Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ярлы – башы, бай кеҫәһе менән уйлай
Рәсәйҙәге яңылыҡтарҙы аңларға тырышһаң, беҙҙә көрсөк бара тип уйламаҫһың да. Дәүләт органдары ҡабул иткән ҡарарҙарҙың ҡайһы берҙәрен “параллель донъяла йәшәгән” етәкселәр уйлап сығаралыр тигән шик тә тыуып ҡуя. Күрәһең, был башланғыс бер нисә йыл элек кемдеңдер башына ингән дә, оҙаҡ ҡына буҫтау аҫтында ятҡандан һуң, бюрократик машина тарафынан бөгөн өҫкә һөйрәп сығарылған. Шарттарҙың ҡырҡа үҙгәргәне иҫәпкә алынмаған да.

Ошондай ҡарарҙарҙың береһе – Дәүләт Думаһына Рәсәйҙең Торлаҡ-коммуналь министрлығы тарафынан инде­рел­гән закон проекты. Ми­нистр урынбаҫары Андрей Чибис уның асылын аңлатып бирҙе лә инде. Торлаҡ кодексының 155-се статьяһына төрлө үҙгәреш индереләсәк. Мәҫәлән, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы булған ке­шеләр, предприятиелар 90 көндән һуң пеняны хәҙергенән ике тапҡырға артыҡ түләй башлаясаҡ. Бөгөнгө ҡанундарға ярашлы, 8,25 урынына 17,7 процент штраф ҡарала. Думаның комитет етәксеһе Галина Хованская фекеренсә, закон ошо яҙғы сессияла ҡабул ителәсәк.
Был бурысты чиновниктар банк кредитына тиңләй, тимәк, бурыслы кеше өҫтәмә процент түләргә тейеш. Дәүләт Думаһы бынан алдараҡ Граждандар кодексына ла үҙгәреш индергәйне: кеше аҡсаһын законһыҙ файҙаланған өсөн уртаса депозит став­каһын түләү ҡаралды. Финанс ми­нистр­лығы был ҡанунды һалым буйынса бурыстарға ла индереү тураһында проект әҙерләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: чиновниктар ҙа, эксперттар ҙа был яңы­лыҡтарҙың ха­лыҡта буталсыҡ тыуҙы­расағын күҙаллай. Әммә бөгөнгө түрәләрҙең быға яуабы әҙер: “Судҡа мөрәжәғәт итегеҙ!” Ха­лыҡтың һәр ваҡ-төйәк менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына барып тормаясағын бел­һә­ләр ҙә. Ябай кеше, пенсионерҙар торлаҡ-коммуналь сығымдарын ваҡытында түләп барырға тырышһа ла, етәкселек халыҡты тәртипкә өйрәтеү кәрәклеге тураһында асыҡтан-асыҡ һүҙ ҡуйырта. Көрсөк ваҡытында был ҡарарҙың урынһыҙ икәнен аңлатып тороу кәрәкмәйҙер.
Шуныһы аптырата: ни өсөн дәүләттең, бизнестың халыҡ алдындағы бурыстары өсөн штрафтар индереү ҡаралмай? Мәҫәлән, эш хаҡын, стипендияларҙы ваҡытында түләмәгән өсөн ниңә беҙҙең файҙаға штраф юҡ? Йә иһә дәүләт һәм төрлө шәхси пенсия фондтарына даими күсерелеп барған аҡсаларға процент өҫтәлмәй? Юғары вазифалар был пенсия фондтарындағы аҡсаларҙың “кире табышлы” икәнен, йәғни үҙ файҙаһына ғына эшләгәнен белә бит. Әгәр пенсия түләүҙәрен һәр кем банкта тотһа, был күпкә отошло түгелме?







Автор: И. МИҘХӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә