Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрше хаҡы — тәңре хаҡы
Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы ике яҡлы килешеү нигеҙендә ярайһы уҡ күп эш башҡарыла: халыҡ эш урындары менән тәьмин ителә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү мәсьәләләре яйға һалына. Өфөгә эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе губернаторы Б. Дубровский етәкселегендәге рәсми делегацияның килеүе лә осраҡлы түгел. Һәр хәлдә, белгестәр был эшлекле осрашыуҙар һөҙөмтәһе булараҡ яңы килешеүҙәр, проекттар барлыҡҡа килеүен, бәйләнештәрҙең тотороҡло үҫеүен көтә.

Башҡортостан менән Силәбе араһында хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә тигәндән бер миҫал — әле Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында эшҡыуарҙар ярҙамында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә. Ошо маҡсатҡа Силәбе өлкәһе инвесторы 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятие киләсәктә тәүлегенә 1 мең тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Ҡыйғы районында иһә Силәбе эшҡыуары тегеү фабрикаһын асҡан. Унда Рәсәйҙең Оборона министрлығы заказы буйынса кейем тегелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма миллион ярым һумлыҡ продукция етештергән дә инде. Учалы, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Дыуан райондарында ла ике төбәк араһында ауыл хужалығын үҫтереү, тауар һатыу мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Әйтәйек, әбйәлилдәр был тәңгәлдә Магнитогорск һөт комбинаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әлеге ваҡытта Учалы районы хужалыҡтары менән дә хеҙмәттәшлек юлдары барлана. Һөт ризыҡтарынан тыш, ит етештереү ҙә яйға һалынған. Киләсәктә шулай уҡ балыҡ үрсетеү хужалығын асыу ҡарала.
Башҡортостан менән Силәбе араһындағы бәйләнеш нигеҙендә туризм йүнәлеше лә уңышлы үҫешә. Әбйәлил районында, тау саңғыһы комплексынан тыш, Мулдаҡ күлендә туристик база төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Бынан тыш, «Ирәмәл» тәбиғәт паркын һәм шифахана-курортын булдырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге «Морат-туғай»ҙы йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндереүсе ҙур комплекс итеп үҫтереү күҙаллана.
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһында Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәүсе 170 меңдән ашыу милләттәшебеҙҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын нығы­тыу ҙа иҫәпкә алынған. Башҡортостан вәкиллеге был ниәтте бойомға ашырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Башҡорт­остан­дың Мәҙәниәт министр­лығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән бер­лектәге тығыҙ хеҙмәт­тәшлек һөҙөмтәһендә төрлө мәҙәни проекттар ҙа алып барыла. Өлкәлә Башҡорт­остандың сәнғәт оҫталары гастролдәре йыш ойошторола.
Шулай ҙа үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек проекты бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереү, урман хужалығы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, төбәктәр араһындағы тауар әйләнешен яйға һалыу юлдары барлана.








Автор: А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә