ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ20.03.2015
Миңәме, башҡағамы?
Шәхси йорттоң тәүге ҡатында – бер ғаилә, икенсеһендә беҙ йәшәйбеҙ. Ишектәр айырым, фатирҙарҙың һаны ла төрлө. Љасандыр бер йорт тип һанала ине, уны икегә бүлдек. Күршеләр әле үҙ өлөшөн һатырға йыйына. Улар иң тәүҙә беҙгә тәҡдим итергә тейешме?
З. ЗӘЙНУЛЛИН.
Учалы районы.
Фатирығыҙға милек хоҡуғын теркәү тураһындағы таныҡлыҡты ентекләп ҡарағыҙ. Унда “милек төрө” тигән графа бар. Єгәр шунда “милек” түгел, ә “өлөшләтә милек” тип яҙылған булһа, күршегеҙҙең фатирын һатып алыуҙа өҫтөнлөккә хоҡуҡлыһығыҙ. Был осраҡта күршегеҙ үҙ өлөшөн кемгәлер тәҡдим итер алдынан һеҙгә хәбәр итергә тейеш. Єгәр һеҙ бер ай эсендә һатып алмаһағыҙ, улар фатирын һеҙгә тәҡдим ителгән хаҡҡа бүтәндәргә бирергә хоҡуҡлы (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 250-се статьяһы).
Әгәр “хоҡуҡ төрө” графаһында “милек” тип яҙылған икән, үрҙә әйтелгән талаптар һеҙгә ҡағылмай.
Урынға
ҡарамай
Ваҡытлыса ҡыҙымда йәшәйем. Ул эшләй, шуға ике йәшлек балаһын тәрбиәләүҙә ярҙам итәм. Уның фатирында теркәлмәйенсә страховка полисын юллап булырмы икән?
М. МӘХМҮТОВА.
Күмертау ҡалаһы.
Мотлаҡ медицина страховкаһы полисын ҡыҙығыҙҙың фатирында теркәлмәйенсә лә алырға мөмкин. “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалауы тураһында”ғы Федераль закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пункт ғариза биреү һөҙөмтәһендә страховка медицина ойошмаһын һайлау хоҡуғын бирә. Был ҡайҙалыр рәсми теркәлеп, икенсе урында йәшәүселәр, эшләүселәр йәки белем алыусылар өсөн отошло. Ошо Федераль законға һылтанып, үҙегеҙгә уңайлы урында полис алырға мөмкин.
Документтың ниндәй урында бирелеүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең һәр төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Шуға полисығыҙҙы алмаштырмаһағыҙ ҙа ярай. Ләкин медицина ярҙамын даими алыу өсөн ниндәйҙер бер урында теркәлеү мотлаҡ.
Етмеш йәш
сик түгел
Яңыраҡ етмешем тулды. Нисә йәшкә тиклем автомобиль йөрөтөргә мөмкин?
Б. БИЛАЛОВ.
Көйөргәҙе районы.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Рулгә ултырыуҙы сәләмәтлек торошона бәйле, мәҫәлән, күҙҙең насар күреүе йәки йөрәктең ҡаҡшауы арҡаһында ғына тыйыуҙары ихтимал. Шуға алтмыш йәшен тултырған автоһәүәҫкәрҙәр йыл һайын медицина тикшереүе үтергә бурыслы. Водитель танытмаһының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу-оҙайтмау уның һөҙөмтәләренә бәйле.
Рубриканы
Айһылыу НИЗАМОВА
алып бара.