Күрше хаҡы — тәңре хаҡы20.03.2015
Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһындағы ике яҡлы килешеү нигеҙендә ярайһы уҡ күп эш башҡарыла: халыҡ эш урындары менән тәьмин ителә, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү мәсьәләләре яйға һалына. Өфөгә эш сәфәре менән Силәбе өлкәһе губернаторы Б. Дубровский етәкселегендәге рәсми делегацияның килеүе лә осраҡлы түгел. Һәр хәлдә, белгестәр был эшлекле осрашыуҙар һөҙөмтәһе булараҡ яңы килешеүҙәр, проекттар барлыҡҡа килеүен, бәйләнештәрҙең тотороҡло үҫеүен көтә.
Башҡортостан менән Силәбе араһында хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә тигәндән бер миҫал — әле Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаһында эшҡыуарҙар ярҙамында көнбағыш майы һығыу заводы төҙөлә. Ошо маҡсатҡа Силәбе өлкәһе инвесторы 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Предприятие киләсәктә тәүлегенә 1 мең тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Ҡыйғы районында иһә Силәбе эшҡыуары тегеү фабрикаһын асҡан. Унда Рәсәйҙең Оборона министрлығы заказы буйынса кейем тегелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ойошма миллион ярым һумлыҡ продукция етештергән дә инде. Учалы, Ейәнсура, Баймаҡ, Әбйәлил, Дыуан райондарында ла ике төбәк араһында ауыл хужалығын үҫтереү, тауар һатыу мәсьәләләре уңышлы хәл ителә. Әйтәйек, әбйәлилдәр был тәңгәлдә Магнитогорск һөт комбинаты менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әлеге ваҡытта Учалы районы хужалыҡтары менән дә хеҙмәттәшлек юлдары барлана. Һөт ризыҡтарынан тыш, ит етештереү ҙә яйға һалынған. Киләсәктә шулай уҡ балыҡ үрсетеү хужалығын асыу ҡарала.
Башҡортостан менән Силәбе араһындағы бәйләнеш нигеҙендә туризм йүнәлеше лә уңышлы үҫешә. Әбйәлил районында, тау саңғыһы комплексынан тыш, Мулдаҡ күлендә туристик база төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Бынан тыш, «Ирәмәл» тәбиғәт паркын һәм шифахана-курортын булдырыу өсөн инвесторҙар йәлеп итеү, Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендәге «Морат-туғай»ҙы йыл әйләнәһенә хеҙмәтләндереүсе ҙур комплекс итеп үҫтереү күҙаллана.
“Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” дәүләт программаһында Силәбе ҡалаһы һәм өлкәһендә йәшәүсе 170 меңдән ашыу милләттәшебеҙҙең рухи-мәҙәни ихтыяждарын нығытыу ҙа иҫәпкә алынған. Башҡортостан вәкиллеге был ниәтте бойомға ашырыу буйынса аныҡ эштәр башҡара. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә төрлө мәҙәни проекттар ҙа алып барыла. Өлкәлә Башҡортостандың сәнғәт оҫталары гастролдәре йыш ойошторола.
Шулай ҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлек проекты бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә эшҡыуарлыҡты киңерәк йәйелдереү, урман хужалығы буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, төбәктәр араһындағы тауар әйләнешен яйға һалыу юлдары барлана.