2015 йыл, 10 март № 67
2011 — 2015 йылдарҙа “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы республика программаһының ҡайһы бер сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән юридик берәмектәргә субсидия биреү тәртибен раҫлау тураһында
Рәсәй Федерацияһы Бюджет кодексының
78-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарар итә:
1. 2011 – 2015 йылдарҙа “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы республика программаһының ҡайһы бер сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән юридик берәмектәргә субсидия биреүҙең теркәлгән тәртибен раҫларға.
2. 2011 – 2015 йылдарҙа “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы республика программаһының ҡайһы бер сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән юридик берәмектәргә субсидия биреүгә бюджет аҡсаһын төп бүлеүсе тип Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетын билдәләргә.
3. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары
Р.Х. МӘРҘӘНОВ.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2015 йылдың 10 мартындағы 67-се ҡарары менән раҫланды
2011 – 2015 йылдарҙа “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы республика программаһының ҡайһы бер сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән юридик берәмектәргә субсидия биреү тәртибе
1. Ошо тәртип Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 28 апрелендәге 130-сы ҡарары (артабанғы үҙгәрештәре) менән раҫланған 2011 – 2015 йылдарҙа “Асыҡ мөхит” айырым маҡсатлы республика программаһының ҡайһы бер сараларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән юридик берәмектәргә субсидиялар (артабан – субсидия) биреү механизмын билдәләй һәм түбәндәгеләрҙе асыҡлай:
субсидия алыуға хоҡуҡлы юридик берәмектәр категорияһын;
субсидия биреү маҡсатын, шарттарын, тәртибен;
субсидия биреү тураһындағы договорҙар менән ҡаралған осраҡтарҙа субсидияны алыусылар тарафынан быйылғы финанс йылында файҙаланылмаған аҡса ҡалдығын кире ҡайтарыу тәртибен;
субсидияны биргәндә тейешле шарттар боҙолған осраҡта уны тейешле бюджетҡа кире ҡайтарыу тәртибен;
Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты (артабан – Дәүләт комитеты) һәм дәүләт финанс контроле органдары тарафынан субсидия алыусыларҙың уны биреү шарттарын, маҡсаттарын һәм тәртибен үтәүен мотлаҡ тикшереү тураһындағы положениены.
2. Субсидия милек хоҡуғында, шул иҫәптән хужалыҡ алып барыу хоҡуғында автовокзалдарға (йәки) автостанцияларға (артабан – транспорт инфраструктураһы объекттарына) эйә булған һәм түбәндәге критерийҙарға яуап биргән юридик берәмектәргә (дәүләт (муниципаль) учреждениеларынан тыш) (артабан – ойошмаларға) бирелә:
ғариза биргән көнгә транспорт инфраструктураһы объекты ойошма тарафынан кәмендә бер йыл тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылырға тейеш;
транспорт инфраструктураһы объекты Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашырға тейеш;
ойошманы үҙгәртеү, бөтөрөү көтөлмәҫкә, ул ҡануниәт менән билдәләнгән тәртиптә бөлгөнлөккә төшкән тип танылмаҫҡа тейеш.
3. Субсидия биреүҙең маҡсаты – ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһында транспорт инфраструктураһы объекттарын һәм уларға яҡын биләмәләрҙе инвалидтар һәм халыҡтың башҡа аҙ хәрәкәтсән төркөмдәре өсөн яраҡлаштырып, уларҙың йәшәйеше өсөн уңайлы шарттар булдырыуға, шул иҫәптән түбәндәгеләргә йүнәлтелгән сығымдарын финанс тәьмин итеү:
ишетеү һәм күреү һәләте түбән булған кешеләр өсөн яҡтылыҡ һәм тауыш мәғлүмәттәре сағылдырылған билдәләр ҡуйыу;
йәмәғәт бәҙрәфтәрендәге кабиналарҙы йыһазландырыу;
биналарҙы пандустар һәм башҡа махсус ҡулайламалар менән йыһазландырыу;
инвалидтарҙың автотранспорты өсөн махсус ҡуналҡа урындар булдырыу.
4. Субсидия биреү шарттары:
ойошманың ошо тәртиптең икенсе пунктында күрһәтелгән талаптарға яуап биреүе;
ойошма тарафынан ошо тәртиптең 6-сы пунктында күрһәтелгән документтарҙы тапшырыу.
5. Субсидия биреү буйынса сығымдарҙы финанс тәьмин итеү билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһы бюджетында ҡаралған, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан бүленгән субсидия финанс тәьминәт сығанағын тәшкил иткән аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Субсидия Башҡортостан Республикаһы бюджетының йыйылма исемлеге нигеҙендә Дәүләт комитетына раҫланған бюджет йөкләмәһе лимитына ярашлы бирелә.
Федераль бюджеттан бүленгән аҡса иҫәбенән булған субсидия билдәләнгән тәртиптә Дәүләт комитетының Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы идаралығында асылған шәхси иҫәбенән субсидия алыусыларҙың кредит ойошмаларында асылған иҫәбенә күсерелә.
Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенән булған субсидия билдәләнгән тәртиптә Дәүләт комитетының Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығында асылған шәхси иҫәбенән ойошмаларҙың кредит ойошмаларында асылған иҫәбенә күсерелә.
6. Субсидия алыу өсөн ойошмалар ошо йылдың 1 ноябренә тиклем Дәүләт комитетына Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарына ярашлы, ошо пункт менән билдәләнгән документтарҙың күсермәһен теркәп, электрон төрҙә һәм электрон ҡултамға менән субсидия алыуға ғариза (артабан – ғариза) бирә.
Ғаризала транспорт инфраструктураһы объектының урынлашҡан ере, планлаштырылған саралар исемлеге, күҙалланған сығым күләме күрһәтелә.
Ғаризаға түбәндәге документтар теркәлә:
а) ғариза биргән көнгә һалым органынан Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар тураһындағы ҡануниәтен боҙған өсөн һалым, йыйым, пеня һәм штраф түләү йәһәтенән бурыстың булмауы тураһындағы белешмә ҡағыҙы;
б) һалым органында иҫәпкә ҡуйылыу тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе;
в) ойоштороу документтарының (уставтың, ойоштороу договорының) раҫланған күсермәләре;
г) юридик берәмек сифатында дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡтың раҫланған күсермәһе һәм юридик берәмектәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә;
д) транспорт инфраструктураһы объекты ойошмаһының милек хоҡуғын раҫлаған документ (милек хоҡуғын, хужалыҡ алып барыу хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһындағы таныҡлыҡ);
е) кешенең ғариза биреүсе исеменән субсидия алыуға вәкәләтен раҫлаған документ.
“Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль закондың 7-се статьяһындағы 6-сы өлөш менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, ғариза биреүсе ошо пунктта күрһәтелгән документтар йәки уларҙағы мәғлүмәттәр дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары йә иһә уларға буйһонған ойошмалар ҡарамағында булһа, был документтарҙы тәҡдим итмәҫкә хоҡуҡлы.
Ғариза биреүсенең шәхси инициативаһы буйынса бындай документтар тәҡдим ителмәгән осраҡта, улар йәки был документтарҙағы мәғлүмәттәр ведомство-ара бәйләнеш тәртибендә тейешле дәүләт органдарынан, урындағы үҙидара органдарынан йәки уларға буйһонған ойошмаларҙан һоратып алдырыла.
Документтарҙың күсермәһе ойошма тарафынан раҫлана.
7. Дәүләт комитеты килгән ғаризаларҙы һәм уларға теркәлгән документтарҙы тейешле срок тамамланған көндән биш эш көнө эсендә ҡарай, субсидия биреү йәки уны биреүҙән баш тартыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Ҡарар ҡабул ителгәндән һуң бер эш көнө эсендә Дәүләт комитеты ойошмаға ҡабул ителгән ҡарар тураһында яҙма белдереү һәм ул ыңғай булған осраҡта – субсидия биреү хаҡындағы договор проектын ебәрә.
8. түбәндәгеләр күҙ уңында тотола:
субсидия биреү маҡсаты;
бирелгән субсидия күләме;
ойошма тарафынан финанс йылында файҙаланылмаған субсидия ҡалдығын кире ҡайтарыу тәртибе;
субсидияны биргәндә тейешле шарттар боҙолған осраҡта уны тейешле бюджетҡа кире ҡайтарыу тәртибе;
ойошма тарафынан субсидия биреү шарттарын, маҡсаттарын һәм тәртибен үтәүҙе Дәүләт комитетының һәм дәүләт финанс контроле органдарының тикшереүенә ошо ойошманың ризалығы;
ошо Тәртипкә теркәлгән ҡушымтаға ярашлы, ойошма тарафынан инвалидтар һәм халыҡтың башҡа аҙ хәрәкәтсән төркөмдәре өсөн транспорт инфраструктураһы объекттарын, улар янындағы биләмәләрҙе яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән сығымдар тураһындағы отчетты тапшырыу тәртибе һәм сроктары.
Договорҙар Дәүләт комитеты бойороғо менән раҫланған субсидия биреү договорының типовой формаһына ярашлы төҙөлә.
9. Ойошма договор төҙөүҙән тайпылған осраҡта Дәүләт комитеты бүтән ойошмаларҙың ризалығы менән ошо Тәртиптең 11-се пунктында күрһәтелгән формула буйынса субсидияны ҡайтанан бүлә. Шул уҡ ваҡытта субсидия уны ҡайтанан бүлеүгә ризалыҡ биргән ойошмалар араһында ғына бүленә. Субсидия күләменең үҙгәреүе төҙөлгән договорға өҫтәмә килешеү рәүешендә рәсмиләштерелә.
10. Ойошмаға субсидия биреүҙән баш тартыу нигеҙҙәре түбәндәгеләр булыуы ихтимал:
субсидия алыу өсөн ғариза биреүсе исеменән ғәмәл ҡылырға вәкәләте булмаған кеше тарафынан ғариза биреү;
документтарҙы тейешенсә тултырмау (бөтөн графалар һәм юлдар тултырылмаған, документ формаһында ҡаралған бөтә реквизиттар ҙа күрһәтелмәгән, техник хаталар ебәрелгән, төҙәтеүҙәргә юл ҡуйылған, ҡултамғалар һәм мисәттең оттискыһы юҡ, документтарҙың күсермәһе раҫланмаған, документтарға ошондай вәкәләте булмаған кеше ҡул ҡуйған);
ойошманың ошо Тәртиптең 2-се пункты менән ҡаралған талаптарға яуап бирмәүе;
ойошма тарафынан ошо Тәртиптең 6-сы пунктында ҡаралған документтарҙы тапшырмау;
тапшырылған документтарҙа хаталы мәғлүмәттәрҙең асыҡланыуы;
ойошма тарафынан Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан элегерәк бирелгән аҡсаны маҡсатҡа яраҡһыҙ файҙаланыу, Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан һәм федераль бюджеттан субсидия биргәндә шарттарҙы боҙоу осраҡтарының асыҡланыуы.
11. Субсидия ойошмалар араһында түбәндәге формула буйынса күҙалланған субсидия күләменә пропорциональ бүленә:
Ci = С х Hi/H,
унда:
Ci – ойошмаға бирелгән субсидия күләме;
C – ойошмаларға субсидия биреүгә ҡаралған бюджет ассигнованиеларының дөйөм күләме;
Hi – ойошма тарафынан белдерелгән субсидия күләме (ойошманың ғаризаһына ярашлы билдәләнә);
H – барлыҡ ойошмалар тарафынан белдерелгән дөйөм субсидия күләме.
12. Документтарҙы ҡарау йомғаҡтары буйынса ошо йылдың 5 ноябренә тиклем Дәүләт комитеты субсидия күләмдәрен күрһәтеп, уны алыусылар исемлеген раҫлай.
13. Субсидия ойошмаларға договор төҙөлгән көндән 15 көндән дә һуңға ҡалмайынса күсерелә.
14. Субсидия күсереү өсөн Дәүләт комитеты билдәләнгән тәртиптә Федераль ҡаҙналыҡтың Башҡортостан Республикаһы идаралығына һәм Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығына тейешле форма буйынса касса сығымына ғариза бирә.
15. Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә бирелгән субсидия айырым маҡсатлы булып тора һәм ойошма тарафынан бүтән маҡсаттарға файҙаланыла алмай.
16. Субсидияны биргәндә билдәләнгән шарттар боҙолған осраҡта улар түбәндәге тәртиптә кире ҡайтарыла:
Дәүләт комитеты бүленгән бюджет аҡсаһын кире ҡайтарыу зарурлығы тураһында ҡарар ҡабул иткәндән алып ете эш көнө эсендә ойошмаға тейешле яҙма белдереү ҡағыҙы ебәрелә;
ойошма яҙма белдереүҙе алғандан 30 календарь көн эсендә тейешле аҡсаны Дәүләт комитетының шәхси иҫәбенә күсерергә тейеш;
ойошма тейешле аҡсаны күсереүҙән баш тартҡан осраҡта ул суд тәртибендә түләтелә.
17. Финанс йылында алынған субсидияның файҙаланылмаған ҡалдығы барлыҡҡа килгән осраҡта ойошма ете эш көнө эсендә был турала Дәүләт комитетына яҙма белдереү ебәрергә тейеш.
Дәүләт комитеты ойошманан субсидияның файҙаланылмаған ҡалдығы булыу хаҡында яҙма белдереү алғандан һуң өс эш көнө эсендә файҙаланылмаған аҡсаны кире ҡайтарыу зарурлығы тураһында ҡарар ҡабул итә һәм өс эш көнө эсендә ойошмаға субсидияның файҙаланылмаған ҡалдығын ҡайтарыу кәрәклеге хаҡында яҙма белдереү ебәрә.
Договорҙа ҡаралған осраҡтарҙа субсидияның файҙаланылмаған ҡалдығы Дәүләт комитетының субсидияның файҙаланылмаған ҡалдығын кире ҡайтарыу зарурлығы хаҡындағы яҙма белдереүен алғандан 14 календарь көн эсендә ошо Дәүләт комитетының шәхси иҫәбенә күсерелергә тейеш.
Ойошма күрһәтелгән аҡсаны үҙ ирке менән кире ҡайтарыуҙан баш тартҡан осраҡта ул билдәләнгән ваҡыт эсендә суд тәртибендә түләтелә.
18. Субсидияның дөрөҫ иҫәпләнелеүенә һәм түләнелеүенә, бюджет аҡсаһының маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуына контролде Дәүләт комитеты тормошҡа ашыра.
19. Дәүләт комитеты һәм дәүләт финанс контроле органы ойошмалар тарафынан субсидия биреү шарттарын, маҡсаттарын һәм тәртибен үтәүҙе мотлаҡ тикшерә.
Дәүләт комитеты комиссия төҙөү юлы менән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы файҙаланылыуына контролде тормошҡа ашыра. Комиссия составы Дәүләт комитеты ҡарары менән раҫлана.