шул уҡ ваҡытта ағас үҫентеләре баҫып бөткән элекке баҫыуҙарҙы йыш күрергә тура килә – улар өсөн кем яуаплы? Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа сәсеүлек биләмәләре артамы әллә кәмейме?
– Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа ергә минераль ашлама индереү һиҙелерлек кәмене. Сәбәбе – хаҡы юғары, ауыл хужалығы етештереүселәренең финанс мөмкинлеге юҡ. Шулай ҙа йыл һайын баҫыуҙарҙа ҡый үләне химик утала. Былтыр 1228 мең гектар майҙандағы игенгә һәм ҡышҡы культураларға – ике, 49,5 мең гектар майҙандағы шәкәр сөгөлдөрөнә өс тапҡыр химик эшкәртеү үткәрелде.
Бөгөн республикала ауыл хужалығы ерҙәре 7 миллион 300 мең гектар йәки бөтә биләмәләрҙең 51 процентын тәшкил итә. Һөрөнтө ерҙәр – 3 миллион 7 мең гектар.
Йән башына тура килгән ер майҙаны күрһәткесе беҙҙә донъялағы уртаса күләмдән һиҙелерлек юғары. Ғалимдар билдәләүенсә, халыҡтың аҙыҡ-түлеккә ихтыяжын тәьмин итеү өсөн һәр кешегә ярты гектар ер кәрәк. Йән башына һөрөнтө майҙаны әле планета буйынса – 0,12, Рәсәйҙә – 0,7, Башҡортостанда 0,9 гектар тура килә. Һуңғы йылдарҙа республикала ауыл хужалығы культуралары сәселгән майҙан үҙгәрешһеҙ ҡала – 3,2 миллион гектар.
– Хәйбулланан Хәмит булам. Быйылғы сәсеү ҡатмарлы шарттарҙа барасаҡ, шуға күрә мине орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ мәсьәләләре борсой.
– Әлбиттә, республикала йыл һайын орлоҡҡа мохтажлыҡ кисергән хужалыҡ­тар­ға бюджеттан ярҙам бүленеп килде. Әммә, бер ниндәй ҙә фәтүә булма­ғанлыҡтан, быйыл аҡса биреүҙең шарттары үҙгәрҙе. Хәҙер беренсе һәм икенсе репродукциялы орлоҡ һатып алғанда уның алтмыш процентына тиклем субсидия биреү ҡарала. Орлоҡ тигәндән, уны ситтән түгел, ә иң тәүҙә үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатып алыуға өҫтөнлөк бирелергә тейеш.
Сифатлы орлоҡто арттырыу мөһим. Дәүләт программаһына ярашлы, уны ҡулланыу күләме сәсеүлектәрҙең 20 процентынан кәм булырға тейеш түгел. Үкенескә ҡаршы, бөгөн ҡайһы бер райондарҙа орлоҡтоң сифатлы өлөшө биш проценттан артмай. Ошо йәһәттән элиталы орлоҡҡа субсидияның өс тап­ҡырға – 18 миллион һумдан 55 миллионға тиклем — артыуы ҡыуаныслы. Был шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруздың гибридтары, бөртөклө, ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо алыусыларға һиҙелерлек ярҙам буласаҡ.
Үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, минераль ашламалар ҡулланыу уңышты арттырыуға ныҡ булышлыҡ итә. Был юҫыҡта 75 – 80 мең тонна минераль ашлама кәрәк буласаҡ. Әлегә ни бары 10 тонна самаһы ғына тупланған.
Быйыл сәсеү һәм үҫентеләрҙе эшкәртеү өсөн бөтәһе 39 мең тонна дизель яғыулығы кәрәк. Хужалыҡтар йәйгә яғыулыҡ туплай башланы.
– Һеҙҙе Ғафури районынан Назиф борсой. Хәҙер ауылдарҙа күпләп ҡорт тоталар, әммә балды һатыуы еңелдән түгел. Мәҫәлән, минең былтырғы тауарым ултыра. Дәүләт кимәлендә һатып алыу ойошторолмаҫмы икән?
– Ысынлап та, башҡорт балы үҙен­сә­лек­ле тәме, сифаты менән респуб­ликаның брендына әүерелде. Хәҙер беҙҙең умартасыларҙың продукцияһын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә юғары баһалайҙар. Республикала йыл һайын ете мең тонна бал етештерелә.
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институты, әлбиттә, бал һатып алыуҙы ойоштора. Бынан тыш, республикала үткәрелгән йәрминкәләрҙә ҡатнашырға мөмкин. Йәнә һеҙгә миәкәләрҙең тәжри­бәһенән өлгө алырға кәңәш итер инем. Унда бер эшҡыуар райондың барлыҡ балын йыйып, төрлө ҙурлыҡтағы матур һауыттарға тултырып, сауҙаға сығара. Хәҙер төбәктә “Балымды нисек һатайым икән?” тип йөрөгән кеше юҡ. Шуға ла улар һымаҡ эшләргә тәҡдим итер инем. Бары тәүәккәллек кенә кәрәк.
– Иҫәнме, Салауат ҡустым! Һеҙгә Тәтешленән Айҙар ағай шылтырата. Халыҡ менән ошондай һөйләшеү ойош­тороп, ҡайһылай шәп иттегеҙ әле. Минең һорауым былай: шәхси хужалыҡтар йонсоп үҫтергән малын ситтән килгәндәргә арзанға биреп ебәрергә мәжбүр. Киләсәктә Ауыл хужалығы министрлығы кимәлендә уларҙы берләштереү, йәғни кооперация ойоштороу буйынса берәй эш күҙалланамы?
– Ауыл халҡының етештергәнен һатыу йәһәтенән беҙ кооперация үҫешенә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Бының өсөн “Рәсәй Федерацияһында ауыл хужалығы коопе­рацияһының үҫеше” тигән махсус программала ҡатнашып, федераль ҡаҙнанан ярҙам алыу күҙаллана. Программа аҙыҡ-түлекте һаҡлау, эшкәртеү, кәрәкле урынға ташыу, шулай уҡ йәшелсәселекте үҫте­реү йәһәтенән матди-техник базаны нығытыуға гранттар биреүҙе ҡарай. Бының өсөн кооперативтарға берләшеп, Башҡортостан Ауыл хужалығы министр­лығына программала ҡатнашырға телә­үегеҙ хаҡында заявка яҙырға кәрәк.
– Ишембайҙан Әнисә булам. Һорауым, бәлки, урынлы түгелдер. Гәзиттә ерҙе (пай ерҙәрен, аңлауымса) кире дәүләт ҡарамағына тапшырырға кәрәк тигән фекер яңғырай. Был, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Мәҫәлән, мин үҙем, ауылда йәшәһәм дә, пайымдың ҡайҙа икәнлеген белмәйем дә. Ләкин дәүләт унан үҙенә һәм халҡына ниндәй файҙа аласаҡ? Ҡуртымға тапшырырмы, йә үҙе сәсерме? Бер уйлаһаң, пай килеш тә ҡуртымға тапшыралар һәм уны файҙаланған хужалыҡтан аҙмы-күпме килем алалар бит. Ә дәүләткә кире биреп, тишек кәмәлә ҡалмаҫбыҙмы?
– Әлбиттә, урынлы һорау. Элек-электән ер халыҡтың төп байлығы һаналған. Пай ерен файҙаланыу, уның менән эш итеү милекселәрҙең дөйөм йыйылышында ҡатнашыусылар тарафынан закон аша хәл ителә. Был участканы шәхси хужалығында тауар етеште­реүселәргә лә, дәүләт ҡарамағындағы предприятиеларға ла ҡуртымға бирергә мөмкин. Ә инде үҙегеҙҙең пай өлөшөн билдәләү өсөн урындағы ер төҙөлөшө менән шөғөлләнгән ойошмаларға, мәҫәлән, кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Һаумыһығыҙ, Азат Салауат улы! Һеҙгә Яңауылдан Ғаян ағай мөрәжәғәт итә. Бөгөн импортты үҙебеҙҙең емеш-еләккә алмаштырыу хаҡында йыш һөйләйҙәр. Ошо йәһәттән киләсәктә республикала нимәләр күҙаллана?
– Ситтән емеш-еләк индереүҙе тыйыу ни бары бер йылға ҡабул ителде. Был осорҙа беҙҙең баҡсасыларға үҙҙәренең мөмкинлеген күрһәтеп ҡалырға кәрәк. Әлеге шарттарҙа беҙҙең аҙығыбыҙҙың төп өҫтөнлөгө сифат булырға тейеш. Баҙарҙа ихтыяжды иң тәүҙә тауарҙың хаҡы, унан һуң сифаты билдәләй бит. Хәҙер баҡсаларҙың майҙанын ныҡ арттырыу һәм аҙыҡ-түлектең үҙҡиммәтен төшөрөү мөһим. Быға бары бөгөнгө технологияларҙы ҡулланып ҡына өлгәшергә мөмкин.
Былтыр ауыл, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары тарафынан 80 гектар майҙанда яңы баҡсалар барлыҡҡа килтерелде, дәүләт программаһы буйынса иһә 70 гектар ҡаралғайны. Бөгөн уларға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплатыу өсөн субсидия бирелә. Сит илдән аҙыҡ-түлек килтереүҙең сикләнеүе сәбәпле, емеш-еләкте һаҡлау урындары төҙөгәндә тотонолған аҡсаның 20 процентына ҡәҙәрен — федераль бюджеттан, 5 процентын республика ҡаҙнаһынан кире ҡайтарып биреү мәсьәләһе ҡарала. Йәнә үҙ келәте булмаған бәләкәй фермер хужалыҡтарына үҫтергән аҙығын һалып тороу өсөн йәшелсә һаҡлағысы булған логистик үҙәктәр төҙөп тәҡдим итеү ҙә күҙаллана.
Әлбиттә, бөгөн тармаҡта хәл итәһе проблемалар шаҡтай күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең аҙыҡ-түлектең сифаты донъяның алдынғы етештереү­селәрене­кенән һиҙелерлек ҡалыша. Ҡайһы бер сорттар сит илдәрҙеке менән йәнәш ҡуйырлыҡ түгел, шуға ла баҙар импорт менән тула. Әле үҙебеҙ үҫтерә алырҙай алма, груша кеүек емештең 40 проценты самаһын ситтән алабыҙ.
– Ғафуриҙан Ринат Байбулдин булам. Белеүебеҙсә, “Алексеевка” совхозында биш мең тонна һый­ҙырышлы бәрәңге һаҡлағыс төҙөлә. Бындай ҡоролмалар башҡа район-ҡалаларҙа ла кәрәк. Тағы ла ҡайҙа төҙөү ҡарала?
– Бөгөн республикала ҙур йәшелсә һаҡ­лағыс “Алексеевка” совхозында, “Әғли” фермер хужалығында ғына бар. Улар, әлбиттә, беҙҙең ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға ла күптәр йәшелсәһен көҙөн йыйып алыу менән һатып ҡалырға, йә күрше төбәк­тәрҙән килгән алыпһатарҙарға арзанға бирергә мәжбүр. Ә ҡышын был аҙыҡ беҙгә ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәк булып әйләнеп ҡайта. Шуға ла бөгөн әҙерләү, һаҡлау һәм сауҙаға сығарыу мәсьә­ләләрен ҡабаттан ҡарау талап ителә.
Әлбиттә, йәшелсә һаҡлағыстар пробле­маһы тотош Рәсәй буйынса киҫкен тора. Ошоға бәйле ил Хөкүмәте тарафынан махсус проект әҙерләнде, уға ярашлы, киткән сығымдың бер ни ҡәҙәр өлөшө кире ҡайтарыласаҡ. Бөгөн рес­публиканың Ауыл хужалығы министр­лығында Баҡалы, Туймазы, Иглин, Өфө райондарынан, Өфө, Күмертау һәм Салауат ҡалаларынан бәрәңге, йәшелсә һаҡлағыстар төҙөүгә тәҡдим ителгән проекттар, бизнес-пландар ҡарала.
Сәғәт ярым буйы барған һөйләшеүҙә республикабыҙҙың бик күп төбәгенән төрлө йәштәге кешеләр шылтыратты. Улар һорау биреп кенә ҡалманы, үҙҙәренең теләген, тәҡдимен, күңелен өйкәгән кире күренештәрҙе еткерҙе. Был аңлашыла: әүәл-әүәлдән ер эше, иген игеү, мал-тыуар аҫрау халҡы­быҙҙың тормош асылы һаналған. Әммә һуңғы йылдарҙағы сәйәсәт крәҫтиәнде ерҙән яҙлыҡтыра яҙҙы. Ниһайәт, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар ил етәкселеген һиҫкәндереп ебәрҙе, сөнки, нимә генә тимә, бары үҙ халҡын ризыҡ менән тәьмин иткән, туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө тип иҫәпләй ала. Механизатор — ауылда төп көс. Уңыштың яҙмышы уның ҡулын­да. Ул фән ҡаҙаныштары, алдынғы тәжрибә, юғары агротехника талаптары менән ҡоралланған булһа ғына баҫыуҙарҙа мул уңыш үҫтерә, мал-тыуарын ишәйтә, ғаиләһен ҡотайта. Ошо юҫыҡта ла ыңғай яуап ишеткән гәзит уҡыусылар ҡыуанысын белдерҙе. Йәнә һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп ҡар­тайған ауылдарҙа, етемһерәп ҡалған йорттарҙа уттар балҡыр, сабыйҙар тауышы ишетелер тигән өмөттә күптәр.
– Ауыл иҡтисадын үҫтереүгә крәҫтиән генә түгел, ҡала халҡы ла үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн башлыса үҙебеҙҙә үҫтерелгән сифатлы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк, – тине Азат Салауат улы.

“Тура бәйләнеш”те
Венер ИСХАҠОВ менән
Рәлис УРАҘҒОЛОВ ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873