Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ
Миңәме, башҡағамы?

Шәхси йорттоң тәүге ҡатында – бер ғаилә, икенсеһендә беҙ йәшәйбеҙ. Ишектәр айырым, фа­тир­ҙарҙың һаны ла төрлө. Љасандыр бер йорт тип һанала ине, уны икегә бүлдек. Күршеләр әле үҙ өлөшөн һатырға йыйына. Улар иң тәүҙә беҙгә тәҡдим итергә тейешме?

З. ЗӘЙНУЛЛИН.

Учалы районы.

Фатирығыҙға милек хоҡуғын тер­кәү тураһындағы таныҡлыҡты ен­тек­ләп ҡарағыҙ. Унда “милек төрө” тигән графа бар. Єгәр шунда “ми­лек” түгел, ә “өлөшләтә милек” тип яҙылған булһа, күршегеҙҙең фатирын һатып алыуҙа өҫтөнлөккә хо­ҡуҡ­лыһығыҙ. Был осраҡта күршегеҙ үҙ өлөшөн кемгәлер тәҡдим итер алдынан һеҙгә хәбәр итергә тейеш. Єгәр һеҙ бер ай эсендә һатып алмаһағыҙ, улар фатирын һеҙгә тәҡдим ителгән хаҡҡа бүтәндәргә бирергә хоҡуҡлы (Рәсәй Граждан­лыҡ кодексының 250-се статьяһы).
Әгәр “хоҡуҡ төрө” графаһында “милек” тип яҙылған икән, үрҙә әйтелгән талаптар һеҙгә ҡағылмай.

Урынға
ҡарамай


Ваҡытлыса ҡыҙымда йәшә­йем. Ул эшләй, шуға ике йәшлек балаһын тәрбиәләүҙә ярҙам итәм. Уның фатирында теркәлмәйенсә страховка полисын юллап булырмы икән?

М. МӘХМҮТОВА.

Күмертау ҡалаһы.

Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын ҡыҙығыҙҙың фатирында теркәлмәйенсә лә алырға мөмкин. “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһын­да”ғы Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пункт ғариза биреү һөҙөмтәһендә страховка медицина ойошмаһын һайлау хоҡуғын бирә. Был ҡайҙалыр рәсми теркә­леп, икенсе урында йәшәүселәр, эшләүселәр йәки белем алыусылар өсөн отошло. Ошо Федераль закон­ға һылтанып, үҙегеҙгә уңайлы урында полис алырға мөмкин.
Документтың ниндәй урында бире­леүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең һәр төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Шуға полисы­ғыҙҙы алмаштырмаһағыҙ ҙа ярай. Ләкин медицина ярҙамын даими алыу өсөн ниндәйҙер бер урында теркәлеү мотлаҡ.

Етмеш йәш
сик түгел


Яңыраҡ етмешем тулды. Нисә йәшкә тиклем автомобиль йөрө­төргә мөмкин?

Б. БИЛАЛОВ.

Көйөргәҙе районы.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Рулгә улты­рыуҙы сәләмәтлек торошона бәйле, мәҫәлән, күҙҙең насар күреүе йәки йөрәктең ҡаҡшауы арҡаһында ғына тыйыуҙары ихтимал. Шуға алтмыш йәшен тултырған автоһәүәҫкәрҙәр йыл һайын медицина тикшереүе үтергә бурыслы. Водитель танытма­һының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу-оҙайтмау уның һөҙөмтә­ләренә бәйле.


Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА
алып бара.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә