Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәхмүт олатай көләмәстәре
Мәхмүт олатай көләмәстәре Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында йор һүҙле, шаян бер олатай йәшәне. Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә башын һалған яугир, билдәле башҡорт шағиры Төхфәт Мораттың бер туған ҡустыһы, уҡытыусы, ялҡынлы журналист Әмир Моратовтың бер туған ағаһы, ә минең иң яратҡан олатайым ине ул. Кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булды. Өмәләргә иң беренсе булып йүгереп килеп етер ине. Ауылда уны ихтирам итмәгән кеше булманы. Ә беҙҙе, балаларҙы, шаянлығы, мөләйемлеге, тыуған-үҫкән яғының тарихын, кешеләрен яҡшы белеүе һәм оҫта итеп һөйләүе менән аптырата торғайны. Шуға күрә каникулға ҡайтҡанда иң тәүҙә йүгереп уға барҙыҡ. Үҫмер саҡта Мәхмүт олатайҙың һөйләгәндәренең ҡайһы берҙәрен яҙып та алғанмын икән. Яңыраҡ, бер фатирҙан икенсеһенә күсенгән саҡта, шул дәфтәрҙәр ҡулға килеп эләкте.
Халыҡ ижады — уртаҡ хазина. Уны белергә, өйрәнергә, һаҡларға кәрәк. Шуны иҫтә тотоп, олатайым көләмәстәренең иң фәһемлеләрен “Башҡортостан”ға тәҡдим итергә булдым.

Етеле шәм

Борон мәжлестә уйын-көлкөгә ҙур иғ­тибар бирелә торғайны. Шунһыҙ ҡунаҡ үтмәне. Уйын-көлкө күңел асыуҙың бер ысулы ғына түгел, тәрбиә мәктәбе лә бул­ған. Күршеләрҙең йә туғандарҙың ҡай­һы бер ҡылыҡ-ғәҙәттәрен эләкләп, еңелсә төрттөрөп алһаҡ та, берәү ҙә үсегеп, ҡыл­тайып йөрөмәне. Әлбиттә, шаярыу ҡунаҡ­тарҙың йәшенә, дәрәжәһенә ҡарап, са­ма­нан артып китергә тейеш түгел. Юғиһә, тәрбиә түгел, үс алыу һымағыраҡ килеп сығыр ине.
Бына шундай шаярыуҙарҙың береһе. Бер ваҡыт атайымдар мәжлес йыйҙы. Беҙ, йәштәр, алдан һөйләшеп ҡуйып, ҡунаҡтарҙың күңелен күтәрмәк булдыҡ. Кешеләр йыйылып бөтөп, урындыҡҡа теҙелеп ултырғас, аш алып килделәр. Етеле шәм, төтәп, саҡ яҡтыртып ултыра. Атайым:
— Бының торбаһы ҡайҙа булған? — тигән була.
— Лыс ҡором ине, хәҙер һөртөп ин­дерәм, — тигән булып ишекте асҡайным (алдан шулай уйланылғайны), шәм ел­пел­дәп һүнде лә ҡуйҙы. Шул арала, ҡа­раңғынан файҙаланып, бер ағайым яңы ғына ашъяулыҡҡа килеп ултырған ашты күтәреп алып китә һалды, икенсеһе әҙерләп ҡуйылған бер табаҡ ондо урындыҡ аҫтынан сығарып та ултыртты. Мин, әҙер торбаны индерә һалып, шәмде тоҡандырҙым.
Өй гөж итеп ҡалды. Ут һүнгән арала ҡайһы бер түҙемһеҙерәктәр ҡалағын онло табаҡҡа тығып та өлгөргәйне.
— Аһ-һ-һ, нишләп он ашап ултыра­һығыҙ, аш килгән дә баһа! — тигән булды атайым.

Уҡытыу

Әхмәтсафа (исеме үҙгәртеп алынды) ҡунаҡҡа һуңлай ҙа йөрөй торғайны. Әйтеп тә, шаяртып та ҡарайбыҙ, ғәҙәтен ташламай бит. Мәжлескә барған һайын уны көтөп ултырыу елкәгә тейә башланы. Һөйләштек тә “уҡытып” алырға булдыҡ.
Ҡышын һуғым ашы ашап йөрөйбөҙ. Әх­мәт­сафаны күршеләргә ҡунаҡҡа әйт­тек. Шул-шул сәғәткә һуңламай кил, тип иҫкәртеп ҡуйҙыҡ. Билдәләнгән ваҡытҡа барыбыҙ ҙа йыйылып бөттөк, әбейе менән Әхмәтсафа юҡ. Тышҡа сығып, тәҙ­рә ҡапҡастарын, ҡапҡаны яптыҡ та ашарға ултырҙыҡ. Ярты сәғәттәй ваҡыт уҙғас, килде былар. Ҡапҡаны төртөп ҡарайҙар — бикле, тәҙрә ҡапҡастары ябыҡ. Өйҙә кешеләр бар икәнен ишетеп торалар бит инде. Эй йөрөнөләр, тәҙрә һуғып та ҡаранылар — асманыҡ. Шунан һуң Әхмәтсафа ҡунаҡҡа һуңламаны.

Бишбармаҡ

Быныһы — үҙем шаһит булған ваҡиға.
Һуғым һуйған саҡ ине. Көтмәгәндә Новотроицкиҙан (Ырымбур өлкәһендәге ҡала) Вәлимә апайым еҙнәй менән ҡу­наҡҡа килеп төштө. Яңы ғына өйләнеш­кәндәр. Бергәләп тәүгә килеүҙәре булғас, урыҫ еҙнәйгә матур итеп ҡунаҡ күрһәтеп, башҡортса һыйлап ҡайтарырға булдыҡ.
Икенсе көндө Мәхмүт ола­тайҙар са­ҡырҙы. Инәйем итте йәллә­мәй һалған, килеп тороп һимеҙ. Әҙ генә аша­ғайныҡ, туйҙыҡ та ҡуйҙыҡ. Мин, ола­та­йымдың ғәҙәтен әҙерәк белгән кеше, та­баҡҡа күҙ һалам. Яртыһына ла төш­мәгәнбеҙ әле. “Хәҙер һоғондора башлай инде был”, – тип уйлап та өлгөрмәнем, олатайым, ең һыҙғанып ебәреп, шаярта-көлдөрә “үҙ эше­нә” тотондо. Усы менән табаҡтан бер ус һалма һоҫоп ала ла, ит-май өҫтәп, һо­ғондора. Оҫта һоҫоп алыуын әйт, ҡулы беш­мәүен әйт! Ололар яғы уйын-көлкө менән шыма ғына йотоп ҡуйҙы. Ҡары­шыу­сылар булманы. Сират Николайға етте. Олатайымдың һыйлауын сирҡаны­быраҡ күҙәтеп ултырған ҡунаҡ артҡа шыла бире­берәк ҡуйҙы. Юҡ, юҡ, миңә бармай, йәнәһе.
— Ҡурҡма, ҡурҡма, Николай, бында күп түгел ул, бер ҡалаҡ ҡына. Ышан­маһаң, бына ҡара, бер бармаҡта ғына ята, — тигән була.
Коля, оло кешене үпкәләтмәйем тип­тер инде, ҡурҡа-ҡурҡа ғына ауыҙын асҡан булды. Олатайымдың йылғыр ҡулы бер сынаяҡтай һалманы ҡунаҡтың ауыҙына “һыйпап” та ҡуйҙы.
— Бына шулай, кейәү. Бер ҡурҡынысы ла юҡ уның. Мин бит... бер бармаҡ менән генә...
Сит милләт кешеһен бик “әрһеҙләмәҫ” кәрәк ине, оҡшамай, күңеле болғанып ҡуйһа, тип шөрләй биреңкерәп ҡуйғай­ным. Юҡҡа ҡурҡҡанмын икән. Еҙнәй шәп булып сыҡты. Бер “сирҡаныс” алғас, Коля “ике бармаҡлыһын” да, “өс бармаҡлыһын” да еңел генә йотоп ҡуйҙы. Өс урағансы табаҡтың төбө ялтырағайны инде.
Ҡыуандыҡҡа (тыуған ҡалаһы) ҡайтҡас, еҙнәй туғандары алдында, мин хәҙер бишбармаҡтың нимә икәнен беләм инде, тип маҡтанып та йөрөгән әле.

Һунар эте

Бер әбей ҡартына әйтә, ти:
— Бабай, эштән ҡайтаһың да тик ятаһың. Кешеләр бүре һуға, төлкө аулай...
— Шулай шул, әбей. Әйҙә, булмаһа, анау тананы һатып, эт алайыҡ.
Бабай көсөк һатып алған да һунарға өйрәтә башлаған, ти. Ат алдынан ебәрә лә: “Һайт тос та, һайт тос та”, — тип һамаҡлай икән. Эт, алдында бер хайуан да күрмәгәс, ат алдынан үргә һикереп, шаярып тик бара икән.
Тәүге ҡырпаҡ ҡар яуғас, һунарға сыҡ­ҡан, ти, был. Күп тә бармаған, морононан ғына төлкө сығып ҡасҡан, ти. Бабай, ҡулын алға һоноп, сыҙамай:
— Һайт тос та, һайт тос та, — тип ҡысҡыра, ти. Эт, ыжламай ҙа, ат тирәләй һикереп тик йөрөй икән. Ҡарт аптырағас:
— Һайт тос та, һайт тос та! Ысын әйтәм бит мин һиңә, ысын әйтәм, һайт тос та, — тип ҡарай, ти.
Ҡарт этен өгөтләгәнсе, төлкө эҙен юғалтып та өлгөргән.
“Ошомо?”

Олатайым атайымдарҙы ҡунаҡҡа саҡырырға ингән. Атайым кәртә яғында тиҙәк түгеп йөрөгән. Олатайым йомошон йомошлап сығып барғанда, әсәйемде осратҡан да шаяртырға булған:
— Килен, Зәбихулла соланда бер нә­мәм ултыра, тигәйне...
Кешегә тиҙ ышанып барған әсәйем, ысын тип уйлап, бойҙай тултырылған лар­ға ҡулын тығып ебәргән дә бер “аҡбаш”ты килтереп тә сығарған.
— Ошомо?
— Эйе, эйе, ошо. Мә өс һум. Ҡалғаны үҙегеҙгә хәйергә булыр, — тип, яртыны кеҫәһенә тығып, сыҡҡан да һыҙған.
Шулай итеп, Мәхмүт олатайым ҡәйне­шен үҙ яртыһы менән һыйлап ҡайтарған.


“Был ҡолаҡҡа ла
хужа бар”

Сәрбиямал инәйем һарыҡ башы бе­шергән. Мәхмүт олатай башты бер ҡола­ғынан күтәрҙе лә, табаҡҡа кире һалып:
— Әһ-һә... Был ҡолаҡҡа ла хужа бар, — тип ҡуйҙы һәм бер хәлде бәйән итте.
Борон бер кейәүгә балдыҙҙары, шаяр­тып, һиҙҙермәйенсә генә ҡолаҡ ите һал­ған. Кейәү “керт, керт” иттереп ашай, ҡо­лаҡтары һелкенеп тора, ти. Бал­дыҙ­ҙары: “Ҡара, еҙнә, ҡолағың төшөп ҡал­маһын”, — тип көлә икән... Шунан бирле йола буйынса йәштәргә ҡолаҡ ите бирә­ләр. Уның мәғәнәһе лә бар: нимә һөй­ләгәнеңде ҡолағың ишетһен.

Хәтерҙән сыҡҡан исем

Беҙҙең районда, Һабыр яғындараҡ, Олтораҡ тигән ауыл булды. Ул хәҙер бөткән инде. Берәү шул ауылға китеп бара икән. Юлда уға бер кеше осраған.
— Ҡайҙа бараһың? — тип һорай икән.
Тегенеһе ауылдың исемен онотҡан да ҡуйған, ти, бит. Аптырағас, быймаһын сискән дә олторағын алып күрһәткән, ти...
Беҙҙә лә шуға оҡшағаныраҡ бер хәл булды әле.
Хәмит улым менән Мәрзиә килендең балалары тыуҙы. Сәрбиямал инәйем, ҡыҙ булһа-нитһә тип, алдан исем әҙерләп йөрөгән икән. Ҡыҙ икәнен ишеткәс, башҡа исем ҡушып ҡуймаһындар тип, Хәмит­тәргә йүгергән. Үҙе онотоп ҡуймаҫ өсөн баяғы исемде ҡысҡырып ҡабатлай икән. Шулай ҡыуанып барғанда, яңылыш һы­йыр тиҙәгенә баҫып тайып йығылған. Тороп, ҡа­ғынып, юлды дауам итәйем тиһә, баяғы исемде онотҡан да ҡуйған. Ни эшләһен, ҡай­ғырып, иларға етешеп, кире ҡайтып инде.
Ул исем хәҙер беҙҙең өсөн сер булып ҡалды инде. Ә ҡыҙға мин, Сәрбиямал әйтмешләй, ҡыҫҡа ла, әйтеүгә лә еңел булһын тип, Зилә исемен ҡуштым.

Таштың тамыры
юҡмы ни?


Берәү бала саҡтан өй артындағы бер ташты сыға ла күтәреп ҡарай, сыға ла күтәреп ҡарай, ти. Үҙенең көсө етмәй икән. Ҙурая биргәс, тотҡан да күтәргән.
— Ай-й-й, был таштың тамыры ла, ние лә юҡ та баһа, — тип аптырай, ти, үҙе.

Үс ҡайтарыу

Мине иң тәүҙә Фәйзрахман исемле мулла уҡытты. Бер ваҡыт “с” хәрефен өй­рәтә был беҙгә. Үҙе әйтә лә барыбыҙҙан да берәмләп ҡабатлаттыра. Миңә сыбы­ғын төбәне лә:
— Йә, Мәхмүт, “с” тиген.
— Ш.
— С.
— Ш.
— “С” тим бит!
— Ш.
Ҡыҙҙы ла китте бит мулла. Уҡығанда тубыҡланып ултыра торғайныҡ. Алды­быҙға яҙыр өсөн оҙон эскәмйә ҡуялар. Был миңә шыйылдатып һуғып ебәрҙе. Мин буйға бәләкәй генә инем. Тағы һу­ғыуға эскәмйә аҫтына индем дә икенсе яҡтан башымды сығарып ҡарап ятам. Һуҡҡан ыңғайға терһәге эскәмйәгә “таңҡ” итеп ҡалды. Бик ныҡ ауыртҡандыр, йөҙө сирылып китте. Әйләнеп килеп, был яҡтан һуғайым тигәйне, мин башымды икенсе яҡтан сығарып яттым.
Шулай туйғансы “уйнаным” да, Фәй­з­рах­ман мулланың тамам ҡыҙғанын тойоп, туйғансы туҡмалдым. Шунан — йәл­лә­не­ме был, әллә хатаһын аңланымы — миңә өс тин хәйер биреп ҡайтарып ебәрҙе.
Йылдар үткәс, болғансыҡ замандарҙа, төрмәгә Фәйзрахман мулла менән бер урынға барып эләктек. Мине Бөрйән яғын­дағы урман ҡырҡыусылар бригадиры итеп ҡуйҙылар. Туҡта, мәйтәм, был мул­ланың үҙен дә һынап ҡарайыҡ әле. Бер ыңғай үсте лә алырмын. Ҡолас ярымлыҡ йы­уан ағасты күрһәттем дә, ауҙар ошоно, тинем.
Көнө буйы этләнде, бахыр. Ҡаҙаҡ шикелле, ағасты һәр яҡтан тунап бөттө. Ауыр эш башҡарып өйрәнмәгәнлектән, кискә арманһыҙ булып йығылды.
Норма үтәмәгәндәргә икмәк бирелмәй ине. Бригадалағы егеттәргә, ни эшләйбеҙ, тим. “Ярай, этләшмәйек инде, үҙебеҙ­ҙекен булһа ла бүлешербеҙ. Күпме эшләй ала, әйҙә йөрөһөн”, — тинеләр.
Фәйзрахман муллаға ҡабат теймәнем.

Мунса мажараһы

— Пенсияға сыҡҡаны бирле тынғы юҡ әле, улым. Инәйең көн дә утын ярҙыра, ҡоҙоҡҡа һыуға ебәрә, мунса яҡтыра, хатта тиҙәк ташларға ла миңә ҡуша. — Мәхмүт олатай телен шартлатып ҡуйҙы ла, Сәрбиямал инәйгә күрһәтмәй генә күҙ ҡыҫып, дауам итте. — Ә бер көн мине мунсаға бикләп китте. Тонсоғоп үлһен, тинеме икән?
Шулай мунса яҡҡанбыҙ. Салауаттарҙы көтәбеҙ — юҡ. Улар килгәнсе төшөп сыға­йым әле, тип киттем. Артымдан әбей инде лә тиҙ генә йыуынып сыҡты. Йыуынып бөттөм, кейендем. Ишекте төрт­һәм — асылмай. Инәйең тыштан бикләгән дә киткән. Соланға сыҡтым да күршеләр ишетмәһен өсөн ипләп кенә ҡысҡырған булам:
— Ә-бе-е-ей! Са-ла-уа-а-ат! Юла-а-ай!
Берәү ҙә ишетмәй. Нимә эшләргә? Кире мунсаға индем дә, туҡта, ҡыла­найым әле тип, толобомдо кейеп, ләүкәгә мендем дә яттым. Бер ваҡыт шығырҙап ишек асылды. Әбей башын тыға:
— Ҡарт...
Мин юрамал өндәшмәйем.
— Ҡарт! — тип ҡысҡырып ебәрҙе лә йүгереп килеп инде.
Мин, килдең дәме ни, тинем дә һикереп төшөп ҡайттым да киттем. Әбейҙең ҡото алынды.

Ауыҙын бешергән

Беҙҙең яҡҡа радионың яңы ингән сағы ине. Мөслимә ҡарсыҡтың улы “Родина” исемлеһен һатып алған.
Ураҙа ваҡыты икән. Мөслимә ҡарсыҡ сәхәргә тип уянған да, йыуынып килеп, намаҙ уҡырға булған. Инде башлайым тиһә, радио һөйләргә тотонған. Шулай тынғы бирмәй аптыратҡас, был техника ҡаршыһына барып:
– Шеш, ҡороғор, тым, ҡороғор, намаҙ уҡыйым бит, күрмәйһеңме ни? — тип йоҙроҡ күрһәтә, ти.
Ул таңда Мөслимә ҡарсыҡ йүнләп на­ма­ҙын да уҡый, сәхәрен дә эсә алмаған. Дыңҡылдатып туҡмап та ҡараған, радио барыбер тынмаған.
Иртән торғас, булған хәлде күршеһенә һөйләп биргән.
— Ауыҙын бешер һин уның, ҡоҙағый, ҡайнар һыу ҡой, — тип өйрәтеп ҡайтарған ҡоҙағыйы.
Иртәгәһенә радио һөйләй башлау менән әбей самауырҙан бороп алып, уға эҫе һыу ҡойған да ҡуйған. Ысындан да, уныһы тынып ҡалған. Улы эштән ҡайтһа:
— Анау нәмәңдең ауыҙын бешерҙем, улым. Һүҙ бирмәй ҡысҡыра ине, ҡолаҡҡа тыныс булып ҡалды, — тип әйтә, ти.

Ҡунаҡмы, муйнаҡмы...

Берәүҙең ҡунағы ҡайтмай ҙа ҡайтмай икән. Көн дә хужанан алдараҡ тороп сығып инә лә:
— Буранлап та тора. Ҡайтып булмаҫ инде, — тип әйтә икән.
Бер нисә көн үткәс, хужа ҡунағынан иртәрәк тороп сыҡҡан да:
— Бөгөн көн дә матур, буран да тым­ған, юл да ҡалҡҡан. Юлаусыға шәп инде, — тигән, ти.
Ҡунағына ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмаған.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873