Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡанатлы ҡош” та, һарыҡ та бер майҙанда
“Ҡанатлы ҡош” та, һарыҡ та бер майҙанда Баҫыу эштәре, ашлыҡ үҫтереү, аҙыҡ-түлек эшкәртеү, етештереү өсөн ниндәй генә техника, ҡорамалдар ҡуйылмағайны бында! Хатта ер кешеһе өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән кескәй самолет та “килеп төшкән”. Был аңлашыла: иҡтисадтың барлыҡ тармағындағы кеүек үк ауыл хужалығында ла һөҙөмтәле эшләүҙе заманса техника, транспорттан башҡа күҙ алдына килтереп булмай.

Күргәҙмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин асып, рес­публиканың Рәсәй төбәктәре араһында ауыл ху­жалығы тауарҙарын етештереү буйынса алдын­ғылар рәтендә булыуын белдерҙе.
– Бөгөн импортты үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә алмаштырыу хаҡында һүҙ алып барғанда, инвесторҙар йәлеп итеү, бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн был сараның уңайлы мөхит тыуҙырырына ышанам, – тине ул.
Республикала эшләнгән ауыл хужалығы техни­ка­һына, ҡорамалдарға ҙур урын бүленгән. “Агрофер­ма” бүлегендә малсылыҡ, ҡошсолоҡ йүнәлешендә шөғөлләнгәндәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡ­лаша. Ейәнсура районындағы Күгәрсен ауылынан “Маяҡ” ауыл хужалығы предприятиеһының эре һарыҡтары күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Ҡанатлы ҡош” та, һарыҡ та бер майҙанда– 2012 йылда волгоград тоҡомло һарыҡтар һатып алдыҡ, – тине үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында хужалыҡ етәксеһе Дәмин Юланов. – Инә һарыҡ­тар 55 – 60 килограмм тарта. Әле уларҙы 3 мең 718 башҡа еткерҙек. Көҙөн Ҡорбан байрамында алты айлыҡ 500 баш тәкәне өсәр меңдән һаттыҡ.
Күргәҙмәлә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең күпләп урын алыуы ҡыуаныслы күренеш ине. Мә­сәғүт һөт-консерва комбинаты килтергән ризыҡ­тар­ҙы халыҡ маҡтай-маҡтай һатып алды, “Урал-Тау” ауыл хужалығы предприятиеһының ит аҙыҡтарын да ауыҙ иттеләр.
“Урал-Тау” – республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Игенселек, малсылыҡ тармағы менән көн иткән хужа­лыҡтың ит эшкәртеү комбинаты, икмәкханаһы бар.
“Ҡанатлы ҡош” та, һарыҡ та бер майҙандаУңғандар өсөн тәбиғәт миҙгелдәргә бүленмәй, күрәһең. Бүздәктән Фәүил Хәбибрахмановтың әле генә өҙөп алынған ҡыярын тәмләп ҡарағас, күптәр шулай уйлағандыр. Өс гектарҙан көн һайын 15 тон­на витаминлы йәшелсә йыйып алалар икән.
Һәр эш фәнгә бәйләп алып барылғанда ғына үҙ уңыштарын бирә. Күргәҙмәлә фермерҙарға, эш­ҡыуарҙарға малсылыҡ, тоҡомсолоҡ, дәүләт ярҙа­мы, импортты алмаштырыу шарттарында үҙебеҙҙең аҙыҡты етештереү буйынса белгестәр фәһемле кәңәштәр бирҙе.
Сара 20 мартҡа ҡәҙәр дауам итә.





Автор: Венер ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә